Быға төпкөлдә йәшәгән һәм рецепт, «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» алыу өсөн район йәки ауыл участка дауаханаларына барырға мәжбүр булған халыҡтың мөрәжәғәттәре сәбәпсе булды. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күпселегендә бындай хеҙмәт күрһәтелмәй.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әлегә ошо мәсьәлә буйынса аныҡ позиция юҡ, «урындарҙа хәлдәр төрлөсә».
1 декабрҙән Өфө районы һәм баш ҡаланың Октябрь районы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләгән бөтә фельдшерҙар дарыуҙарға рецепт яҙырға һәм 10 көнгә тиклем «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» бирергә хоҡуҡлы. Республиканың райондарының күбеһендә ундай хеҙмәт юҡ.
«Быны бер системаға һалығыҙ. Табип хаталарын арттырыу тигән маҡсат юҡ. Киреһенсә, алдыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу бурысы тора. Дүрт йыл уҡығандан һуң фельдшерҙар дөрөҫ диагноз ҡуя беләлер тип уйлайым, уларға ышанырға кәрәк, — тип тәҡдим итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. — Мине кешеләрҙең алыҫта урынлашҡан дауаханаларға йөрөү осраҡтары бик борсой. Килеп тыуған хәлде асыҡлайыҡ һәм бер аҙнанан, киләһе «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә нөктә ҡуйырбыҙ.