Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2018, 15:03

Яҡшы кеше тураһында һүҙ

Күршем Лариса Алексеевна Лаврентьеваға баһалап бөткөһөҙ кеше.

Беҙ дүрт йыл элек кyршеләр булдыҡ. Уға hәр ваҡыт таянырға була, ауыр минутта ярҙамға килә, көн һайын һоро, шыҡһыҙ көндәрҙе байрамға әйләндерә ала, ҡыҫҡаһы, күршеләрҙең ярҙамына таянырға мөмкин, был тормошта көнкүреш ваҡ-төйәге аҙмы ни? Һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала, балаларҙы тәрбиәләү буйынса урынлы кәңәштәр бирә, улар менән уртаҡ тел таба белә, уларҙы бик ярата. Тыныс ҡына, беҙгә, ата-әсәләргә аҡыллы кәңәштәрен бирә, балаларҙың беҙ хәл итә алмаҫтай проблемаһына ыңғай йүнәлеш бирә. Ул үҙ балаларын инде аяҡҡа баҫтырған. Уның өс балаһы — ике улы hәм ҡыҙы бар.

Лариса Алексеевна Михайловка ауылы коррекцион интернат-мәктәбендә тәрбиәсе булып 1990 йылдан бирле эшләй. Хеҙмәт эшсәнлеген техник хеҙмәткәр булып башлаған. Унан һуң балаларҙы ҙур тормош юлына сығарған изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәсе итеп билдәләгәндәр. 2015 йылда Өфө педагогия колледжын тамамлаған. Быйыл Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында «педагог-китапханасы» өҫтәмә белем биреү программаһын үтте. Хәҙер китапханасы булып эшләй. Шунса йылдар эсендә балаларға бик ныҡ эйәләште. Ул балалар менән эшләүгә hәр ваҡыт етди ҡарай, улар менән эшләү теләге ҙур. Уның уҡыусылары hәр ваҡыт төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.

— Минең өсөн hөнәрем ул — балаларҙы аңлаусы hәм ҡабул итеүсе дoнъяла, көндәлек, ә ҡайһы берҙә һәр минутлыҡ әкиәттәр hәм хыялдар илендә даими рәүештә булыу мөмкинлеге. Ирекһеҙҙән, тәрбиәсе hөнәренең әhәмиәте тураһында уйланам, балаларҙың асыҡ, ышаныусан күҙҙәрендә минең hәр һүҙемде отоп алыусының ниндәйҙер яңылыҡ көтөүҙәрен күрәм. Балаларҙың күҙҙәренә ҡарап, мин уларға барлыҡ ғәлам кеүек кәрәклегемде тоям, уларҙы хуплайым һәм йөрәк йылымды өләшәм, — ти Лариса Алексеевна.

Лариса Алексеевна кеүек иҫ киткес ҡатын-ҡыҙ менән күрше булыу, минең өсөн ысын шатлыҡ.

Фәнүзә Абдуллина,

Михайловка ауылы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: