Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 16:33

Ғаилә - йәшәү усағы

“Балалар – беҙҙең бәхетебеҙ” - ти Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Ғәзизйәновтар

Ауыл өҫтөнә декабрь ҡояшының һүрән нурҙары төшә. Эңер мәле. Ауыл кешеһе көндәлек мәшәҡәттәренән тап ошо ваҡытта ғына бушай. Шуға күрә лә яҙасаҡ геройҙарым, күп балалы ғаиләнең хәлен белешеү өсөн ошо мәлде һайланым.

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Ғәзизйәновтарҙың йорто быйыл йәй айында уҙғарылған ауыл байрамында иң күркәм йорттар рәтендә урын алғайны. Әле лә тәҙрәләрендә емелдәп гирляндалар янған был йорт алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торғандай. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, эскә үтеү менән күңелде рәхәтлек тойғоһо һәм тыныслыҡ биләп ала. Ғаилә башлығы Анир хәстәрлекле хужа булараҡ, ир-егеттәр эшен урын-еренә еткереп башҡарһа, хужабикә иһә йортта күркәмлек, бөхтәлек тыуҙырған.

Бик күп ир-егеттәр кеүек, ғаилә башлығы ун йылдан ашыу инде вахта ысулы менән Ханси-Мансы округының Тарказ-Сале поселогында электромонтер булып эшләй. Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сит тарафҡа сараһыҙлыҡтан эш эҙләп китә. Ярай әле бөтөнләйгә күсеп китмәйҙәр, бер-ике ай эшләйҙәр ҙә, ялға тыуған яҡтарына ҡайталар, ауылда матур итеп донъя көтәләр. Өйҙәрендә уларҙы яратҡан ғаиләләре көтөп тора.

- Өйрәндек инде хәҙер. Анир ҡайтҡан арала ауыр эштәрҙе эшләп бөтөп китә. Йәйгеһен баҡсаны, ҡышын мал-тыуарҙы ҡыҙҙар менән үҙебеҙ ҡарап торабыҙ, - тип тыйнаҡ ҡына яуап бирә хужабикә. – Ә Анир ҡайтыр юлға сыҡһа, ҙур байрам көткәндәй әҙерләнәбеҙ: мунса яғабыҙ, тәмле ризыҡтар бешерәбеҙ...

Эйе, Клара менән Анир Ғәзийәновтарҙың ҡулға-ҡул тотоноп ғаилә ҡороуҙарына егерме һигеҙ йыл, ә барыһы ла кисә генә булған кеүек…

Клара күрше Миәкә районында ғына тыуып үҫһә лә, яҙмыш тигәндәре уны Анир менән Үзбәкстандың Ахангаран ҡалаһында осраштыра. Клара студент булһа, Анир армияла хеҙмәт иткәндән һуң, бында телемастер булып эшләй. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, мәктәп йылдарында уҡ техника яңылыктары менән ҡыҙыҡһынған, “Техника молодежи” кеүек журнадар яҙҙырып уҡыған егет, электән үк радиоалғыс, транзисторҙарҙы һүтеп, үҙенсә үҙгәртеп ҡора. Анирҙың ҡул ярҙамы ауылдаштарына ла тейә. Совет осорондағы башына һуҡһаң ғына эшләп китә торған көйһөҙ телевизорҙарын ремонтлап биреүҙе үтенеп күптәр мөрәжәғәт итә уға.

Өйләнешкәндән һуң йәш ғаилә тыуған яҡҡа юл тота - Миәкә районындағы Садовый ҡасабаһында төпләнә. Анир бында ла үҙ һөнәре буйынса эшләй, Клара иһә улы Дамирҙы тәрбиәләй, кескәй ҡыҙы менән декрет ялында ултыра. Әммә тыуған ер, тыуған нигеҙ, тыуған тупһа йәштәрҙе үҙенә тарта.

- Ҡаныҡайға ҡайтҡас, ҡайным баҡса башынан урын бүлеп бирҙе һәм беҙ күрше ауылдан ҙур булмаған йорт һатып алып, шуны күсереп һалдыҡ. Ә төп йортҡа минең бер туған һеңлем Лира килен булып төште, ул минең иремдең игеҙәк һыңары Винерға тормошҡа сыҡты. Шулай итеп, беҙ апалы-һеңлеле килендәштәр булып киттек, - тип йылмая Клара Борис ҡыҙы. - Донъялыҡта туғандарһыҙ ҡыйын. Эс сереңде һөйләү өсөн дә туған кәрәк бит. Ошо көнгә ҡәҙәр шатлыҡтарыбыҙ ҙа, ҡайғы-хәсрәттәребеҙ ҙә, байрамдарыбыҙ ҙа уртаҡ.

“Һәр бер бала үҙ ризығы менән тыуа” тигән һүҙҙең хаҡлығына инанған Ғәзизйәновтар бөгөн күп балалы ғаилә. Әммә, кем әйтмешләй, үҙ көйөңдө көйләр өсөн ныҡлы йортоң булыуы шарт – ғаилә башлығы өр-яңынан йорт төҙургә ниәтләп, 2012 йылда иҫке йорт йәнәшәһенә нигеҙ һала. Әсәлек капиталы иҫәбенә икенсе ҡатты ла төҙөп ҡуялар.

- Ауылда торһаҡ та, барлыҡ уңайлыктары булған йортта йәшәгебеҙ килде. Барсыһын да үҙебеҙгә ҡулайлаштырып төҙөргә тырыштыҡ: аш-һыу бүлмәһен иркен итеп яһаныҡ. Дөрөҫ, икенсе ҡатта йылы юҡ әле, уның ҡарауы бәҙрәф, мунса ла өйҙә. Иң мөһиме, балаларҙың һәр ҡайһыһының үҙ мөйөшө бар, - тип һөйөнә хужабикә.

“Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт”, “Ҡыҙлы әсәй – бәхетле әсәй” тигән мәҡәл-әйтемдәр бар халыҡта. Клара Борис ҡыҙы бишләтә бәхетле – уның биш ҡыҙы бар. Етмәһә, улы Дамир Мәсетле ҡыҙы Эльвираға өйләнеп, ғаиләне тағы ла ике гүзәл затҡа арттырған – Аиша исемле ейәнсәр бүләк иткән улар олатай менән өләсәйгә.

- Иң ҙур ҡыҙыбыҙ – Алиям бәләкәйҙән үк ҡул араһына керҙе, һыйыр ҙа һауҙы, һеңлеләрен дә ҡарау мәшәҡәте менән бүлешкәс, ауырға тура килмәне улай. Апайҙары ҡулынан да төшөрмәне уларҙы. Икенсеһе - Динара Бәләбәй педагогия колледжында, ә Дианабыз – Октябрьскида компьютер эше буйынса һөнәр ала. Әйтергә кәрәк, ҡыҙҙарыбыҙ барыһы ла түләүһеҙ бүлектәрҙә уҡый. Был ғаилә йылы ла беҙҙең өсөн әһәмиәтле булды: медицина колледжында белем алыусы Алиябыҙ Ҡасҡын ауылы егете Руслан белән яҙмышын бәйләне, - ти өй усағын, тыныслығын һаҡлаусы әсә. - Бар тормошом балалар өсөн, улар тип йәшәйем. Һәр ҡайһыһын уҡырға оҙатып ҡалам, ашарға бешереп ҡаршы алам. Ситтәгеләре: “Әсәй, ҡайтам” тип шылтыратһа, тәҙрә янынан китмәйенсә уларҙы көтәм.

Ғаиләләге иң кескәй ҡыҙ Лиана ауыл мәктәбендә 3-сө класта уҡый, ул Диана апаһы кеүек, көнсығыш бейеүҙәрен оҫта башҡара. Әле уның туғандарының иғтибарын тойоп, тыуған йорт бишегендә наҙланып үҫер сағы ғына. 8-се класс уҡыусыһы Гүзәлиә - әсәһенең төп ярҙамсыһы. Аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә оҫта ҡыҙ, апаһына кейәүгә сыҡҡанда нағышлап алъяпкыстар ҙа сиккән.

- Бала саҡта бергә уйнап үҫһәләр, әле үк ололары кеселәрен хәстәрләп, ярҙам итеп тора. Үҫкәс тә, бер-береһенә терәк булырҙар тип ышанам. Әлбиттә, ҙур ғаиләнең мәшәҡәттәре лә етерлек, ләкин шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ ҙа күберәк, бәхетебеҙ ҙә тулыраҡ, - ти күмәк балалы Ғәзизйәновтар.

Ләйлә Ғүмәрова,

ғаилә архивынан алынған фото.
Читайте нас: