Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2019, 10:46

Рух батырлыгы

75 йыл элек совет ғәскәрҙәре Ленинград блокадаһын өҙҙө

Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана. Ҡаланы немец, фин hәм испан ғәскәрҙәре солғап ала, уларға Италия hәм Төньяҡ Африка ирекмәндәре ярҙамға килә. Ленинград оҙаҡ солғанышҡа әҙер булмай — ҡалала аҙыҡ-түлек hәм яғыулыҡ запасы етешмәй. Ҡурҡыныс ваҡыттар етә — кешеләр аслыҡтан hәм дистрофиянан вафат була, ҡайнар һыу юҡ, ҡомаҡтар ашамлыҡ запастарын юҡ итә hәм инфекция тарата, транспорт туҡтай, ауырыуҙарға медикаменттар етешмәй. Һалҡын ҡыш арҡаһында һыу юлдары туңа hәм йорттар һыуһыҙ ҡала. Яғыулыҡ етешмәй. Кешеләрҙе ерләп өлгөрмәйҙәр — мәйеттәр урамда уҡ ята.

1941 йылдың 20 ноябренән алып 25 декабренә ҡәҙәр блокадалы ҡалала аҙыҡ-түлек паегының иң бәләкәй күләме билдәләнә. Эшселәргә — тәүлегенә 250 грамм икмәк, 12 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәргә, тәрбиәлә булғандарға hәм балаларға — 125 грамм, хәрби һаҡсылыҡтың, янғын командаларының, истребитель отрядтарының шәхси составына — 300 грамм икмәк тәшкил иткән.

Блокаданы өҙөргә тырышыу бер нисә тапҡыр башҡарылған. 1941 йылдың көҙөндә 1-се hәм 2-се Синявин операцияһы үткәрелә, әммә улар икеһе лә уңышһыҙ hәм ҙур юғалтыуҙар менән тамамлана.

1942 йыл аҙағында Ленинград фронтының хәрби советы Шлиссельбург hәм Урицкий ике hөжүм итеү операцияһының пландарын әҙерләй. Реаль хәлгә ҡарап, һуңғы сиктә Урицкий операцияһынан баш тартырға тура килә, ә Шлиссельбург операцияһы Сталин тарафынан «Искра» операцияһына үҙгәртелә — ул 1943 йылдың ғинуар башына билдәләнә. Волхов hәм Ленинград фронттарының уртаҡ тырышлығы менән Липка, Гайтолово, Мәскәү Дубровкаһы, Шлиссельбург тирәһендә дошмандың группировкаһын тар-мар итeргә hәм шул рәүешле Ленинград блокадаһын өҙөргә кәрәк була.

1943 йылдың 18 ғинуарында уңышлы операция һөҙөмтәһендә блокада өҙөлөү көнө була. Алдағы алты көн эсендә Балтик флоты ярҙамында Волхов hәм Ленинград фронттары берләшеүгә ирешә, Шлиссельбургты азат итә hәм Ладожск күленең көньяҡ ярын дошманынан таҙарта. Гитлерсылар сигенә hәм ни бары 8 — 11 километр киңлектәге коридор барлыҡҡа килә. Был урында 17 көн эсендә тиерлек тимер hәм шоссе юлы һалына. Ленинград кешеләренең хәле киҫкен үҙгәрә: аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ килә башлай. Әммә һуҙылған юлдар даими ут ағтында була. Фашистарҙы Синявин бейеклегенән алыҫҡараҡ ҡыҫырыҡлап булмай.

Блокаданы тамам өҙөү 1944 йылдың 27 ғинуарында була. Совет операцияһы 14 ғинуарҙа башлана. Һөжүм тураһында бер ниндәй хәбәр ҙә булмай. Артиллерия гөрөлдәүенән ер тетрәнә. Ҙур калибрлы снарядтар шартлауы дошман танктарын шырпы тартмалары кеүек әйләндереп ташлай. Ҡеүәтле hөжүм итеү немец оборонаһын тиҙ емерә. Инде бер атҙнанан һуң Ҡыҙыл Армияның ике төкөмө Ропша районында берләшә. Ҙур хәрби трофейҙар яулап алына. Гитлерсыларҙың сигенеүе ҡасыуға әйләнә — фронт торған һайын йыраҡлаша.

Ленинград өсөн көрәш Икенсе Бөтә дoнъя һуғышы тарихында ҡаланың иң дауамлы оборонаһына әүерелде. Әммә был азат итеү генә түгел ине! Төньяҡ армияларҙың фашистар төркөмө ике йыл ярым урмандарҙа hәм һаҙлыҡтарҙа ҡаты һуғыштар менән бығауланған була. Улар иң пассив булып ҡала, сөнки нацист командованиеһы әлеге көстәрҙе Мәскәү аҫтында ла, Сталинград һуғышында ла, Орлов-Курск дуғаһында ла ҡуллана алмай.

«9 рота» эҙләнеүселәр отряды инде 10 йыл Ленинград өлкәһенең Киров районында, Ленинград блокадаһы урынында эҙләнеү эштәре алып бара. Был йылдарҙа етмештән ашыу мәктәп уҡыусыһы эҙләнеү экспедицияларында булды. Эксгумацион эштәр МГА — Шлиссельбург ҡалалары районында, 1941 — 1944 йылдарҙағы ҡан ҡойғос һуғыштар урынында алып барыла. Уҙған һуғыш урындары күптән ваҡ урман менән ҡапланған. Барлыҡ участок бомба соҡорҙары менән ҡапланған. Ҡайһы берҙәренең тәрәнлеге 5 — 6 метрға етә. Окоптар яҡшы күренә hәм ундарса километрға һуҙыла. Ер тулыһынса ҡыйпылсыҡ, ҡорал hәм снарядтар менән сәселгән тиерлек. Беҙҙең тарафтан кәүҙә фрагменттары табылды, Ҡыҙыл Армия һуғышсылары һәм командирҙарының ҡалдыҡтары ҡаҙып алынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙең тере шаhиты иҫән ҡалмаясаҡ көн дә килеп eтәсәк. Ул ваҡытта ғына уларҙың иҫтәлектәре, һуғыш яланында эҙләнеүселәр тапҡандар беҙҙең хәтеребеҙгә ярҙам итәсәк. Ватанды һаҡлаусыларҙың традицияларан һаҡлаясаҡ hәм уларҙы киләсәк быуындарға тапшырасаҡ!

Владимир Чернов,

тыуған яҡты өйрәнеүсе, Дим ауылы.

Фото Владимир Черновтың шәхси архивынан.
Читайте нас: