Бөгөнгө ысынбарлыҡта күп кенә сәбәптәр арҡаһында, уларҙың күбеһен шәхси тәжрибәнән үк аңлап, бер түбә аҫтында һигеҙ кеше — өс быуындың килешеп йәшәүен һирәк күрергә мөмкин.
— Бишбүләк ауылында йәшәүсе Федотов фамилиялы ғаиләләр шаҡтай күп. Һәр кешенең үҙ шәжәрәһе тарихы бар, — тип һөйләй Геннадий Игнатьевич Захаровтың төҙөлөш бригадаһында хаҡлы ялға сыҡҡансы ярты быуат эшләгән, РФ Хеҙмәт ветераны Михаил Самуилович. — Тыумышым менән Киҫтәнле-Боғҙан ауылынан. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны hәм икенсе төркөм инвалид Самуил Ефимович hәм әсәйем Любовь Дмитриевна Федотовтарҙың алты улы hәм өс ҡыҙы бар ине. Ҙур hәм татыу ғаилә булып йәшәү ул — беҙҙең нәҫелдән-нәҫелгә килә. 1975 йылда Бишбүләк урта мәктeбен тамамлағандан һуң, колхоз төҙөлөш бригадаһында эшләй башланым.
Һуңыраҡ Михаил Федотов Яр Саллы ҡалаһында СМУ-46 төҙөлөш ойошмаһында бәхетен һынап ҡарарға булған. Унда бер йыл эшләгәс, Михаил Бишбүләк ПМК-1012 (РАПСО)ға ташсы булып урынлаша.
— Был ойошмала ул таратылыуға ҡәҙәр эшләнем, — тип дауам итә Михаил Федотов. — Бында буласаҡ тормыш юлдашымды осраттым. Баҙлыҡ ауылынан Венера Иванова штукатур-маляр ине. Беҙ 1982 йылдың 23 февралендә өйләнештек. Еңеү көнө алдынан, миңә 25 йәш булһа ла, армияға алдылар. Ике йыл Ҡаҙағстандың Экибастуз ҡалаһында төҙөлөш ғәскәрҙәрендә тимер-бетон конструкцияларҙы монтажлаусы булып хеҙмәт иттем. Армиянан һуң тыуған бригадама әйләнеп ҡайттым. Ул ваҡытта бөтә ил, республика hәм район буйынса ҙур төҙөлөш эштәре бара ине. Беҙҙең бригада Бишбүләктә Һаҡлыҡ банкы филиалы, хәрби комиссариат, район элемтә селтәре биналары, элекке ауыл хужалығы химияһы, һалым инспекцияһының барлыҡ төҙөлөштәре, өс президент йорто hәм ике ҡатлы тулай тораҡ төҙөлдө. Набережный ауылында һарыҡсылыҡ комплексы, Дүсән Мәҙәниәт йорто, Айыт мәктәбенә төкәтмә, Сухоречка ауылында Мәҙәниәт йорто, гараж, тулай тораҡ, Кесе Сиҙәк ауылында ике ҡатлы мәктәп төҙөнөк. Бригада райондан ситтә лә эшләне: Приютта АЗС, Булановкала һыйыр аҙбары, Турай ауылында өс фатирлы йорт hәм башланғыс мәктәп төҙөнөк.
Хеҙмәт ветерандары Венера Ивановна hәм Михаил Самуилович Федотовтарҙың ике улдары бар. Өлкәндәре Алексей шофер булып эшләй. Уныn тормош иптәше Светлана Юрьевна «Торнаҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Йәштәрҙең ҡыҙҙары Рада, Вероника hәм улдары Иван үҫеп килә. Ун алты йыл элек Венера hәм Михаил Федотовтар ике йәшлек Владимир Петровты опекунлыҡҡа алған. Тиҙҙән Владимирға ун һигеҙ йәш тула. Ул Бәләбәй колледжы филиалында икенсе курста электромонтерлыҡа уҡый.
— Быйыл беҙ күп балалы оло улыбыҙҙың ғаиләһе өсөн ике ҡатлы яңы йорт төҙөргә булдыҡ, — ти Михаил Самуилович. — Бер йыл элек төҙөлөш өсөн участок алғайныҡ, мунса, йорт-ҡаралты төҙөнөк. Быйыл йәй йортҡа нигеҙ һалдыҡ. Балаларға hәм ейәндәргә hис шикһеҙ ярҙам итәсәкбеҙ.