Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2019, 14:17

Район поликлиникаһы һорауҙарҙа hәм яуаптарҙа

Һаулығыбыҙҙың йәһәтенән беҙ тәү сиратта урындағы поликлиникаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Квалификациялә табиптар ауырыуҙарҙы бар йүнәлештәр буйынса ҡабул итә. Район үҙәк дауаханаһының поликлиника бүлеге мөдире Әлфия Сәлишева поликлиниканың эше hәм проблемалары менән таныштыра.

— Әлфиә Минебай ҡыҙы, район поликлиникаһының эшe тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

— Район поликлиникаһы 8.00-ҙән алып 20.00 сәғәткә ҡәҙәр ике сменала эшләй. Икенсе сменала беренсе звено табиптары — педиатрҙар hәм терапевтар ҡабул итә. Сменаға 350 пациент ҡабул итәләр: Бишбүләк район дауаханаһында — 250, Айыт ауылы табиплыҡ амбулаторияһында — 50, Михайловка ауылы табиплыҡ амбулаторияһында — 50.

Поликлиника пандустар менән йыhазландырылған, ҡабул итеү бүлегендә пациенттарҙы хеҙмәтләндерә, поликлиника бинаһында лифт урынлаштырыуға БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына проект-смета документтары тапшырылған.

Поликлиника беренсе дәрәжәләге беренсел hәм махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтә. Барлыҡ йыhаздар менән йыhазландырылған: лаборатория, маммограф, флюорография. Клиник-диагностика диагностикаһы бар, унда биохимия, серологик, дөйөм анализдар үткәрелә. 15 төр буйынса тар белгес ҡабул итә. Беренсе ҡатта аҙ хәрәкәтләнеүсе граждандарҙы ҡабул итеү кабинеты (19-сы кабинет) эшләй. Барлыҡ һорауҙар буйынса ла администратор Татьяна Юлкинаға мөрәжәғәт итeргә мөмкин.

— Кадрҙар етмәү — актуаль мәсьәлә. Поликлиникала был планда эштәр нисек тора?

— Был беҙҙең иң ныҡ борсоған мәсьәлә. Хәҙерге ваҡытта участок педиатры hәм терапевты, невролог, травматолог-хирург, онколог, дерматовенеролог етешмәй. Был мәсьәлә яҡын арала хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ.

— Пациенттар ниндәй ауырыуҙар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә?

— Мөрәжәғәт итеүҙең төп сәбәбе — ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, диабет, көҙгө-ҡышҡы-яҙғы осорҙа ОРВИ hәм ОРЗ ауырыуҙары.

— Диспансерлаштырыуҙы уҙыу буйынса эштәр нисек тора?

— Бөгөнгө көндә халыҡты диспансерлаштырыу 97% тәшкил итә. Быйылдан ике төрлө диспансерлаштырыу башланды: өс йылға бер тапҡыр hәм ике йылға бер тапҡыр. Диспансерлаштырыуҙы йылына яҡынса 5174 пациент уҙа. Ауыр хәрәкәтләнеүсе кешеләр янына табип барып, күсмә флюорография ойошторола.

— Әгәр кеше диспансерлаштырыуҙы уҙырға теләмәһә?

— Яҙма формала баш тартыу кәрәк. Диспансеризация уҙыуҙан баш тартыу түбән мотивация менән бәйле. Һәр кеше диспансеризация уҙыуҙың мөhимлеген аңларға тейеш. Участок табиптары диспансерлаштырыу тураһында бер нисә тапҡыр иҫкә төшөрә, адрестар буйынса сыға.

— Йыш ҡына табиптар билдәләп ҡуйыу өсөн генә диспансерлаштырыуҙы уҙғарыуҙарын ишетәбеҙ — хатта пациентты ябай ғына ҡарау ҙа юҡ…

— Әгәр был дөрөҫ булһа, врачтар тарафынан ауырыуҙар асыҡланмаҫ ине. 2017 йылда 343 ауырыу: онкология — ике кеше, шәкәр диабеты — 15, гипертония ауырыуы — 42, йөрәк ауырыуҙары — ете, һулыш органдары ауырыуҙары — ете, ашҡаҙан менән бәйле ауырыуҙар — 24, һейҙек-енес системаһы ауырыуҙары — 55, мастопатия — 46 кешелә асыҡланған.

— Пациенттар үҙҙәренең амбулатор карталарында йыш ҡына сит яҙыуҙар барлыҡҡа килеүенә, врачтарҙың нимәлер өҫтәп яҙып ҡуя, тип зарлана.

— Әгәр бындай хәл булһа, уларға дауахананың баш табибына мөрәжәғәт итeргә кәрәк.

— Поликлиникала түләүле хеҙмәттәр бармы?

— Поликлиникала түләүле хеҙмәттәр периодик hәм беренсел медицина тикшереүҙәрен үткәреү буйынса күрһәтелә. Бының өсөн беҙҙең лицензиябыҙ бар. Ҡалған хеҙмәттәр — түләүһеҙ.

— Ҡайһы осраҡтарҙа пациенттарҙы башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ебәрәләр?

— Табип ҡарары буйынса пациентты Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына, Республика онкодиспансеры, кардиодиспансер, Октябрьский төбәк-ара үҙәккә ебәрергә мөмкиндәр. Йүнәлтмә билдәләнгән квота буйынса башҡарыла — аҙнаһына бер кеше. Бишбүләк районынан пациенттарҙы ҡабул итеү көнө — шаршамбы.

— Күптән түгел электрон больничный биттәрҙән файҙалана башланылар. Хәҙер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын ауылдарҙағы ФАП-тарҙа ла алырға мөмкинме?

— Электрон больничный биттәрен алыу ауыл пациенттарының тормошон шаҡтай еңеләйтә — район поликлиникаһына йөрөргә кәрәкмәй. Әммә проблемалар ҙа бар. ФАП-тарҙа ғәҙәттә пенсия алды йәшендәге фельдшерҙар эшләй, был уларға ауырлыҡ менән бирелә. Әлеге больничный биттәрен рәсмиләштереү буйынса уҡытыу кәрәк.

Марина Яковлева.
Читайте нас: