Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 11:56

Yҙ-ара килешеп йәшәүҙәргә ни етә?!

— Михайловка ауылынан Василий менән Наталья Ефремовтарҙың төп тормош девизы

— Беҙ ирем менән төп михайловкалы: ҡайҙа тыуҙыҡ, шунда яраныҡ, — тип таныштыра үҙенең ҙур ғаиләһе менән Михайловка коррекция мәктәп-интернатында технология уҡытыусыһы булып эшләүсе Наталья Александровна. — Мин бала саҡтан уҡ хайуандар яраттым. Шуға күрә лә, моғайын, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға индем. Диплом алғас, үҙ һөнәрем буйынса тыуған совхозымда эшләй башланым. Һуңыраҡ Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына уҡырға индем hәм уҡытыусы-дефектолог дипломы алдым. Ун тугыҙ йыл самаһы малайларҙа ауыл хужалығы хеҙмәте дәрестәре алып барам.

Василий Ефремов — һөт продукцияһы етештереүсе «Олвас» йәмғиәте етәксеһе. Бәләбәй һөт комбинаты дирекцияһы әлеге ауыл хужалығы предприятиеһының сифатлы һөт етештергәне hәм заводҡа ебәргәне өсөн юғары баһалай.

Йортта беҙ мал аҫрамайбыҙ, әммә баҡсабыҙ бар, — тип дауам итә Наталья Ефремова. — Беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ бар. Өлкәне Рената кейәүҙә, Өфөлә йәшәй һәм эшләй, Артем менән Семен исемле ейәндәр бүләк иттеләр. Кесебеҙ Анна әлегә студент. Яратҡан ике туған туғандарыбыҙ Гриша менән Денис өсөн беҙ улар бәлиғ булғанға ҡәҙәр опекун булдыҡ. Малайҙарҙың әсәһе Алена — минең туғаным. Бер ваҡыт төндә, беҙ Алена менән ул идара иткән автомобилдә өйгә ҡайтып килгәндә, юлға көтмәгәндә бик зур мышы килеп сыҡты, водитель яғына килеп бәрелде. Алена hәләк булды. Гриша ул саҡта етенсе, ә Денис бишенсе класта уҡый ине. Уларҙың аталары, физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Вадим Петрович Павлов бер нисә йыл элек вафат булды. Балалар ата-әсәһеҙ тороп ҡалды.

Туғандарының иғтибары hәм хәстәрләүе менән сорнап алынған малайҙар көслө рухлы булып үҫкән, мәктәпте тамамлаған. Баш ҡаланың нефть университеты магистратураһында уҡыуҙы тамамлап, Григорий Ямал-Ненец округында Муравленко ҡалаһында йәшәй hәм эшләй. Уның үҙ ғаиләһе бар, ҡыҙы Елизавета тыуған. Денис армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, нефть университетына уҡырға кергән. Ул Василий Ивановичҡа хужалыҡта hәр төрлө ярҙам күрһәтергә тырыша.

— Балалар hәм ейәндәрҙең именлеге — был тормошта иң ҙур шатлыҡ, — ти һүҙен тамамлап Наталья Александровна. — Буш ваҡытында ирем балыҡ тоторға ярата. Ә мин хорҙа йырлайым. Күңелем өсөн күптән сәскә үҫтереү менән шөғөлләнәм.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы
Читайте нас: