Бер мөйөштә ҡағыҙ араһына копировкалар ҡыҫтырып, күккә буялып, төймәләрҙе шаҡылдатып ултырыусы машинистар, бер хәрефте яңылышһаң бөтә документты яңынан баҫыу хәҙер тарихта ҡала. Балаларға мисәт машинаһын күрһәтһәң хәҙер ни икәнен дә белмәйәсәктәр. Барыһы ла "тимер ҡоршау" асылып илгә компьютерҙар килеп тулғас башланды.
Әйткәндәй, алдағы ун йылда хатта шәфҡәт туташы, юрист һәм маркетологтар һөнәре лә әлеге рәүешендә йәшәй алмаясаҡ. Әгәр инде замансалаштырылмаһа, юҡҡа сығыуы ла бар. Бухгалтер һөнәре шиекелле. Хисапсыларға ла иҫәпләшеү эшенең электрон форматҡа күсә барыуы һөҙөмтәһендә көндән-көн ауырлаша бара. Ғөмүмән, 2030 йылға тиклем йәмғиәттән йөҙ һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм тағы ла ике йөҙ яңы һөнәр барлыҡҡа киләсәк, тиҙәр.
Инжиниринг, нанотехнология, генетика үҫешкән заманда йәшәйеш йылдан-йыл виртуаль ысынбарлыҡҡа сума. Бынан ары беҙ белгән донъя әүәлгесә булмаясаҡ. Официант, һаҡсы, хатта юрист кеүек һөнәрҙәрҙе роботтар алыштырасаҡ. Электромобилдәрҙә йөрөү ҙә ғәҙәти хәл булмаҡсы. Ә һыуытҡыстар үҙҙәре аҙыҡ-түлеккә заказ бирәсәк. Технологияларҙың йылдам үҫеше, ул беҙҙең йәшәү рәүешен үҙгәртеп кенә ҡалмай, хеҙмәт баҙарын да яңыртып, иҫкеләрен тарих биттәренә ҡалдырыуы ихтимал.
Фонарь тоҡандырыусы, ылаусы, телефонист, һал ағыҙыусы... Был юғалған һөнәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Уларҙы хәҙер тик фото, киноларҙан ғына ҡарап-белеп була. ХХ быуат осоронда ғына мәҫәлән, тарихты шаулатҡан бик күп һөнәрҙәр барлыҡҡа килгән. Тик ул саҡтағы абруйлылыҡ бөгөн юғалыу сигендә тора.
Ул бигерәк тә урта махсус белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Бөгөн эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ юғары. Практиканан күренеүенсә, юғары уҡыу йортон тамамлаусы белгестәрҙең дә күбеһе үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Башҡа юлды һайлауҙы хуп күрә. Берәүҙәр үҙен профессиональ юҫыҡта табыу өсөн икенсе, өсөнсө юғары уҡыу йорто дипломына эйә була.
Бынан ары, яңы диплом алып сыҡҡан белгестән стаж түгел, уның универсал булыуы иғтибарға алынасаҡ. Уның ҡарауы, яңы барлыҡҡа киләсәк һөнәрҙәр араһында ҡолаҡҡа ятмауынан бигерәк, тел әйләнмәгән һөнәрҙәр күп. Парик эшләүсе постижер, страховка хеҙмәткәре андеррайтер, төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индереүсе лайф-коуч һәм башҡалар... Сығарылыш класс уҡыусыларына ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорауҙан алда, ниндәй һөнәр эйәһе перспективалы икәнлегенә иғтибар итеү кәрәктер?! Быға тиклем беҙ белгән архитектор киләсәктә виртуаль ысынбарлыҡты төҙөүсеһе, ә ябай менеджер йыһан туризмы белгесе булмаҡсы. Бынан тыш, биоинженер, пилотһыҙ осоусы аппарат операторы, ҡала фермеры ла ҡалышмай. Барыһы ла 2025 йылдарға тиклем тормошҡа ашасаҡ һөнәрҙәр.
Һуңғы йылдарҙа кешелектең әле бер, әле икенсе тармағында асыштар яһала. Архитектор, дизайнер, инженер һөнәрҙәренең эше лә көндән-көн күҙгә ташлана. Бейек ҡатлы йорттарҙың, геомеотрик фигураларға тап килмәгән объекттарҙың ҡалҡыуы тап уларҙың хеҙмәте. Тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе, кешеләрҙең һаулығы ҡаҡшау ҙа яңы һөнәрҙәргә юл аса.