Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 15:26

«Өфө минең өсөн икенсе йорт»

Конькиҙа ҡара тәнле парҙың Бишбүләктәге боҙ майҙансығына килеүе күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Шуныһы ҡыҙыҡ, бында нисек килеп сыҡҡан улар?

Йөҙөндә йылмайыу балҡыған һәм асыҡ күңлле йәш кеше әйтеүенсә, ул үҙенең дуҫ ҡыҙы менән бергә Бишбүләккә дуҫына ҡунаҡҡа килгән, улар Өфөлә бергә уҡыйҙар. Махюс Самба — беҙҙең әңгәмәләшебеҙҙең исеме шундай — алыҫ Африка дәүләтенән — Конго Республикаһынан. Рус, инглиз, француз телдәрендә иркен һөйләшә. Ҡояшлы Африка улы Башҡортостанда бишенсе йыл йәшәй, Өфө дәүләт нефть техник университетының химия-технология факультетының дүртенсе курсында уҡый. Уның юлдашы ла Махюс кеүек үк Конгонан, илдең башҡалаһы Браззавилдән килгән, Өфөлә танышҡандар hәм бер-береһен яратҡандар.

— Апайым Рәсәйҙә уҡыны, ул миңә Башҡортостанда юғары белем алырға кәңәш итте. Бында махсус дәүләт программаһы буйынса килдем. Беҙҙә һеҙҙең юғары белем биреү учреждениеларын юғары баһалайҙар. Апайым Өфө бик матур hәм үҫешкән ҡала, тине. Мин был ҡаланы һайлауыма үкенмәйем, миңә бында бик оҡшай. Һеҙҙә кешеләр яҡшы, Өфө минең өсөн икенсе йортом, — ти Махюс Самба.

Ерле климатҡа шул ҡәҙәр күп йыл эсендә Махюс күнеккән, тик башта еңел булманы, ти, сөнки Конгола температура +19 — +20 градустан түбән төшмәй. Һалҡын hауа шарттарында йылы ярата торған африкалы ҡайнар сәй менән йылына hәм йылы кейемһеҙ йәшәй алмай. Рәсәйҙә йылы кейенергә кәрәклеген Махюс уҡыуҙың беренсе йылында уҡ аңлаған.

Махюс Самба Африка студенттары ассоциацияһын етәкләй. Башҡортостанда биш йыл ғүмер иткән осорҙа тыуған яғында ул ни бары бер тапҡыр ғына булған. Егет ғаиләһен бик ныҡ һағына.

— Конгоның баш ҡалаһы Браззавилгә ҡәҙәр осоу үтә ҡиммәткә төшә, шуға ла Марокко аша ҡайттым, Төркиә hәм Дубай аша ла самолетта осорға мөмкин. Икенсе юлы өйгә диплом алғас, ҡайтам, — тип һөйләй Махюс. — Атайым осоусы, әсәйем уҡытыусы. Ғаиләләбеҙҙә биш бала. Мәктәптә химияны өйрәнеү оҡшай ине, шуға күрә мин был факультетты һайланым. Ә дуҫ ҡыҙым геология факультетында уҡый. Беҙҙең һөнәрҙәр Ватаныбыҙға кәрәкле булыр, тип ышанабыҙ. Конго — ҙур булмаған ил, әммә нефть, газ, алтын hәм алмаз запастарына эйә. Африкала иң ҙур байлыҡ ул — һыу. Беҙҙә Африканың иң күп һыулы hәм оҙонлоғо буйынса икенсе йылға — Конго аға.

Бишбүләктә Африка пары милли ризыҡтарҙан ауыҙ иткән, беренсе тапҡыр традицион ҡышҡы ял өсөн ваҡыт тапҡандар: конькиға баҫҡандар, саңғыла шыуғандар.

— Саңғыла йөрөүҙән алған тәьҫораттар ҡыҙыҡлы hәм онотолмаҫлыҡ. Урманда ҡар бик күп! Ҡунаҡта ҡыҙҙырылған ҡаҙ, бауырһаҡ, бәлештәр менән һыйланылар, миңә варенье бик оҡшаны. Беҙҙә ул бөтөнләй башҡа төрлө, уны папайянан йәки мангонан яһайҙар, — ти Махюс Самба. — Мин бик күп ерҙәрҙә булдым, әммә Бишбүләк изгелекле кешеләре hәм матур тәбиғәте менән шаҡ ҡатырҙы. Бишбүләк районында йәгеһен бик матур, тиҙәр. Тағын ҡунаҡҡа саҡыралар һәм Бишбүләк районының ете мөғжизәһен күрһәтергә вәғәҙә итәләр. Был яҡтарға һуңғы килеүем түгелдер, тип уйлайым.

Ирина Михайлова.

Фото Махюс Самбаның шәхси архивынан.
Читайте нас: