Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2018, 13:51

Ижади ҡарашлы уҡытыусы

Михайловка урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Мария Вениаминовна Андреева 29 йыл ғүмерен яратҡан хеҙмәтенә бағышлаған

Күңеленә ятҡан һөнәр һайлаған кешеләргә хас булғанса, уның да хеҙмәт кенәгәһендә яҙмалар бик аҙ. Мария Андреева кеүектәр үҙ эштәрен йылдан-йыл еренә еткереп башҡара hәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

— Беҙҙең мәктәптә Мария Вениаминовна 1989 йылдан бирле эшләй. Йәрмәкәй районында тыуып-үҫкән. Бәләбәй педучилищеһын тамамлағас, ул беҙгә килә, ғаилә ҡороп, ғүмерлеккә бында ҡала, — ти мәктәп уҡытыусыһы тураһында Михайловка урта мәктәбе директоры Наталья Никитина. — Ул юғары белемле, беренсе квалификация категорияһына эйә педагог. Мария Андреева «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе менән билдәләп үтелде.

Күп йылдар Мария Вениаминовна яңы мәғлүмәти hәм һаулыҡ һаҡлау технологияларын һөҙөмтәле ҡуллана, уларҙы уҡыу процесына индерә. Төрлө дәрәжәләге дифференциация технологияларын яҡшы белә, үҙ эшeн уҡыусыларҙың психологик hәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойоштора. Дәрестәргә әҙерлек барышында белем биреү — тәрбиә мәсьәләләрен ҡуйыуға, дәрестең теүәл, мауыҡтырғыс ойошторолоуына, уның күрһәтмәлелегенә айырым иғтибар бирелә. Башланғыс класс уҡытыусыһы дәрестең өс өлөштән торған маҡсатына ирешеүҙе уҡытыу методтарын hәм алымдарын маҡсатҡа ярашлы итеп һайлап алыуҙы тәьмин итә. Уның педагогик практикаһына дәрес үткәреүҙең стандарт булмаған формалары ныҡ үтеп ингән.

— Башланғыс класс уҡытыусыһы ул — универсаль педагог hәм балаларҙың һәләттәрен асыуҙа ҙур профессионал, — тип дауам итә мәктәп директоры. — Мария Андреева үҙе һәр яҡлап һәләтле: йырлай, пианинола уйнай hәм бик яҡшы һүрәт төшөрә. Уҡыусыларҙың ижади атмосфераһын тыуҙырыу буйынса класта биҙәү эшенә ҙур иғтибар бирә, уларҙа эстетик зауыҡ, күҙәтеүсәнлек hәм танып-белеү ҡыҙыҡһыныуы кеүек уҡытыу-тәрбиә маҡсаттарын hәм бурыстарын күҙ уңында тота. Уҡыу барышында шәхси йүнәлешле хәлдәрҙе булдырыу балаларҙың шәхси мөмкинлектәрен асырға, ижади һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә. Класс етәксеһе булараҡ, ул балаларҙы ойошҡанлыҡҡа өйрәтә, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм яуаплылыҡ тәрбиәләй, үҙ-үҙеңде баһалау күнекмәләрен үҫтерә.

Мария Вениаминовнаның тормош иптәше Олег Андреев районда йәшәүсе күп кенә кешеләргә үҙенең мауығыуҙары менән яҡшы таныш — ул металдан сүкеп биҙәктәр яһай. Михайловканың оҫта тимерсеһе ябай сүкеше hәм һандал менән инде тулы бер шедеврҙар галереяһын булдырған. Уларҙы күрергә генә кәрeк! Иң ҡыҙығы шунда: металдан яһалған шедеврҙың ижади идеяһы, уның беренсе ҡараламаһы hәр саҡ оҫтаның ҡатынының башында тыуа. Мария Вениаминовнаны хаҡлы рәүештә үлемһеҙ әҫәрҙәрҙең авторҙашы, тип атарға була.

— Мария Андреева үҙенә йөкмәтелгән һәр эшкә яуаплы ҡарай, ижади яҡтан даими рәүештә үҙенең педагогик оҫталығын камиллаштыра, — тип һығымта яһай Наталья Николаевна. — Уҡыусылар hәм ата-әсәләр менән дуҫтарса мөнәсәбәттә. Хеҙмәттәштәре араһында ҙур ихтирам ҡаҙана.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: