БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Фәттәх улы Харасов өсөн 8 декабрь ваҡиғаларға бик бай булды. Ул 14 тапҡыр үткән район ветерандарының традицион спорт фестивалендә ҡатнашты. Тап бына депутаттың финанс ярҙамы менән әлеге сараны уҙғарыу мөмкин булды. Фестивалдең барлыҡ еңеүселәренә hәм призерҙарына Маҡтау грамоталары hәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды, чемпион өсөн яңы күсмә кубок булдырылды. Байрам аҙағында ветерандар өсөн сәй табыны ойошторолдо.
Шулай ук был көндө Салауат Харасов район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин hәм уның урынбаҫарҙары менән бергә инвесторҙар менән осрашты. Депутат инициативаһы менән, инвесторҙар Бишбүләк ауылында социаль тораҡ — күп квартирлы йорттар төҙөү тураһындағы тәҡдим менән сыҡты.
Был көндө граждандарҙы шәхси ҡабул итеү булды. Депутатҡа ҡабул итеүгә район халҡы үҙҙәрен борсоған проблемалары менән килде. Осрашыу йәнле әңгәмә рәүешендә уҙҙы.
Йылбулаҡ-Матвеевка ауылында йәшәүселeр парламентарийға ерле ауыл хужалығы кооперативының банкротлыҡ процедураһын туҡтатырға ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Күп кенә ауыл кешеләре өсөн ауыл хужалығы кооперативында эшләү — берҙән-бер хеҙмәт хаҡы сығанағы. Ауыл хужалығы кооперативының бөлгөнлөккә төшөүе менән 50-гә яҡын кеше эшһеҙ ҡаласаҡ.
Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Дарвин Йомағоловты балалар баҡсаһы булмау мәсьәләһе борсой:
— Ауыл биләмәһендә 1433 кеше, шуларҙың 72-һе — алты йәшкә ҡәҙәр балалар. Тыуыусылар һаны арта, киләсәккә перспективалар бар, әммә балалар баҡсаһы юҡ. Иттихатта социаль-мәҙәни үҙәк асылыуҙы планлаштырған яҡшы төҙөлөп бөтмәгән бина бар. Был бинаны төҙөп бөтөрөргә hәм уны сафҡа баҫтырырға мөмкинме? Сөнки күп кенә ата-әсәләр балаларын Бишбүләккә балалар баҡсаһына йөрөтә.
— Әлбиттә, халыҡ һаны артһа, ауылда балалар баҡсаһы кәрәк, — тиде Салауат Фәттәх улы. — Киләсәктә барлыҡҡа килгән хәлде анализларға кәрәк.
Районда йәшәүселәрҙе тораҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, айырым алғанда, сүп-сар сығарыуға тарифтар борсой.
— Сүп сығарыуға «Бәләбәй коммунальнигы» менән килешеү 24 майҙа төҙөлгән. Әлегә ҡәҙәр сүп-сарҙы бер генә тапҡыр ҙа алып китмәнеләр, үҙем сығарам. Сүпләнгән ҡапчсыҡтарҙы урамға алып сығыу мөмкин түгел: бeсәйҙәр hәм эттәр алып китә, мәктәп тә яҡында ғына, —ти Бишбүләк ауылында йәшәүсе Анатолий Семенов. — Беҙҙең ғаиләлә алты кеше. Яңы йылдан беҙ, төбәк операторы менән килешеү төҙөп, кеше өсөн, 200-әр һум түләйәсәкбеҙ. Беҙҙең ғаилә өсөн ай һайын 1200 һум сүп-сар өсөн түләргә кәрәк.
Был хәлде район хакимиәте башлығының төҙөлөш hәм тораҡ коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Артур Амур улы Ғәлиев асыҡланы:
— Төбәк операторының бурысы — сүп-сарҙы айырым йыйыу. Шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтар күләме кәмей. Әгәр был йүнәлештә эш уңышлы барһа, төбәк операторы төҙәтмәләр индерәсәк: тарифты кәметәсәк, иҫәп-хисап яһаясаҡ.
Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Минәхмәтовтар инвалид бала тәрбиәләй. Улар депутатҡа социаль тораҡ алыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бишбүләктә йәшәүсе Динар Сәмиғуллинды ауыл башындағы быуаның йылдан-йыл бысраныуы борсой. Бының сәбәбе шунда ки, уны туйындыра торған шишмә сүп-сар менән тулған.
— Йылға юлын бер нисә тапҡыр таҙарттыҡ, әммә ҡондоҙҙар яңынан быуа яһай, һыу быуаға барып етмәй. Каптаждың үҙендә лә һыу йыйылмай тиерлек. Әгәр эште үҙ ыңғайына ҡуйһаң, быуа кибеп кенә ҡалмай, Ҡандра-Күл ауылы ла һыуһыҙ ҡаласаҡ. Тулы көсөнә аҡһын өсөн, шишмәне hәм уның үҙәнен таҙартырға кәрәк.
Шәхси ҡабул итеү барышында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов граждандарҙың барлыҡ мөрәжәғәттәренә аңлатмалар бирҙе. Мәсьәләләрҙе ентекләп тикшереү маҡсаты менән ул тейешле хакимиәт органдарына һорауҙар ебәрәсәк.