Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2019, 13:41

Ҡатын-ҡыҙ күрке - яулыҡ

Күптән түгел Аҙнай ауылы китапханаһында уҙған осрашыу-кисә “Ҡатын-ҡыҙ күрке - яулыҡ” тип аталды. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был сараға көндәлек тормошта яратып ябынған яулыҡтарын да, һандыҡ төптәрендә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡланған шәл-яулыҡтарҙы ла алып килгәйне. Күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө биҙәкле яулыҡ-шәлъяулыҡтарҙан бай күргәҙмә яһалды.

- Рәсәйҙә яулыҡтар XVI-XVII быуатта барлыҡҡа килгән. Ул сағында ул “канаватка” тип аталған. Улар ҙур итеп, йоҡа ебәк туҡыманан тегелгән. XVIII быуатта иһә Рәсәйҙә яулыҡтарҙы Мәскәү мануфактураһында эшләнгән ебәктән теккәндәр. Тора-бара сигеп, төрлө биҙәктәр һалып эшләү ғәҙәткә инеп киткән. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иһә яулыҡты үҙҙәре ал, аҡ ситсынан теккәндәр, биҙәкләп сиккәндәр.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң боронғо баш япмаһы таҫтар (аҡ киндерҙән тегелгән оҙонса яулыҡ) тип атап йөрөтөлгән. Бындай яулыҡ башҡа асыҡ төҫтәге тар таҫма менән бәйләп ҡуйылған. Ваҡыт үтеү менән уны фабрикала эшләнгән яулыҡтар алыштырған. Яулыҡ ҡына тиһәк тә, уларҙа тарих сағыла: төҫө, биҙәктәре, туҡыманың сифаты – һәр береһе үҙ осороноң үҙенсәлеге тураһында һөйләй, халыҡтың сәнғәт өлгөләрен сағылдыра, һәр береһендә – милли биҙәктәр, - тип яулыҡтар хаҡында Ләйлә Ғүмәрова ентекләп һөйләп үтте.

Ебәк ептәр менән сигелгән аҡ яулыҡ – ҡатын-ҡыҙҙың сафлыҡ билдәһе булған. Уны башынан мәжбүри тартып алыу оят һаналған. Заманында яулыҡ ҙур бүләк һаналған. Ҡунаҡҡа килгән кеше лә, баҙарға барған ир-ат та, алыҫ тарафта хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә бүләк итеп ҡәҙерле кешеләренә яулыҡ алып ҡайта торған булғандар, ауыл егеттәре лә һөйгән йәрҙәренә шулай уҡ яулыҡ бүләк иткәндәр.

Ауылыбыҙҙың иң актив ағинәйҙәрҙең береһе - Люциә апай иң күп шәл-яулыҡтар алып килгәйне. Әйтергә кәрәк, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ “биографияһы” бар. Люциә Мырҙаханова беренсе хеҙмәт хаҡына әсәһенә атап алған яулыҡты күрһәтте. Был ваҡиғаға инде 60 йыл үткән. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ғәлиә Мөхәмәтшинаның да яулыҡ-шәлдәренең һәр ҡайһыһы күңел түренән юйылмаҫ иҫтәлектәр менән бәйле. Земфира Муллаярова иһә әсәһенең төҫө итеп һаҡлаған баш кейеме - ҡышҡыһын кейем өҫтөнән ябына торған ҡалын шәл алып килгәйне. Бүләк эйәләре – тыуған-тыумасалар, әсәйҙәр, үҙҙәре юҡ инде, ә бына яулыҡтар ғәзиз иҫтәлек булып һаҡлана.

Эйе, һандыҡ төптәрендә тиҫтә йылдар буйы һаҡланыуҙан һарғая төшкән яулыҡтарҙы ла, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың көндәлек тормошта ла, байрам көндәрендә лә яратып ҡулланған штапель, капрон, кашемир, ситса, ебәк шәл-яулыҡтарын күрергә мөмкин ине бында. Заманында әбей-өләсәйҙәребеҙ бәйләп йөрөгән ҙур ҡыҙыл биҙәкле яулыҡтар ҡайһы бер ғаиләләрҙә әле лә һаҡланған. Тарихтан күренеүенсә, был яулыҡтарҙы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышынан, Наполеон ғәскәрен еңгәндән һуң трофей итеп алып ҡайта. Шуға күрә улар француз яулығы тип атала ла инде. Мусина Роза апай сағыу төҫтәге яулыҡ алып килгәйне, ул хатта француз яулығы тураһында йыр ҙа йырлап ишеттерҙе.

Бөгөн йәмғиәт урындарында башына яулыҡ ябынған башҡорт-татар ҡыҙҙарын күреү бер кемде лә аптыратмай. Һинд, кашемир шәлдәре лә, өрфиә яулыҡтар ҙа һала иңдәренә бөгөн гүзәл заттарыбыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың гардеробын яулыҡ, шарф, палантиндар ҙа тулыландыра. Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәретергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыуҙырырға, кәйефте сағылдырырға һәләтле. Нәзәкәтлек, серлелек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла. Бары йәтеш итеп ҡуллана белергә кәрәк. Ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Фәнисә Камаева яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ә кисәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең күңеленә ятҡан төҫтәге яулыҡ-шарфтарҙы һайлап, төрлөсә бәйләп ҡараны. Үҙҙәренең тормошондағы яулыҡҡа бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә алып, уйын уйнап, йомаҡтар әйтешеп, самауыр янында сәй эскәндә лә йәнле әңгәмәне дауам итте ҡатын-ҡыҙҙар. Ә Люциә апайҙың “Йөрәк сере” исемле йыры һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисә К.Тинсуриндың “Зәңгәр шәл” спектаклен ҡарау менән тамамланды.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.
Читайте нас: