Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 12:30

«Ярҙам ҡулы»

«Ярҙам ҡулы» республика музей акцияһы сиктәрендә Бишбүләк музей берләшмәһе 23 - 28 ғинуарҙа Ленинградты фашистар блокадаһынан тулыһынса азат итеүҙең 75-йыллығына бағышланған батырлыҡ дәрестәренә саҡыра.

Республика акцияһы музейҙарҙың мәҙәни-белем биреү саралары аша балаларға, үҫмерҙәргә hәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән.

Акция сиктәрендә район музейҙарында Башҡортостанда тыуып-үҫкән кешеләрҙең Ленинградты яҡлауҙа ҡатнашыуы hәм Башҡортостанға эвакуацияланған предприятиелар hәм ҡала халҡы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙ, бишбүләктәрҙең батырлығы hәм ҡаhарманлығы тураһында «Ярҙам ҡулы» дөйөм исем аҫтында хәтер дәрестәре уҙасаҡ.

Һуғышҡа ҡәҙәр Ленинград илдең иң эре сәнәғәт үҙәктәренең береһе була. Владимир Ильич Ленин хөрмәтенә аталған ҡала совет кешеләре өсөн ҙур идеологик мәғәнәгә эйә булған. Төньяҡ башҡаланы яулап алыу гитлерсылар тарафынан үҙәк бурыстарҙың береһе итеп ҡабул ителгән. Гитлерҙың планында ҡаралғанса, илбаҫарҙар ҡаланы һәм уның һаҡлаусыларын тулыһынса юҡҡа сығарырға ниәтләй. 900 көн һыҡрау, ғазап, батырлыҡ hәм фиҙаҡәрлек. Ҡала блокадаһы хәҙерге заман тарихында иң оҙоно һанала. Ул 1941 йылдың 8 сентябренән алып 1944 йылдың 27 ғинуарына ҡәҙәр дауам иткән. Нюрнберг процесында блокада һөҙөмтәһендә ҡалала йәшәүсе 630 мең кеше үтерелгән hәм аслыҡтан вафат булған, тип белдерелгән. Шул уҡ ваҡытта башҡа мәғлүмәттәр ҙә бар, улар һөҙөмтәһендә, hәләк булғандарҙың реаль һаны 1,5 миллион кеше тәшкил итә. Ҡала халҡының 3 проценты бомбаға тотоуҙан үлгән, ә барлыҡ үлеүселәрҙең 97 проценты аслыҡтан вафат булған. Төньяҡ баш ҡаланы азат иткәндән һуң, унда барлығы 560 мең кеше ҡалған — һуғыш башланғанға ҡарағанда, биш тапҡыр кәмерәк.

Ленинград блокадаһы илебеҙ тарихының ҡурҡыныс көндәрендә геройлыҡ hәм батырлыҡ өлгөһө булып тора, шуға күрә ҡаланы азат итеү — барыбыҙ өсөн дә мөhим дата.

Дошманды еңгән совет халҡының тарихы hәм батырлығы менән ентекләп танышырға мөмкинлек биреүсе хәтер дәрестәренә саҡырабыҙ.

Экскурсияларға яҙылыу һәм белешмәләр өсөн телефон: 2-14-27.

Вероника Мөхәмәтйәнова,

Бишбүләк тарихи-этнография музейының кесе фәнни хеҙмәткәре.
Читайте нас: