Уҙған йыл Бишбүләктән Хәйруллиндар өсөн сағыу ваҡиға — «Быуын» («Поколение») өс быуынлы ғаилә ижады республика конкурсында ҡатнашыу менән иҫтә ҡалған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ғаилә маҡтаулы икенсе урынды алған. Был юлы уны Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышлағандар. Ун ғаилә ғариза биргән, шуларҙан Стәрлетамаҡ, Учалы hәм Бишбүләктән өс ғаилә финалға сыҡҡан.
Динар hәм Зилә Хәйруллиндарҙың ғаилә стажына 14 йыл. Улар өс бала тәрбиәләй: 13 йәшлек Айгөл, ете йәшлек Лилиә hәм ике йәшлек Әғзәм. Хәйруллиндарҙың олаталары Ғәзинур менән өләсәләре Фәниә бар, улар hәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Баш ҡалаға конкурсҡа улар бара алмаған, әммә йәш ғаиләгә Динарҙың туғаны Руслан менән Зиләнең һеңлеһе Алһыу Хажғәлиева теләктәшлек белдергән. Хәйруллиндарҙың ҙур ҡыҙҙарының күреү һәләте буйынса проблемалар бар. Ауырыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙ яҡшы уҡый, сәнғәт мәктәбенең сәнғәт бүлегендә шөғөлләнә. Yҙ рәсемдәрен ул конкурсҡа «Минең династия» күргәҙмәһендә күрһәтергә алып барған, уны ҡатнашыусы ғаиләләр әҙерләргә тейеш ине. Бишбүләк ғаиләһе жюри ағзаларына мауыҡтырғыс шөғөлдәрен, ғаиләнең яратҡан аштарын сағылдырыусы бай күргәҙмә, шәжәрә ағасы, стена гәзите тәҡдим иткән. Бай табында бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бәлеш, ҡымыҙ, бал, төрлө ҡайнатмалар ҡуйғандар. Жюри ағзаларына олаталарының атаһы Сөләйман Нуриевтың ижади альбомын тәҡдим иткәндәр. Ул һуғышта ҡатнашҡан ваҡытта һуғыш тураһында шиғырҙар hәм хикәйәләр яҙған. Ҡатнашыусыларҙың күргәҙмәләрен яҡлауы, ғаилә тормошоноң йәшәү рәүеше тураһында һөйләүе өсөн биш минут ваҡыты булған. Бәйгенең сираттағы этабы «Таныш булайыҡ!» визит карточкаһы. Хәйруллиндар ғаилә ағзаларының барыһын да үҙенсәлекле итеп тәҡдим иткән hәм уларҙың «hәр йәшәлгән көн, hәр ваҡ-төйәк, hәр ваҡиға»ның ҡәҙерен белеүҙәрен күрһәткән — уларҙың иҫәлектәрен һандыҡта һаҡлайҙар. Бында беренсе күрешеүҙе символлаштырыусы зонтик, фата, бала тыуҙырыу йортонан бирка, фотолар менән ғаилә альбомы. Өсөнсө этап интеллектуаль була — «Әсәй булдыра, атай булдыра, ә олатай менән өләсәй — ярҙам итәсәк!». Командаларға алып барыусының республиканың 100 –йыллығына бағышланған һорауҙарына яуап бирергә кәрәк була. «Бишек йыры» бәйгеһендә балалар үҙҙәренең ижади hәм артислыҡ һәләттәрен күрһәткән. Айгөл hәм Лилиә әсәйҙәр тураһында йыр башҡарған. «Модалы ҡыҙҙар» конкурсында командалағы ҡатын-ҡыҙҙар бәйгене ойоштороусылар тәҡдим иткән кейемдәрен кейеп, дефиле күрһәтергә тейеш булған, һуңынан уларҙы конкурсанттарға бүләк иткәндәр. «Ир-аттар кухняһы» конкурсы өсөн атайҙарға тырышырға кәрәк була. Атайҙарының яратҡан ризығын нисек әҙерләүен видеоға алдан төшөрөп, ойоштороусыларға ебәргәндәр. Динар былау бешерергә ярата, шуға күрә ул был конкурсты еңел генә башҡарып сыҡҡан. Был көн Хәйруллиндарға бик күп күңелле миҙгелдәр бүлeк иткән. Татыу ғаиләне грамоталар hәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүлдәкләгәндәр
— Беҙҙең ғаиләлә балалар тураһында ҙур хәстәрлек күрелә, беҙ өлкән быуынға хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Яҡындарыбыҙҙы һынатмаҫҡа тырышабыҙ, бай тупланған тәжриәбәне hәм өлкән быуындың тормош зирәклеген иғтибар менән һеңдерәбеҙ. Беҙ гаиләне һаҡлаясаҡбыҙ, бергәләп ижад, традицияларҙы хөрмәт итәсәкбеҙ hәм лайыҡлы быуын тәрбиәләйәсәкбеҙ, — тип һөйлә й ғаилә ҡиммәттәре тураһында Зилә Хәйруллина. — Беҙгә конкурста ҡатнашыу бик оҡшаны. Беҙгә «Йөрeктән-йөрәккә» әсәләрҙең район ижтимағи ойошмаһы етәксеһе Римма Индус ҡыҙы Әхмeтова теләктәшлек күрһәтте. Уға ҙур рәхмәт. Башҡа ғаиләләр ҙә конкурстарҙа ҡатнашһындар.