Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2018, 20:38

Дим киңлектәрен данлап йырлаған

Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижаты галереяһында Дим ауылынан һәүәҫкәр рәссам hәм фронтовик Василий Павловтың картиналар күргәҙмәһе асылды

Урамда ҡыш hәм һиҙелерлек һалҡын булғанда, беҙгә тағын йәшеллек hәм сәскәләр ҡосағына, йәйге ҡояштың эҫе нурҙары аҫтында һалҡынса йылғаға әйләнеп ҡайтаһы килә. Һәм был мөмкин хәл! Һәләтле, әммә киң аудиторияға билдәһеҙ тиерлек һәүәҫкәр рәссамдың яңы картиналары күргәҙмәһенә килегеҙ. Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижалды галереяһында бер ай дауамында нескә лирик hәм тыуған яҡ тәбиғәтен яратыусы Василий Николаевич Павловтың ике тиҫтәгә яҡын рәсемдәре ҡуйыласаҡ.

Картиналар Дим ауылы урта мәктeбенең музейының тарих уҡытыусыһы hәм тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарих уҡытыусыһы Владимир Чернов инициативаһы менән килтерелгән. Владимир Анатольевич — үҙенең элекке тарих уҡытыусыһы hәм урта мәктeп директоры Василий Николаевичтың талантына мөкиббән киткән кеше. Мәктәп музйында картиналар өсөн тулы бер стена бүлеп бирелгән.

— Мин галерея етәксеһе Римма Андрееваға ҙур күләмдәге сара уңайынан ойошторолған сәнгғәт күргәҙмәһен ойоштороуҙа теләктәшлек күрһәткәне өсөн рәхмәтлемен, — ти Владимир Чернов. — Был иҫ киткес кеше тураһында оҙаҡ һөйләп була. Уның биографияһы бай. Ул хәрби офицер була hәм Бөйөк Ватан һуғышы ордендары hәм миҙалдары менән бүләкләнә. Шуға күрә, Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайында традицион район байраме — Армияға саҡырыусылар көнөндә, буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар өсөн тәрбиә маҡсаттарында hәм үҫеп килеүсе быуын менән хәрби-патриотик эш алып барыу өсөн, әлеге шәхестең үҙенә бер төрлө һәләтен күрһтәеү өсөн мәктәп музейынан фронтовик картиналарына ысын хәрби экспонаттар өҫтәнем: Мосиндың 1905 йылғы биш зарядлы винтовкаһын, ҡыҙыл армиясылар каскаһы, һалдат котелогы hәм сапер көрәге. Беҙ уларҙы Ленинград өлкәһенең Мглин районында ҡаҙыу эштәренән алып ҡайттыҡ. Галереяла ҡуйылған картиналарҙы Василий Николаевич буш ваҡытында ижад итә. Был уның мәктәп музейында сһаҡлана торған әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө генә. Картина-ларының ҙур өлөшөн ул дуңҫтарына hәм таныштарына таратҡан.

2019 йылда Дим ауылы урта мәктәбе үҙенең директоры Василий Николаевич Павловңтвың тыуыуына 100 йыл тыулыуҙы билдәләп үтәсәк, ул мәктәптә генә түгел, совхоз тормошонда ла эҙ ҡалдырған, оҙаҡ йылдар республикала танылған һарыҡ аҫраусы совхоздың парторгы булып эшләгән.

Ул Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш ауылында (1930 йылдан бирле был ауыл беҙҙең районга керә) ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бәләбәй педучилищеһын тамамлағас, ул Бишбүләк урта мәктәбенең 1 — 4 кластары уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1937 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына сыҡырылғансы, Баҙлыҡ ауылында уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ун йыл буйы ул дәhшәтле һуғыш барған армия хеҙмәтенең барлыҡ ауырлыҡтарын hәм михнәттәрен үҙ иңендә күтәрә. 1943 йылда ҡан ҡойғос һуғыштар ваҡытында ВКП(б) ағзаһы була. Ул офицер исеменә ҡәҙәр күтәрелә, Беренсе Украина фронтының 31 уҡсы дивизияһының 427 миномет полкы артиллерия начальнигы була, һуғыш аҙағына ҡәҙәр разведка начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты яралана. Һуғыштан һуң, Калинин ете йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләй. Ермолкин ауылында бөгөнгө көнгә ҡәҙәр әлеге иҫ киткес кеше, йәмәғәт эшмәкәре һәм рәссам йәшәгән йорт тора. Ә оҙаҡ ваҡыт ҡулға-ҡул тотоноп эшләргә тура килгән хеҙмәттәштәре — урындағы мәктәптең элгәре директорҙары А.В. Иванов hәм А.П. Смолов йорттарында В.Н. Павловтың бүләк ителгән пейзаж эштәре күҙҙәрҙе иркәләй, улар май буяуҙар менән башҡарылған. 60-сы йылдар башында КПСС-тың республика комитеты ҡарары буйынса Василий Павловты Дим мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Ул 1981 йылдың апрелендә вафат була hәм Дим ауылың зиратында ерләнә.

— Беҙҙең галереяла Василий Николаевич Павловтың 18 картинаһы ҡуйылғас, районда һәләттле рәссам минең өсөн көтөлмәгән хәл hәм асыш булды, — ти Римма Геннадьевна. — Был исем күптән ишетелһә лә, пейзажсы Василий Павловтың ижады менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге булманы. Уларҙы беренселәрдҙән булып район сараһында ҡатнашыусылар ҡараны. Василий Николаевичтың картиналары тыуған яҡтың, Дим туғайҙарын, күлдәрҙең һәм йылға буйҙарының матурлығын сағылдыра. Рәссам бик балыҡ тотоуға әүәҫ ине. Һәм hәр ваҡыт балыҡ тоторға ҡармаҡтары менән бумала hәм буяуҙар алған. Ул сәғәттәр буйы ҡаралама яһай ала ине, ә һуңынан яратҡан тыныс табиғәт мөйөштәрен киндер тукымаға төшөрә ине. Иң ҡыҙығы шул: ул иҫке мәктәп уҡыу карталарын да буяу менән яһай ине. Картиналарға барлыҡ рамдарҙы ағас оҫтаханаһында үҙе яһай торғайны. Әлеге картиналарға 30 - 50 йылдан ашыу, ә яңы яһалған кеүек күренә. Йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә рәссамдың тәбиғәте матур! Ул балалар хәтирәләрен дә, ҡабатланмаҫ һандуғастарҙы ла, ҡуйы таллыҡтарҙа беренсе осрашыуҙарҙы ла, кеше тормошоноң тиҙлеген дә күңелендә һаҡлай. Василий Николаевичтың картиналарында мәңгелек hәм матурлыҡ тантана итә.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: