Уҙған йылдарҙа барлыҡ дәрәжәләге һайлау комиссиялары тарафынан төп Конституция хоҡуғын тормошҡа ашырыуға — һайларға hәм һайланыусы булырға йүнәлтелгән ҙур эш башҡарылды. Территориаль һайлау комиссияһы эше тураһында уның рәйесе Валерий Васильевич Семенов менән һөйләшәбеҙ.
— Валерий Васильевич, 25 йыл эсендә һайлау законында ниндәй үҙгәрештәр булды?
— Хәҙерге заман һайлау системаһының барлыҡҡа килеүе hәм үҫеше беҙҙең илдә демократик үҙгәрештәр, көслө хоҡуҡи дәүләт төҙөлөшө менән тығыҙ бәйләнгән. 25 йыл дауамында Рәсәй һайлау системаһы, һайлауҙар тураһындағы закондар етди үҙгәрештәр кисерҙе, күп һанлы яңылыҡтар апробацияланды hәм индерелде. Һәм бөгөн Конституцияла беркетелгән һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатынан һайлау системаһын камиллаштырыу дауам итә. Ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе генә һанап китәм. 2000 йылда «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһы (ГАС) файҙаланыуға индерелде, уның ярҙамында һайлауҙарҙы билдәләү датаһынан башлап, йомғаҡ яһауға hәм протоколдар төҙөүгә ҡәҙәр барлыҡ һайлау эштәренә тулы контроль алып барыла. 2013 йылдан берҙәм тауыш биреү көнө — сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе билдәләнде. 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡулланылған һайлаусыларҙы ваҡытлыса йәшәү урыны буйынса исемлектәргә керетеү системаһы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Хәҙер һайлаусы үҙенә уңайлы булған һайлауҙарҙа тауыш бирә ала. Халыҡтың һайлау процесына ышанысын арттырыу өсөн технологик яңылыҡтар — тауыш биреү өсөн үтә күренмәле тартмалар, видеокүҙәтеү системаһы, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) керетелә. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа беренсе тапҡыр «мобиль һайлаусы» механизмы йәлеп ителде.
— Территориаль һайлау комиссияһы ниндәй эш алып бара?
— Һайлау кампаниялары осоронда һайлау комиссиялары кандидаттарҙың, күҙәтеүселәрҙең, граждандарҙың, киң мәғлүмәт сараларының иғтибар үҙәгендә. Уларҙан теүәллек, көйлөлөк, оперативлыҡ hәм ғәҙеллек көтә. Территориаль һайлау комиссияһын 2015 йылдың декабренән етәкләйем. 2018 йылдың июнендә биш йылға участок һайлау комиссияларының яңы составы формалаштырылды. 44 участок һайлау комиссияһы составында 263 кеше. Участок һайлау комиссиялары ағзазаларының төп бурысы — уҡытыу, hөнәри дәрәжәне күтәреү. Бишбүләк районы территориаль һайлау комиссияһы бишенсе hәм алтынсы саҡырылышта БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау буйынса (2013 hәм 2018 йылда) ике тапҡыр округ һайлау комиссияһы булды.
— Һайлауҙар юғары дәрәжәлә уҙһын өсөн һайлау комиссияһы ағзаһы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Һайлауҙар ул — компетентлыҡҡа, ныҡлыҡҡа, асыҡлыҡҡа hәм үтә кyренмeлелеккә һынау. Район комиссиялары ла әлеге һынауҙарҙы hәр ваҡыт намыҫ менән үтәне. Һайлау комиссиялары составына инеүселәр, эске ойошҡанлыҡ һәм ҡәтғи тәртипле, һайлау процесының барлыҡ нескәлектәрен белеүсе кешеләр. Башҡалар бында эшләй алмай.
— Һеҙ етәкләгән һайлау комиссияһы киләсәккә эшләй: ил закондарын белеүсе, дөрөҫ һайларға, үҙ ҡараштарын яҡларға һәләтле ил патриоттарын, буласаҡ һайлаусыларҙы тәрбиәләй.
— Район мәктәптәрендә дәрестәрҙә hәм дәрестән тыш ваҡытта йәш быуындың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтeреү буйынса ҙур эш алып барыла. Йыл һайын территориаль һайлау комиссияһы район үҙәк китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һайлау хоҡуғы буйынса конкурстар үткәрә. Уҡыусылар менән «Мин йәш һайлаусы» тигән викториналар, конкурстар үткәрелә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, ҡатнашыусылар үҙҙәре бындай сараларға етди ҡарай, һайлау процесы нигеҙҙәрен өйрәнә, Рәсәйҙең киләсәге, ни өсөн тауыш биреүҙә hис шикһеҙ ҡатнашырға кәрәклеге тураһында фекер алыша.
— Юбилей датаһы уңайынан һеҙҙең теләктәрегеҙ.
— Һәр гражданин һайлауҙарҙа ҡатнашыу ул — бурыс түгел, ә маҡтаулы хоҡуҡ икәнлеген иҫендә тотһон ине. Һайлауҙарҙа hәр һайлаусының тауышы мөhим. Һайлауҙарҙы әҙерләү hәм үткәреү буйынса мөhим hәм яуаплы эштe ҡатнашыусыларҙың барыһын да Рәсәй Федерацияһы һайлау системаһының ярты быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайым. Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ hәм именлек теләйем. Территориаль, участок һайлау комиссиялары ағзаларына, һайлау процесы ветерандарына һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт. Һайлауҙарҙа актив ҡатнашҡан, үҙенең Конституция hәм гражданлык бурыстарын үтәгән һайлаусыларға рәхмәт.
Ғәзинур Мөхәммәт улы Хисмәтов:
— Конституция ҡабул итеүҙә туранан-тура ҡатнаштым. 1993 йылда Дүсәндә участок һайлау комиссияһы рәйесе булдым, тап бына шул ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул иттеләр. 2005 йылдан алып 2010 йылға ҡәҙәр район Советы секретары булып эшләнем, һайлау системаһына кураторлыҡ иттем. 2010 — 2015 йылдарҙа райондың территориаль һайлау комиссияһын етәкләнем. Был йылдарҙа видеокүҙәтеү кеүек яңылыҡ барлыҡҡа килде, беренсе тапҡыр КОИБтар ҡабул ителде. Беҙҙең районға Бишбүләк, Миәкә райондары hәм Стәрлебаш районының бер өлөшө ингән округ һайлау комиссияһы бурыстары йөкмәтелде.
— 1978 йылда партия район комитетының пропаганда hәм агитация бүлегендә эшләй башланым. Шул ваҡыттан алып барлыҡ дәрәжәләге һайлауҙарҙы ойоштороуҙа ҡатнаштым, участок һайлау комиссияларында партияның район комитеты вәкиле булдым. 1992 — 1993 йылдарҙа Туймазы ҡалаһында округ һайлау комиссияһы ағзаһы булдым. 1999 йылдың 29 декабрендә мине Бишбүләк районының территориаль комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. 2010 йылдың 22 декабренә ҡәҙәр, хаҡлы ялға сыҡҡансы, район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе итеп алты тапҡыр һайландым. Был һайлау кампанияларында шактай тәжрибә тупланды. Хәҙер тауыштарҙы һанау процесы автоматлаштырылған, ә беҙ үҙ ваҡытында был эште ҡулдан башҡарҙыҡ. Эштә ҡатлаулы, ауыр hәм яуаплы миҙгелдәр булды. Һайлау кампаниялары осоронда үҙ-ара аңлашып эшләгән өсөн барыһына ла рәхмәтлемен.
Ирина Фомина әңгәмәләщте.