Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2018, 17:02

Бөгөн СӘЙ көнө! Сәйҙәрегеҙ тәмле,көндәрегеҙ йәмле булһын!

Яҡынса ХIII быуатта йәшәгән Әй Сан исемле япон монахы “Сәй эсеп сәләмәт булыу” тигән трактат яҙып ҡалдырған. Унда ул йәшел сәйҙең файҙаһын һанап күрһәтә һәм уны “ғүмерҙе оҙайтыусы бер мөғжизә” тип атай.Йәшел сәйҙәге күп һанлы матдәләр бөгөн дә ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындыра. Уның составындағы полифенол ракты булдырмай икән. Ғалимдар быны бер нисә тапҡыр раҫланы инде. Был эсемлек каротин, С һәм Е витаминдары, селен һәм магнийға ла бай. Быларҙың барыһы ла организмдағы күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. Йәшел сәйҙе башлыса Ҡытай, Индонезия, Һин¬достан, Шри Ланкала һәм Японияла үҫтерәләр. Уның ботаҡтары бик күп була, ә бейеклеге 10 метрға етергә мөмкин. Ләкин ботаҡтарын гел ҡырҡып торғанға күрә, ғәҙәттә, бейеклеге бер метрҙан артмай. Сәй япраҡтарын йыйып алғандан һуң, парҙа тоталар һәм төрөп киптерәләр. Уларҙы бындай ысул менән эшкәртеү сәйҙең йәшел төҫөн һаҡлай. Эсемлек шулай уҡ төрлө бактерия һәм грипп вирус¬тарын юҡ итә, ауыр металл һәм алкалоидтарҙың тәьҫирен кәметә, арығанды һәм йоҡо килеүҙе бөтөрә. Ул депрессияға ҡар¬шы сара булараҡ та файҙалы. Баш ауыртыуын һәм өлкәндәрҙә йыш күҙәтелә торған ҡан әйләнеше боҙолоуын дауалай, иғтибарлылыҡты арттыра, бауыр¬ға ла файҙаһы бар.

Һалҡында – эҫе сәй,

Эҫелә – эҫе сәй,

Күп эсһәң күбә эс,

Яндырһа өрөп эс.

Сарсанһаң да шул сәй,

Асыҡһаң да шул сәй.

“Сәй” тигән табында

Йөҙ төрлө аш йәшәй!

Йылына йөрәктәр

“Сәй ҡуйҙым” тигәндән.

Һиңә бит сәй ҡуймай

Берәү ҙә тигендән.

Эҫе сәй артында

Йәшәлгән мәлдәрем.

Һемереп эскәндәй

Буламын йәлдәрен.

Сәй эсеү – бер ғүмер,

Көтөр бар эше лә.

Донъяның кендеге -

Сәй эскән кешелә.

Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: