Көньяҡ-көнбайыш төбәк-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Бишбүләк районы буйынса бүлеге инспекторы Айгөл Сәғиҙулла ҡыҙы Әхмәдишина инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса райондағы ситуация менән таныштыра.
— Инвалидтар эшкә урынлашыуҙа ниндәй ҙә булһа ауырлыҡтар кисерә: төрлө һылтауҙар менән йыш ҡына эш биреүселәр уларҙы эшкә урынлаштырмай, хоҡуҡтарын сикләй, ҡайһы бер эш төрҙәрен башҡара алмаҫлыҡ итә. Ни эшлeргә?
— Көньяк-көнбайыш халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Бишбүләк районы буйынса бүлеге Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тарафынан әлеге категория граждандарҙы эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеүгә һәм хеҙмәт баҙарындағы социаль көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән комплекслы саралар тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән төп сараларҙың береһе — эш урындарын квоталау.
— Эш урындарын квоталау нимәне аңлата?
— Квота ул — инвалидтар эшләй торған эш урындары һанын да керетеп, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындары булдырырға hәм (йәки) бүлеп бирергә тейешле минималь эш урындары.
Башҡортостан Республикаһы территорияһында, әгәр хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса исемлек һаны 35 hәм унан да күберәк тәшкил итә икән, эш биреүсе өсөн ике процент квота урынлаштырыла. Инвалидтарҙы эшкә ҡабул итеү өсөн урынлаштырылған квота иҫәбенә эш урындары квартал һайын алдағы кварталда булған уртаса исемлек һанынан сығып үҙ аллы иҫәпләнә.
Район территорияһында квота ун туғыҙ ойошмаға билдәләнгән.
— Эш урындарын квоталауҙан тыш, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу проблемаларын хәл итеү буйынса башҡа программа ла ҡаралғанмы?
— Хеҙмәт баҙарындағы хәлде яҡшыртыу маҡсаттарында 2010 йылдан башлап мәшғүл булмаған инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса өҫтәмә саралар республика программаһы тормошҡа ашырыла. Әлеге программа сиктәрендә эш биреүселәргә эш урыны булмаған инвалид өсөн төҙөлгән килешеү нигеҙендә эш урынын ойоштороуға hәм йыһазландырыуға субсидия бирелә, йәғни эш биреүсенең инвалид өсөн эш урынын ойоштороу менән бәйле сығымдары компенсациялана.
— Эш биреүсе сығымнарына нимә инә?
— Хеҙмәт һаҡлау талаптарын, санитар ҡиғиҙәләрен hәм нормаларҙы иҫәпкә алып, уңайлы климат шарттары тыуҙырыу өсөн йыһаздар, махсус аудиопрограммалар hәм программа тәьминәте һатып алыу, һатып алынған йыһаздарҙы монтажлау hәм урынлаштырыу, инвалидтың хеҙмәт hәм ялдарын тәьмин итеү маҡсатында интерьерҙың айырым элементтарын үгәртеү — инеү өсөн пандустар урынлаштырыу, ишекте киңәйтеү, санитар-көнкүреш биналарын яңынан йыһазландырыу hәм башҡалар эш биреүсе сығымдарына инә.
— Сығымдарҙы ҡаплау суммаһы ниҙән ғибәрәт hәм эш урындарын кем контролдә тота?
— Бер даими эш урынын йыhазлауға (йыһазландырыуға) сығымдарҙы түләүҙең максималь күләме — 1 йәки 2 төркөм инвалид өсөн 100 мең hәм 3 төркөм инвалид өсөн 80 мең һумдан да артыҡ түгел.
Мәшғүл булмаған инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлауҙы контролдә тотоу эш урындары ойошторолғандан hәм эш биреүсе менән мәшғүл булмаған инвалид араһында ярашлы беренсел хеҙмәт килешеүҙәре төҙөлгәндән һуң, ике йыл дауамында Көньяҡ-көнбайыш халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Бишбүләк районы буйынса бүлеге тарафынан башҡарыла.
— Эшһеҙ инвалид hөнәри әҙерлек, яңынан әҙерләү hәм квалификация күтәреү хоҡуғына эйәме?
— Ғәмәлдәге закон нигеҙендә, билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип танылған инвалидтар hөнәри әҙерлек, яңынан әҙерләү hәм квалификация күтәреү буйынса өҫтөнлөккә эйә.
Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеүгә ярҙам итеүсе сараларҙың береһе — hөнәри белем алыу hәм өҫтәмә hәнәри белем алыуға дәүләт персонификацияланған белем биреү сертификатын тормошҡа ашырыу.
Белем биреү сертификаты ул — гражданинға бирелә торған hәм уның hөнәри белем алыуға финанс ярҙамы алыу йәки өҫтәмә hөнәри белем алыу хоҡуғын раҫлай торған исемле документ.
Белем биреү сертификаты алыу хоҡуғына инвалидтар араһынан бындай граждандар эйә. Әлеге сертификатты биреүҙең төп маҡсаты булып эшкә урынлаштырыу тора. 2018 йылда белем биреү сертификаты суммаһы 10 мең һум тәшкил итте.
— Инвалидтарға ҡарата тағын ниндәй үҙгәрештәр планлаштырыла?
— 2019 йылдың ғинуарына «Рәсәй Федерацияһында халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһында» законға үҙгәрештәр индерелә. Был эшкә урынлашыуҙың барлыҡ этаптарында (эш эҙләү, эшкә урынлашыу, өҫтәмә йыһазлау (йыһазландырыу), эш урынында адаптация, (hөнәри белемдәр, оҫталыҡ hәм хеҙмәткә өйрәнеү процесында) ярҙам күрһәтеүгә мохтаж булған башҡа заттарға башҡа кешеләрҙең (кураторҙар, профконсультант, остазға) шәхси ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Ихтыяж булған осраҡта эшкә ҡабул ителгән инвалидҡа эш урынына hәм кире хәрәкәт итеү маршрутын формалаштырыуҙа hәм үҙләштереүҙә, шулай уҡ ойошма территорияһы буйынса эш урынына тиҙ арала инеү маҡсаттарында эш биреүсе тарафынан ярҙам күрһәтелә.
Хеҙмәт йәшендәге инвалидтар hәм эшләүгә инвалидтар һаны мониторингын даими алып барабыҙ, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу буйынса эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.