Ике йәшлек сабый И. әсәһе менән йәшәгән. Ғаиләлә хәл маҡтанырлыҡ булмаған. Ҡатын-ҡыҙҙы опека hәм попечительлек бүлеге хеҙмәткәрҙәре контрольгә алған. Сираттағы патронаж ваҡытында ғаиләне социаль хәүефле тип таныйҙар, ата-әсә вазифаларын тейешенсә башҡармау сәбәпле, баланы алырға тура килә. Бүлек хеҙмәткәрҙәре атаһын эҙләй башлай. Ирҙе тиҙҙән табалар.Әңгәмәнән һуң, ул был ситуацияла үҙ яуаплылығын аңлай. Ул ата булыуҙы таный, баланың әсәһе менән никахлаша. Шулай, кескәй малай атайлы ғына түгел, тулы ғаиләле лә була. Был хәлгә опека hәм попечительлек органдары ҡатнашмаһа, малайҙың яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ ине.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ балалар ҙа тыуған йорттарына ҡайта алмай. Һәр бала ғаиләлә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы булһа ла, етемлек факты ҡала. Ата-әсәләренең спиртлы эсемлектәр эсеү, балалар ҡарауһыҙ үҫеү, ас булыу, мәктәптә дәрес ҡалдырыу hәм кәрәкле кейем-һалымдары булмау осраҡтары бар. Балаларҙың һаулығына hәм хәтта ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, опека белгестәре уны ғаиләнән тартып алырға hәм социаль приютҡа урынлаштырырға мәжбүр. Әлбиттә, ғаиләләге хәл, туғандар менән айырылышыу балалар үҫешендә сағылыш таба. Әммә, быларға ҡарамаҫтан, балаларға йәшәргә, бәхетле булып үҫeргә кәрeк. Беҙ баланы ғаиләлә һаҡлап ҡалыу hәм уны дәүләт учреждениеһында тәрбиәләүгә юл ҡуймаҫ өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, — тип һөйләй район хакимиәтенең опека hәм попечительлек начальнигы Флүрә Файзылғаян ҡыҙы Йомағужина.
— Флүрә Файзылғаян ҡыҙы, опека hәм попечителлек органдары эше ниҙән ғибәрәт?
— Әгәр ҡыҫҡаса әйтһәк, был ауыр тормош хәлендә ҡалған бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тигән һүҙ. Төп эш етем балалар hәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар менән алып барыла. Опека органдары асыҡлау, яңы ғаиләләргә урынлаштырыу, контрольдә тотоу менән шөғөлләнә. Бәлиғ булмағандар менән эшләүҙән тыш, беҙҙең эшебеҙ бәлиғ булмаған, эшкә һәләтһеҙ граждандарҙың хоҡуҡтарын hәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙы ла үҙ эсенә ала. Был, ғәҙәттә, үҫкән инвалид балалар, өлкән йәштәге граждандар.
— Районда опекаға алынған күпме бала hәм бәлиғ булмаған эшкә һәләтһеҙ гражданин иҫәпләнә?
— Районда барлығы 5049 бала. Шуларҙан 2018 йылдың 1 декабренә опека hәм попечительлек бүлегендә 108 бәлиғ булмаған бала иҫәптә тора, шул иҫәптән 27 ғаиләлә йәшәүсе 32 бала hәм 76 баланы тәрбиәгә алған 62 ғаиләлә тәрбиәләнә. Был йыл эсендә 16 етем бала hәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған бала асыҡланған, шуларҙың береһе ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайтҡан, дүртеһе тәрбиәгә алған ғаиләлә тәрбиәләнә, 11-е туғандары ҡарамағында. Эшкә һәләтһеҙ 72 бәлиғ булмаған граждан иҫәпләнә, уларға опека рәсмиләштерелгән.
— Етем балалар hәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар дәүләт тарафынан ярҙамға мохтажмы?
— Был граждандарҙың айырым категорияһы, уларҙың яҡланмаған булыуы hәм дәүләт тарафынан, барыһынан да бигерәк, әлеге категория граждандарға социаль ярҙам саралары ҡаралған. Дәүләт хакимиәте органдары тарафынан белем алғанда, эшкә урынлашҡанда, гарантиялар бирелә hәм тәьмин ителә. Районда етем балаларҙы hәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тораҡ менән тәьмин итеү айырым иғтибар үҙәгендә. Был маҡсаттар өсөн федераль hәм республика бюджеттарынан 5525821 һум күләмендә аҡса бүлеп бирелде. Быйыл ете етем бала уңайлыҡтары булған фатир менән тәьмин ителде. Был яҡшы күрһәткес. Тораҡ милекселәре булған өс баланың фатирҙарында ремонт яһалған. Тораҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн республика бюджетынан 150 мең һум аҡса бүлеп бирелгән. Тораҡ менән тәьмин итеү буйынса теркәү иҫәбендә тағын 48 кеше тора.
— Етем балаларға hәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға түләүһеҙ медицина хеҙмәте күрһәтеү hәм дәүләт hәм муниципаль дауалау-профилактика учреждениеһында оператив дауаланыу тәҡдим ителә. Шул иҫәптән, тейешле бюджет аҡсалары иҫәбенә йыл һайын диспансеризация, һаулыҡ һаҡлау, даими медицина тикшереүҙәре уҙғарыу. Һаулыҡ һаҡлау өсө 2018 йылда республика бюджетынан 491 000 һум аҡса бүлеп бирелде. 24 бала Миәкә районының «Хыял» балалар лагерында, Октябрьский ҡалаһы «Росток» күп профилле балалар шифаханаһында биш бала ял итте. 52 бала көндөҙгө булыу үҙәктәрендә, Өфө ҡалаһының «Салют» шифаханаһында ике бала.
— Флүрә Файзылғаян ҡыҙы, етемдәр аҙыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
— Иң беренсе сиратта, ауыр тормош хәлендә булған, социаль хәүефле ғаиләләр менән эшләргә, уларға тормош ауырлыҡтарын еңeргә ярҙам итeргә кәрәк. Районда профилактик эшләргә барлык социаль хеҙмәттәр hәм битараф булмаған кешеләр ҡушыла. Yҙ-ара тығыҙ бәйләнештә беҙ социаль етемлекте еңeргә тырышабыҙ.
Әңгәмә аҙағында район халҡын мөғжизәле байрам — яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотларға теләйем. Райондың барлыҡ балалары ла ғаиләләрендә йәшәүҙәрен, уларҙы яратыусы ата-әсәләре булыуын теләйем. Район халҡына бәхет, теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйем hәм hәр кемде тыуған йортонда көтөп тороусы булһын.
Ирина МИХАЙЛОВА әңгәмәләште.