Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2019, 15:00

Прокуратурала тикшерерҙәр

Прокуратура тарафынан хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен координациялаy, hәм шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан башҡарылған профилактик эшкә бәйле рәүештә енәйәттәр һаны әҙәйә

12 ғинуарҙа Рәсәй прокуратураһы оойошторолоуҙың 297 йыл тулыуын билдәләп үтте. Өс йөҙ йылға яҡын ваҡыт дауамында прокуратура эшендә иң мөhиме — законлылыҡ, кешелеклелек, дәүләт hәм hәр гражданиндың мәнфәғәттәрен яҡлау. Ғәмәлдәге закон нормаларының үтәлешенә күҙәтеү алып барыу тураһында — Бишбүләк районы прокуроры урынбаҫары Павел Цынаев менән әңгәмә.

— Павел Юрьевич, көндәлек тормошта, моғайын, hәр кем «ялыу яҙырмын, прокуратурала тикшерелер» тигән һүҙҙәрҙе ишеткәне барҙыр. Район халҡы прокуратураға ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итә?

— Беҙҙең ведомствоға төрлө характерҙағы һорауҙар килә, әммә йыш ҡына хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡабул ителгән ҡарарҙары менән килешмәүҙәрҙе, хеҙмәт хаҡын түләмәүгә, суд приставтары йәһәтенән еиди сара күрелмәүенә бәйле ялыуҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләренә ҡағылышлы ялыуҙар ҙа килә.

— 2018 йылда район прокуратураһы ниндәй эш башҡарғанын һөйләгеҙ әле.

— 2018 йылдың 12 айында район прокуратураһы тарафынан федераль закондарҙың үтәлешенә күҙәтеүҙәр алыу барыу өлкәһендә 834 закон боҙоу осрағы асыҡланды, уларҙы законһыҙ хоҡуҡи акттарға бөтөрөү маҡсатында 100 протест сығарылды, закондарҙы боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында 210 күрһәтмә индерелде, уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса 200 вазифалы зат дисциплинар яуаплылыҡҡа, 62 зат административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокуратура инициативаһы буйынса 4 енәйәт эше ҡуҙғатылды.

2018 йылда район прокуратураһына граждандарҙан 173 мөрәжәғәт килде, шуларҙың 63-сө район прокуратураһы тарафынан хәл ителде. Барлығы 23 мөрәжәғәт ҡәнәғәтләндерелде, 11 күрһәтмә сығарылды. Судҡа 96 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, улар барыһы ла ҡаралды hәм ҡәнәғәтләндерелде.

— Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында барлыҡ кеше белә. Павел Юрьевич, коррупцияға ҡаршы закондар нисек үтәлә?

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда коррупция күренештәре бар. 2018 йылда шундай өс факт асыҡланды. Уларҙың икеһе ришүәт биреү менән бәйле, әлбиттә ғәйеплеләр яза алды. Өсөнсө осраҡ — дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр биреү: прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә райондың бер ауыл советы депутаты ваҡытынан алда үҙ вәкәләттәрен ҡалдырҙы.

— Енәйәттәр йышыраҡ ниндәй характерҙа була?

— Статистика буйынса, был, ғәҙәттә, милеккә ҡаршы енәйәттәр — урлашыу һәм ҡараҡлыҡтың төрлө төрҙәре. Кеше ғүмеренә hәм һаулығына ҡаршы күп кенә енәйәттәр яһала: һаулыҡҡа еңелсә зыян һалыу, балаларҙы тәрбиәләү өсөн аҡса түләмәү, йәшәү-тораҡ мәсьәләһенә бәйле проблемалар. Иҫерек килеш руль артына ултырған машина йөрөтөүселәргә ҡарата енәйәт эштәре күп. Күптәр бының өсөн суд тарафынан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, тик яңынан иҫерек килеш руль артына ултыра.

Ҡылынған енәйәт өсөн ғәйепле кешегә яза бирелә: шартлы йәки реаль рәүештә иректән мәхрүм ителеүгә, мәжбүри йәки төҙәтеү эштәренә, штрафҡа тарттырыла. 2018 йыл эсендә 48 кеше ирегенән мәхрүм ителде, шуларҙың 14-е — реаль. 96 кеше иректәренән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған язаға тарттырылған.

2018 йылда енәйәтселек дәрәжәһенең бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә, 2017 йылда 257 енәйәт эше ҡуҙғатылған булһа, быйыл 219 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен координациялаy, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарының профилактик эше һөҙөмтәһендә енәйәттәр һаны кәмеү буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. 2017 йылда судҡа 170 енәйәт эше ебәрелгәйне, 2018 йылда — 160.

— Прокуратураға халыҡ ярҙамы кәрәк булған мәсьәләләр бармы?

— Прокуратура эшсәнлегенең төп йүнәлеше — граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, коррупцияға ҡаршы көрәш, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш, экстремизмға hәм террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш. Прокуратурала даими рәүештә «ҡайнар линия» эшләй, теләһә ҡайһы гражданин яҙма йәки телдән ғариза менән мөрәжәғәт итә ала, ул, hис шикһеҙ, ҡараласаҡ hәм асыҡланған осраҡта, прокурор тарафынан төрлө саралар күреләсәк.

Ирина Фомина яҙып алды.
Читайте нас: