Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2019, 17:52

Ғаилә династияһы дауам итә

Йылбулаҡ-Матвеевка ауылында йәшәүсе Сергеевтарҙың тормошо ауыл хужалығы менән бәйле

Ноябрь айында район мәҙәниәт йортонда уҙған «Ғаилә— бар нәмәнең дә башы» форумында район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин көслө алҡыштар аҫтында Владимир hәм Альбина Сергеевтарға Рәхмәт хаты hәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙы. Ауыл хужалығы етештереү алдынғылары династияһын уларҙың ата-әсәләре башлап ебәргән, унан һуң улар эстафетаны үҙҙәре ҡабул иткән, ә хәҙер уны балалары дауам итә.

— Минең атайым Григорий Исакович 20 йыл Тельман исемендәге колхозда шофер булып эшләне, унан һуң 1982 йылда «Октябрь» колхозына айырылып сыҡҡкан дүртенсе бригаданың бригадиры булып эшләне, — тип иҫкә ала «Октябрь» кооперативының баш агрономы булып эшләүсе Владимир Григорьевич. — Совет осоронда колхоз төҙөлөшө бөтә йүнәлештәр буйынса барҙы: мал ҡараусылар ҙа, механизаторҙар ҙа бик тырышып эшләне. Алдынғы булыу норма ине. 1970 йылда ауыл хужалығы производствоһы йомғаҡтары буйынса СССР Президиумы Указы менән атайымды Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләнеләр.

Владимир Григорьевич та атаһы юлынан китә. Тельман исемендәге колхозда һигеҙ йыл машина йөрөтөүсе булып эшләгән. «Октябрь» колхозында һигеҙ йыл баш агроном hәм учетчик булып эшләй. Кооператив ағзаларының отчет-һайлау йыйылышында һайланғандан һуң, «Октябрь» кооперативы рәйесе була. Уның хеҙмәте лә район етәкселеге тарафынан баһаланмай ҡалмай. 1986 йылда Владимир Сергеевты «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» миҙал менән бүләкләйҙәр.

Ҡатыны Альбина Николаевна хаҡлы ялға сыҡҡансы, урындағы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Улар өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, өс ейәндәре үҫеп килә. Улдары Николай ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, кесе улдары Олег ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй. Олы улдары Александр бәхетте ситтән эҙләргә теләмәй. Ул Сергеевтарҙың хеҙмәт династияһын тыуған ерендә дауам итeргә ҡарар иткән. Алты йыл кооператив умарталығында умартасылыҡ менән шөғөлләнә, унан һуң алдынғы механизатор була. Ун йылға яҡын төрлө маркалағы тракторҙарҙа эшләгән. Хәҙер ул — газ электр менән иретеп йәбештереүсе. Бер һүҙ менән әйтткәндә, бик шәп егет: ауылда теләһә ниндәй hөнәр буйынса эшләй ала.

Райондың ауыл хужалығы бөгөн тап бына шундай ғаилә династияларына таяна hәм үҫә.

Владимир Смолов.

Олег ЛЕОНТЬЕВ фотоһы.
Читайте нас: