Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2018, 23:42

Башҡорт теле көнө

Республикала киң билдәләнгән башҡорт теле көнө халҡыбыҙҙың күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә. Шуға ярашлы, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларында әҙәби кисәләр, шиғыр бәйгеләре, осрашыуҙар, флэшмобтар, интернет-конкурстар уҙғарыла. Күптән түгел Ҡаныҡай ауылының мәҙәниәт йортонда ла шундай күркәм сара үтте – йәше-ҡарты “Урал батыр” эпосын яттан һөйләне.

Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән “Урал батыр” эпосы үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса айырым урын биләп тора. Халҡыбыҙҙың мәшһүр сәсәндәре Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан бөйөк эпосыбыҙ “Урал-батыр”ҙың яҙып алыныуына быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Был хаҡта Ҡаныҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Нафиҡова ентекләп һөйләне.

“1910 йылдың йәмле йәй айҙарында, "Хөсәйениә" мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән 22 йәшлек шәкерт Мөхәммәтша Буранғолов, халыҡтан ауыҙ-тел ижадын йыйыу, уларҙы яҙып алыу маҡсаты менән, Бөрйән ырыуы яҡтарына килә. Ул Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсән Арғынбаев менән осрашып унан бик күп ҡобайыр һәм бәйеттәр яҙып ала. Ғәбит сәсән Хәмит сәсәндән 5 йәшкә оло була. Шулай ҙа, унан Мөхәмәтша Буранғолов "Урал батыр" эпосын һөйләүен һорағас: - Хәмит ҡайнағамдан үтеп, халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын үҙем генә һөйләй алмайым, - тип яуап бирә. Сөнки Ғәбиттең ҡатыны Хәмит сәсәндең бер туған ҡарындашы була. Бер нисә көндән Ғәбит сәсән атын егеп, Мөхәмәтшаны ултыртып 2-се Этҡол ауылына юлланалар. Хәмит сәсән Мөхәмәтшаның изге ниәтен белгәс, алыҫ сәфәрҙән яңы ғына ҡайтып тороуына ҡарамаҫтан, ҡорбан салырға ҡарар итә. Абдулов тигән ауылдашынан ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып ала. Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын һаҙлығы буйына сығып, сәсәндәр ҡорбан салып ҡаҙан аҫалар. Изге доғалар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, улар М.Буранғоловҡа халыҡ ҡомарткыһы "Урал батыр" ҡобайырын алмашлап яттан һөйләргә тотоналар. Сәсәндәр ҡобайырҙы сәғәттәр буйы бер туктамай яттан һөйләйҙәр. Шулай итеп, быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән башҡорт халҡының изге ҡомарткыһы "Урал батыр", ошо ерҙә тәүге тапҡыр ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға яҙыла.

Бөгөн инде башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөһө рус, ҡаҙаҡ, инглиз телдәрендә генә бәйән ителмәй, ә донъя кимәлендә лә киң танылыу ала бара. Быйыл Өфөлә уҙған конкурс-фестивалдә "Урал батыр" эпосы 42 телдә яңғыраған. Республикабыҙҙың йәш сәсәндәрен барлап, иленә хеҙмәт итерҙәй өмөтлө һүҙ оҫталарын асыҡлаған был бәйгелә беҙҙең районды Камилла Ишмөхәмәтова уңышлы яҡланы һәм II дәрәжә диплом алып ҡайтты. Алтынсы класс уҡыусыһы Камилла (уҡытыусыһы Сөмбөл Әсфәндиәрова) эпостан мең ярым юл ятлаған. Әлбиттә, был оҙайлы эш, ҙур түҙемлек талап итә һәм мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһынан башҡа өйҙә ата-әсәһенең тырышлығы ла кәрәк.

Былтыр ул Бөрйән районында уҙғарылған "Урал батыр" эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсында ла ҡатнашып, көслө бәйгеселәр менән ярышып, һүҙ оҫталығын күрһәткән. Уға тиҫтерҙәре менән мәшһүр эпос эҙҙәре буйлап Шүлгән мәмерйәһенә, Йылҡысыҡҡан күленә сәйәхәт ҡылыу бәхете тейгән. Әле лә бар булмышы менән бирелеп, ҡыҙҙың тасуири һөйләүе, образға инә белеүе, ҡумыҙ, һайран кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы - һәр кемде әсир итте. Әйткәндәй, отҡор ҡыҙ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Флүзә Йәғәфәр ҡыҙы Батраеванан мандолина сиртергә лә өйрәнгән.

Апаһына эйәреп, эпосты ятлай башлаған Милана ла (5-се класс уҡыусыһы) тырыш хеҙмәтенең емештәрен татый башлаған. Күптән түгел Өфөлә IX тапҡыр уҙғарылған конкурс-фестивалдә (уҡытыусыһы Фәриҙә Әхмәтшина) мәшһүр ҡобайырҙы һөйләп, ул ЮНЕСКО-ның 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булған. Бер ғаиләлә үҫкән аҡыллы, милли рухлы ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкин түгел.

Артабан сәхнә тултырып сығып баҫҡан уҡыусылар: башланғыс кластарҙан алып юғары кластарҙа уҡыусы малай һәм ҡыҙҙар бер-бер артлы эпостан өҙөк һөйләне. Уҡытыусылары тулҡынланып та, ғорурланып та, уларҙың сығышын ҡарап ултырҙы.

Бынан бер нисә йылдар элек беҙҙең яҡтарҙа булып, “Бер ауылдың тарихы”, “Орнамент” телепроекттары аша ауылдарыбыҙҙың тарихын, йола-байрамдарын бар республика халҡына еткергән билдәле тележурналист, фольклорсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Суринаның да йәш быуынға еткерер һүҙҙәре бар ине.

- Уҡыусылар, был ҡобайырҙы бар күңелеңде биреп, көйләп һөйләргә кәрәк, әле беҙҙә Өфөлә икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй эпос һөйләүселәр бйгеһе булып уҙҙы. Яҡуттар, ҡырғыҙҙар бик хисләнеп, көйләп һөйләйҙәр был эпосты. Ишетеп белеүебеҙсә, Ғәбит сәсән йырлап ебәрә, илап ебәрә. Хәсән сәсән иһә бик оҙаҡ итеп ҡурайҙа уйнай, хисләнеп ултыра, шунан ғына бәйән итә башлай. Беҙҙең тағы ла “Зөһрә менән Алдар”, “Һуңғы һартай” ошо төбәкккә бәйле матур эпостарбыҙ, Дим буйҙарының бына тигән йырҙары, бәйеттәре бар. Һеҙ ни тиклем шулар менән күберәк ҡыҙыҡһынаһығыҙ, Башҡорт халыҡ ижадын уҡыһағыҙ, бик күп аҡыл йыясаҡһығыҙ, ынйылай һүҙ хазинаһы менән эш итеп, әсә телебеҙҙең ни тиклем бай икәнен күрәсәкһегеҙ, - тип, эпосты һөйләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткергәндән һуң, ул уҡыусыларға үҙе ижад иткән әкиәтте уҡып ишеттерҙе. Сығышының һуңында, Камилла Ишмөхәмәтоваға “Киске Өфө” гәзитенә йыллыҡ яҙылыу квитанцияһын тапшырҙы, башҡа уҡыусыларға календарь һәм үҙенең кескәйҙәр өсөн яҙылған китаптарын бүләк итте.

Артабан ай һайын ауыл мәҙәниәт йортона йыйылышҡан Ҡаныҡай һәм Бикҡол актив ағинәйҙәре сәхнә түренә күтәрелде. Сөмбөл Алламорат ҡыҙы етәкселегендәге Ағинәйҙәр төркөмө был сараға бик ентекле әҙерләнеп килгәйне. Мәрйәм Хәкимова, Розалиә Әхмәтшина, Наилә Рахманғолова, Ғәбиҙә Әсфәндиәрова, Ғәлиә Әхмәтшина, Ләлә Хәлиуллина, әсәле-ҡыҙлы Ләлә Юнысова һәм Әнисә Рәсүлева, шәһригөл Вәлиева, Вәғиҙә Хөсәйенова, Мөслимә Ғиләжетдинова, Светлана Хәйруллина, Раъно Хәкимова, Сәмиға Сәлихова, Гөлнур Ишниязова, Мөхтәрәмә Сәлихова һ.б. һүҙ сылбырын өҙмәйенсә, мәшһүр эпос - "Урал батыр"ҙы һөйләне. Улар араһынан Юля Айытова иң йәше булһа, Клара апай Халфина 76-ның үренә артылған.

Республикала Ағинәйҙәр хәрәкәтен тергеҙеүсе Гөлфиә Янбаева иһә үҙ сығышын әҙәп, мәҙәнилек, тәрбиә һәм тел мәсьәләһе йүнәлешенән башланы.

- Хөрмәтле апай-инәйҙәр, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән ғаиләлә башҡортса һөйләшергә тырышығыҙ, үҙегеҙ белгәндәрҙе өйрәтһәгеҙ ине. Телебеҙҙе бергәләп ҡурсалайыҡ, туған телебеҙҙә сыҡҡан матбуғат баҫмаларынан һәр ғаилә алдырып уҡыһын, – тип һүҙен дауам итте “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. - Ишетеп белеүегеҙсә, бөгөн беҙ аҡрынлап үҙебеҙҙең матди байлыҡтарыбыҙҙан да яҙа барабыҙ. Башҡорттоң аҫалы балаҫы, дебет шәлдәрҙе һәм ҡурайыбыҙҙы ла үҙләштерергә әҙер тороусылар бар. Беҙ, ағинәй ойошмаһына ойошҡанбыҙ икән, донъяуи хәлдәргә, ауылдарыбыҙҙың яҙмышына, киләсәгенә битараф булмаһаҡ ине. Йәш быуынға тәрбиә биреү, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, милләттәштәребеҙҙе айыҡ тормошҡа ылыҡтырыу – ошондай эштәр өсөн ваҡытыбыҙҙы ла, көсөбөҙҙө лә йәлләмәһәк ине. Ағинәйлек Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары өсөн йәшәү рәүеше, һеҙ ҙә уларҙан өлгө алып, әүҙемерәк булһағыҙ ине. Әлшәйҙәр, миәкәләр менән бер рәттән, апай-инәйҙәребеҙҙең борондан килгән аҫалы балаҫ һуғыу кәсебен үҫтерәйек.

Сара барышында, ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолғайны. Күҙ нурҙарын түгеп яһалған һәр әйбер: шәл, салфеткалар, сигеүле мендәрҙәр, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, ултырғыс япмалары, ҡайыулы альяпҡыстар Ҡаныҡай, Бикҡол, Ҡасҡын ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренә маһирлыҡтарын күрһәтеп тора ине. Аллы-гөллө, төрлө биҙәк һалып эшләнгән балаҫтар ҙа урын алғайны бында.

Белеүебеҙсә, Дим буйы төбәге электән үк, аҫалы балаҫтары менән дан тотҡан, хатта әйтергә кәрәк, йот йылдарында халыҡты аслыҡтан ҡотҡарған. Һуғыш осоронда, Туҡ буйына алып барып, күптәр уны ризыҡҡа алыштырған. Өйрәнергә, эшкә тотонорға теләһәң, ауылыбыҙҙа, шөкөр, бөгөн дә балаҫ һуғыу серен белгән оҫталар бар әле. Ағинәйҙәр сәй табыны артында шул хаҡта әңгәмә ҡорҙо.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотоһы.
Читайте нас: