— Ирина Витальевна, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙған йыл нимәһе менән иҫтә ҡалды?
— 2018 йыл Рәсәй ЗАГС органдары хеҙмәтендә мөһим этап булды. ЗАГС органдары — илебеҙ халҡы тураһында мәғлүмәттәр булған берҙәм федераль мәғлүмәт ресурсын булдырыу буйынса иң ҙур федераль проектта ҡатнашыусылар, шул иҫәптән гражданлыҡ хәле акттарын теркәү тураһында мәғлүмәттәр ҙә. ЗАГС ЕГР эшләтеп ебәреүҙән тыш, 2021 йылға ҡәҙәр ЗАГС органдары гражданлыҡ хәле акттарының тарихи яҙмаларынан мәғлүмәттәрҙе электрон форматҡа күсерергә, йәғни 1926 йылдан башлап ҡағыҙ китаптарҙы ретро-конверсияға сығарырға тейеш. 1926 йылдан бирле Бишбүләк ЗАГС бүлегендә 160 меңгә яҡын яҙма тупланған. Мәғлүмәттәрҙе керетеү өсөн көн һайын 9.00-ҙан 10.00 сәғәткә тиклем hәм 17-нән 18 сәғәткә ҡәҙәр махсус ваҡыт бирелә. Быға ҡәҙәр Рәсәйҙең ЗАГС органдары төрлө мәғлүмәти системаларҙа эшләне, уларҙың мәғлүмәттәрен берләштереү проблемалы булды. Был бурысты хәл итеү өсөн берҙәм федераль ресурс булдырылды. Яңы проект хеҙмәткәрҙәргә берҙәм стандарттар hәм ҡағиҙәләр буйынса онлайн-режимда эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Программалар менән тәьмин итеүҙең Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары территорияһында сәнәғәт эксплуатацияһына бер тапҡыр индерелеүен иҫәпкә алып, күсеш осоронда системаларҙың техник өҙөклөктәр булырға мөмкин, был ЗАГС органдары тарафынан дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү ваҡытын арттырыуға килтерергә мөмкин. Шуға күрә халыҡты гражданлыҡ хәле акттарын теркәү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү ваҡытында тотҡарлыҡтар килеп сығыуын халыҡтың аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ.
— Статистика тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Һуңғы йылдарҙа үлеүселәр һаны тотороҡло рәүештә кәмей. Әмма был, ғәҙәттә, халыҡтың миграцияһы иҫәбенә. 2017 йылда тыуыу, шулай уҡ никахтар, үлеүселәр һаны кәмеүе күҙәтелде.
— Үткән йыл беҙгә кескәйҙәрҙе күпме бүләк итте?
— 2018 йылда Бишбүләк районының ЗАГС бүлегендә 205 тыуыу тураһында акт яҙыуы теркәлде, шуларҙан 110 малай hәм 95 ҡыҙ. 165 бала теркәлгән никахта тыуған, 18 балаға атайлыҡ раҫланған, 22 яңғыҙ әсә теркәлгән. Уҙған йыл дүрт игеҙәк тыуған. 18 йәшкә етмәгән бер ҡатын-ҡыҙ әсә булған. Ноябрҙә бер ғаиләлә туғыҙынсы бала тыуған.
— Ата-әсәләр үҙ балалары өсөн ниндәй исемдәр һайлай?
— Уҙған йылғы ғәҙәти булмаған исемдәр араһынан Ясин, Ефросиния, Эмилия, Оливия, Амелия, Мәликә, Ҡәҙриә, Таяна, Илларияны атарға була. Йыл һайын Артем, Арина, Дарья, Самира исемдәре популяр булып ҡала. Практикала ҡыҙыҡлы осраҡ булды, ул ысындан да ғәжәпләндерҙе. Яңы йыл байрамдарынан һуң, ике йыл элек бер көн эсендә өс Кираны теркәргә килделәр. Берәүҙәр ҡыҙҙарын Эсмеральда тип атаны.
— Күңелһеҙ статистиканан башҡа ла булмай?
— Yлем тураһында 325 акт яҙыуы теркәлгән, шул иҫәптән 176 ир-ат, 149 ҡатын-ҡыҙ. Уҙған йыл иң күп үлеүселәр ноябргә тура килгән. Ноябрь айында 36 үлем hәм декабрҙә 32 үлем осрағы теркәлде. Эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр күп үлә. Һуңғы йылдарҙа 2000 йылдар менән сағыштырғанда, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары кәмегән.
— Уҙған йыл күпме яңы ғаилә барлыҡҡа килде?
— Уҙған йыл менән сағыштырғанда, никахтар һаны 4%-ҡа артты. 2018 йылда 122 туй булған, ә 2017 елда 117 пар үҙ мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерергә ҡарар иткән. Тик шуныһын да билдәләп үтке килә, тантаналы теркәү осраҡтары аҙыраҡ булды. Йәш парҙар кабинетта никах теркәү менән генә сикләнә. Матур дата уҙған йыл 2018 йылдың 18 авгусы булды. Ике пар никахтарын 2019 йылдың 19 ғинуарында теркәргә теләй.
— Айырылышыуҙар менән эштәр нисек булды?
— Барлығы 74 айырылышыу осрағы булды, 2017 йылда 73 пар булғайны. Айырылырға теләүселәрҙең төп өлөшө — бер йылдан алып биш йылға ҡәҙәр йәшәгән ир менән ҡатын, улар 26. Никахта бер йыл да йәшәмәгән биш ғаилә айырылышты. Өс айҙан һуң да айырылышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ике-өс йылда 15 йылдан ашыу бергә йәшәгән парҙарҙың айырылышыуы артҡан. Алты йылдан 10 йылға ҡәҙәр бергә йәшәгән 19 пар үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өҙҙө, 11-ҙән алып 15 йылға ҡәҙәр бергә йәшәгән биш пар айырылышты. Ирле-ҡатынлы бер пар 49 йыл бергә йәшәгәндән һуң, никах ептәрен өҙҙө.
— ЗАГС бүлеге эше тураһында тағын нимә һөйләй алаһығыҙ?
— ЗАГС бүлегендә үткәрелә торған саралар араһында был йылдың 100-се hәм 200-се балаларҙы, игеҙәк балаларҙы, 50, 60, 70 йыл бергә йәшәгән юбилярҙарҙы хөрмәтләү булды. Шундай юбилярҙарҙы Ғаилә, мөхәббәт hәм тоғролоҡ көнөндә ҡотлайбыҙ. Уҙған йыл Ғаилә йылы уңайынан юбилярҙар Республика Башлығы исеменән бүләктәр алды. Тантаналы рәүештә теркәлгәндән һуң, йәш парҙар Мәҙәниәт һарайы фойеһында урынлаштырылған махсус ағасҡа йоҙаҡтар элеп ҡуя. Әммә киләсәктә уның өсөн тағын да матурыраҡ урын табаһы ине. Бәлки, Бишбүлeктең яңы мәҙәниәт, ял hәм спорт паркында яңы өйләнешеүселәрҙең өсөн махсус урын барлыҡҡа килер.
— Йә парҙарға тормош юлдашын һайлау hәм ғаилә төҙөү тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
— Барлыҡ йәш кешеләргә никахҡа инеү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәренә, ирен йәки ҡатынын һайлауға етди ҡарауҙарын теләйем! Ҡарар иткәс, яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, икенсе яртығыҙға тоғро булығыҙ. Ғаилә ҡороғоҙ heм балаларығыҙҙы теркәргә беҙгә килегеҙ. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шат.