Шуныһы ла ҡыҙыҡ, йоҡонан тороп ун минут уҙыуға, кеше күргән төштәренең күп өлешөн онота.
Тарихта төштәр арҡаһында төрлө асыш яһаусылар, музыка, шиғыр, романдар «яҙып» уяныусылар хаҡында билдәле. Мәҫәлән, Менделеевтың таблицаһы шул рәүешле «тыуа». Бетховен да үҙенең бер әҫәрен төшөндә иҗад итә…
Өстән алып һигеҙ йәшкә тиклемге балалар ҡурҡыныс төштәрҙе, ололар тормош дауамында күргәнгә ҡарағанда, күпкә артығыраҡ күрәләр. Кеше һәр 90 минут һайын төш күрергә һәләтле.
Көньяҡ Африкала йәшәүсе Ашанти халҡы уларҙы шул ҡәҙәрле ышанып ҡабул итә ки, эротик төшөндә сит ир ҡатынын күргән ирҙе язаға тартырға мөмкиндәр.
Әлеге мәсьәләгә ҡағылышлы китаптарҙа күп йылдар дауамында тупланған юрауҙар бәйән ителә. Ванга, Фрейд, Миллер… кеүек данлыҡлы шәхестәр китаптары күптәргә таныш. Төрлө шаман, колдун, эзотерик, сихырсылар… йыйнаған мәғлүмәти тупланмалар ҙа шаҡтай. Шулар тураһында шаҡтай тәжрибә туплаған Әсмабикә апай былай тип һөйләне:
– Бер ваҡыт төшөмдә тешем төшкәнгә ҡурҡып уяндым. Шунда уҡ уның урынына яңыһы ла үҫеп сыҡты. Иртәгәһен йоҡонан уянып, ни уйларға ла белмәй торғанда, ауылдан хәбәр килеп төштө: ҡоҙағыйым вафат булған икән. Шул уҡ көндө кисен ейәнем донъяға ауаз һалды. Ошо хәлдән һуң мин төштәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым: һәр береһен, тороуға, айырым дәфтәргә яҙып барырға күнектем. Әкренләп уларҙы юрарға ла өйрәндем. Ошо шөғөлөмдө һиҙеп өлгөргән дустарым, төштәре хаҡында һөйләп, минең менән уртаҡлаша башланылар. Бөгөн минең китап кёштәһендә төштәр юрау хаҡында 11 «том» китабым бар.
Бысраҡ һыу күреү ҙә яҡшыға түгел, бер нисә мәртәбә һынағаным бар. Мин ундайҙарҙы һәр ваҡыт сырхау хаҡында хәбәр итеүселәр булараҡ ҡабул итәм. Шундай төштәрҙең береһе иремдең ауырыуҙан терелмәйәсәге хаҡында «һөйләне». Имеш, ҡартым, ҡап-ҡара йылғала һыу ҡойона икән. Һыуҙан сығырға тырышып бик озаҡ супырҙаны ул. Ниһайәт, яр ҡырыйына көскә етеп ауғайны инде, шунда уҡ икенсе бысраҡ күлгә кереп батты. Бата-ҡалҡа шаҡтай маташҡандан һуң, уны һыу сөңгөлө «йотто»…
Төҫтәр ҙә төрлөсә шәрехләнә, ул кешенең уларға булған ҡарашынан тора. Ҡыҙыл төҫ яратыусылар ундай төҫ күрһә, ул – мөхәббәт, яратышыу. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул, киреһенсә, ҡан һәм төрлө борсоу-ҡайғылар алып килә.
Бысаҡ, сәнскеләр ҙә төштә яҡшыға түгел. Уларҙы кемгәлер биреү, бүләк итеү йәиһә үзеңә алыу – дошмандарың артыу тигән һүҙ.
Шоколад күрһәң, тимәк, һиңә иғтибар етмәй, кемдәндер яҡшы һүҙ йәиһә маҡталыу өмөт итәһең.
Үҙеңде бейек ҡая башында хис итәһең икән, һин ниндәйҙер тиҙ арала сиселеш көтөүсе проблема алдында тораһың һәм уның насар тәмамланыуынан ҡурҡаһың.
Бер вакыт әхирәтем йүгереп килгән. Төшөндә бик күп тимер һәм ҡағыҙ аҡсалар һанап интеккән. Әле йоҡонан торғас та, шаҡтай ваҡыт ҡағыҙ шығырҙауы һәм тимер зыңлауы башын ауырттырып йөҙәткән. Дуҫымды сәй эсереп, тынысландырып ебәрҙем ебәреүен, тик әлеге төштөң яҡшыға түгеллеген мин аңлағайным инде.
Оҙаҡ та тормай Сәлимә дуҫым ире менән айырылды, мал-мөлкәт бүлешеүҙәр, суд юлын тапауҙар, бала бүлешеүҙәр ике йылға тиерлек һуҙылды. Тамам айырылышып бөткәнсе ғаиләлә тауыш-ғауға, ҡысҡырыш-талаш тынып торманы. Төштәге аҡсалар бер ҡасан да яҡшыға юралмай шул…
«Төштөң ҡорһағы – гөп (размерһыҙ), муйыны – еп»… Тормошомда төшкә бәйле ваҡиғалар минең менән дә йыш булғыланы. Бер заман ҡаты ауырып киткәс, бынан 25 йыл элек, баш ҡала дауаханаларының береһенә оҙаттылар. Үт ҡыуығыма һалҡын тейеп үлекләү сәбәпле, температурам ҡырыҡтан уҙып киткәйне. Мине тиҙ арала операцияға әҙерләй башланылар. Температурам бик юғары булғанға, уны төшөрөргә тотондолар. Хәлһеҙлектән әлһерәп, йоҡомһорап киткән арала төш күргәнмен. Әлеге хәл яҙмышымды үҙгәртте лә ҡуйҙы.
Ә төшөм бик ғибрәтле, файҙалы булып сыҡты. Имеш, ауыл урамы буйлап атлайым икән. Күл тирәһенә килеп еткәс, шунда бер нисә кешенең һыу ҡойоноуын күрҙем. Ә һыу өҫтөндә ҡарыш ҡалынлығында дегет йөҙөп йөрөй. Шунда ауылдашымдың береһе, ҡулын елкәмә ҡуйып:
– Әйҙә һыу инәбеҙ! – тип мине өгөтләргә кереште.
– Эх, йөҙә белмәйем шул! – тип, тиҙ генә әлеге ҡара күл тирәһенән китергә ашыҡтым һәм йәм-йәшел үләнле, сәскәле һуҡмаҡтан өйгә ҡайтып киттем.
…Иртән тороуға, мине ҡараусы хирург иртәгә операцияға әҙерләнергә ҡушты.
– Уҙған төндә төш күрҙем, бер нәмә лә һорамағыҙ, асыуланмағыҙ ҙа һәм үпкәләмәгеҙ ҙә. Мин әлегә операцияны яһатмаҫҡа булдым. Наркоздан уяна алмамдыр кеүек тойола миңә. Ул-был була ҡалһа, балаларым етем ҡаласаҡ тип хафаланам. Бер аҙ тернәкләнгәс, үҙем килермен янығыҙға, ҡабул итерһеҙме?! – тинем уға.
- Аяғың тартмағас, күңелең ҡаршы килгәс, операцияны әлегә яһатма. Хәл йыйғас, килерһеҙ улайһа. Ҡайғырмағыҙ, ҡабул итермен үҙегеҙҙе. Тик майлы, мейестә бешкән, ҡыҙҙырылған, ҡаҡлаған ризыҡтарҙы ашауҙан тыйылырға кәңәш итәм. Аҙнаға бер көн ас тороғоҙ! Шуларҙы үтәһәгеҙ, минең яныма килеүҙең кәрәге лә ҡалмаҫ, бәлки, – тип, тынысландырып, өйгә оҙатты ул мине.
Аллаға шөкөр, ятырға тура килмәне дауаханаға. Ысынлап та, хирург кәңәштәрен тыңланым мин ул ваҡытта. Әле бөгөнгө көндә лә ул ҡушҡандарҙы теүәл үтәйем.
Төшөмдө дөрөҫ юрау арҡаһында операциянән ҡотолоп ҡалдым, тип уйлайым. Теге ваҡытта табиптар ҡуйған диагнозым хаҡында инде күптән оноттом, үт ҡыуығы тулы таштарым менән нимә булғандыр, белмәйем, тик Аллага шөкөр, мине улар башҡаса борсомай…