Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2019, 17:51

Теләк кенә кәрәк

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында ғына түгел...

Бишбүләк ауылында «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыу Бишбүләк hәм бөр район халҡына спорт менән шөғөлләнеү, заманса инвентарь hәм йыһаздар ҡулланып, үҙеңде яҡшы спорт формаһында тотоу hәм шөғөлләнеү өсөн бына тигән мөмкинлек бирҙе. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы өлкәндәр hәм балалар өсөн асыҡ. Уның эшсәнлегенең йүнәлештәре һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй шөғөл табырға мөмкинлек бирә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында дүрт юллы 25 метрлы йөҙөү бассейны, спорт залы бар, унда йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында hәм спорттың төрлө төрҙәре буйынса занятиелар үткәрергә мөмкин: футбол, баскетбол, волейбол hәм башҡалар, йүгереү hәм велотренажерҙар менән тренажер залы, гимнастика залы.

Комплекстың төп өҫтөнлөгө заманса бассейн булыу. Ул айырыуса өлкән быуын кешеләре араһында популяр. Көн һайын бассейнға 30-ҙан ашыу кеше килә. Йөҙөүҙең организмды һауыҡтырыуына күптәр ыңғай ҡарай. Ул тәнде еңеләйтеүҙең hәм арҡа мускулдарын нығытыуҙың бик яҡшы ысулдарының береһе. Бында инструктор булып йәш белгес Лев Агеев эшләй.

Тренажер залында шөғөлләнеү һаулыҡҡа файҙа килтерә hәм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итә. Тренажер залы көс һәм кардиозоналар менән иң заманса дәрәжәлә йыһазландырылған. Барлыҡ төр мускулдар өсөн, шул иҫәптән инвалидтар өсөн дә тренажерҙар бар. Зал инструкторы килеүселәр менән әңгәмә үткәрә, күнегеүҙәрҙе нисек дөрөҫ башҡарырға кәрәк икәнлеген күрһәтә, шәхси занятиелар уҙғара.

— Залда көнөнә өс тиҫтәнән ашыу кеше шөғөлләнә. Шишәмбе hәм йома көндәрендә тренажер залына кеше кyберәк килә. Залдың төп категорияһы ул - 16 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм ханымдар. 16 йәштән алып 25 йәшкә ҡәҙәр, 30 йәштән өлкәнерәк егеттәр күнекмәләргә актив йөрөй. 15-тән артыҡ кеше залға даими йөрөй— тип аңлатма бирә зал инструкторы Илдар Абдрахимов.

Тәнде генә түгел уйҙарҙы ла тәртипкә килтерергә, йән тыныслығы алырға теләүселәр Ирина Дәүләтшина менән йогаға йөрөй.

— Беҙ биш принципка таянабыҙ: ыңғай фекер йөрөтөү, дөрөҫ туҡланыу, дөрөҫ һулау, физик көсөргәнеш һәм дөрөҫ релаксация, уларҙы үҙем уҡыған Санкт-Петербург ҡалаһы шәхестең психик яралары Фәнни-тикшеренеү институтында ҡулланалар. Төркөмгә мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға ҡәҙәр төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Занятиеларҙы теләһә ҡайһы йәштә башларға мөмкин. Әлбиттә, башта ҡайһы бер күнегеүҙәр һеҙгә бик ҡатмарлы тойолор, әммә ваҡыт үтеү менән һеҙ барыһын да булдырасаҡһығыҙ. Шулай итеп, үҙебеҙгә билдәләп ҡуябыҙ — ҡайһы берҙә үҙебеҙ өсөн «рухилыҡҡа» ваҡыт табыу, иң мөhим ҡиммәттәрҙе билдәләү өсөн аҙ ғына булһа ла ваҡыт бүлеү файҙалы. Былар барыһы ла организмдың физик мөмкинлектәрен үҫтерергә, рухи тигеҙлекте һаҡларға ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә һеҙҙе тормошто баһаларға, уның hәр секундынан ләззәт алырға ярҙам итә, — тип һөйләй Ирина Әмирхан ҡыҙы.

Балалар тренер Дарья Пунькина етәкселегендә волейбол, баскетбол — Айгөл Фәридунова, Дмитрий Петров, хоккей — Александр Михайлов, йөҙөү — Марина Цибульская етәкселегендәге секцияларға йөрөй ала. Башҡа майҙансыҡтарҙа балалар менән спорт мәктәбе тренерҙары эшләй hәм уңыштарға ирешә. Михайловка ауылында Петр Николаев еңел атлеттарҙың тренеры булып эшләй. Айыт ауылында Азат Сәмиғуллин етәкселегендә хоккей уйнайҙар. Балалар ижад үҙәгендә армспорт, бокс, гер буйынса Гоча Онанашвили менән Татьяна Онанова күнекмәләр үткәрә.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында саңғы, коньки hәм спорт экипировкаһы прокаты пункты эшләй. Хәҙер саңғы hәм конькиҙа барлыҡ ауыл халҡы hәм ҡунаҡтар йөрөй ала. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы пенсионерҙарға шимбe, байрам hәм туған көндәрендә теләге булған hәр кемгә махсус шарттар тәҡдим итә.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында урам тренажерҙары менән спорт майҙансығы асылды, унда теләге булған hәр кем үҙ һаулығын нығыта hәм ГТО нормативтарын үтәүгә әҙерләнә ала, ә эргәлә балалар уйын мeайҙансығы бар. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡаршыһында ҡышҡыһын хоккей, ә йәй көнө волейбол, баскетбол hәм мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн резина менән ҡапланған күп функциялы спорт майҙансығы эшләй. Районда хәҙер спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт быуын тәрбиәләү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды, теләк кенә булһын.

Скандинавия йөрөшө, велосипедта йөрөү, коньки…

Беҙҙең ауылда ҡайһы йыл миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, Балалар ижады үҙәге янында йүгереүселәр, велосипедсылар, атлеттар, скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр, саңғы шыуыусыларҙы, былай ғына конькиҙа шыуырға теләүселәрҙе осратырға мҡмкин. Уҙған йыл Бишбүләк сите буйлап йәштәрҙең велосипедта йөрөүҙәре популяр ине. Ауылдарҙың халҡы һаулыҡ ул — тормошта иң ҡиммәтле нимә икәненә ышана hәм уны нығытырға тырыша. Дүсәндә, мәҫәлән, күп йылдар һауыҡтырыу йогаһы менән шөғөлләнәләр. Күптән түгел Ҡунаҡҡол ауылында йәшәүселәр үҙҙәре тураһында хәбәр итте, улар ауыл Мәҙәниәт йорто ҡаршыһында йога дәрестәре башлаған. Йылбулаҡ-Матвеевка ауылында бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын йәйәү йөрөй. «Был скандинавия йөрөшө түгел, саф hауала көн ярым, ике сәғәткә һаулыҡ өсөн плюс, — ти уларҙыn береһе. — Йәйен урман һаҡмаҡтары буйынса велопрогулкаларҙы планлаштырам. Табип йәйәү йөрөргә кәңәш итә. Хәҙер башымдың аҙыраҡ ауыртыуын, тәндә еңеллек һиҙә башланым. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең арала хәрәкәттә – бәрәкәт тигәнде аңлаусы кешеләр күп.

Ирина Михайлова,

Фото «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы архивынан.

Галина Макеева, Бишбүләк ауылы, физкультура-һауыҡтырыу комплексына даими йөрөүсе:

— Икенсе йыл бассейнға йөрөйөм. Миңә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар тәҡдим итте. Быға ҡәҙәр мин бөтөнләй йөҙә белмәй, һыуҙан ҡурҡа инем. Яҡынса бер ай тигәндә махсус күнегеү ҡоролмаларынан башҡа ла йөҙә башланым. Һыуҙа йөҙөүҙән ҙур ләззәт алам. Хәҙер һыуҙан сығаһы килмәй, минуттар һанайбыҙ. Бында ыңғай эмоциялар туплайбыҙ, йылмайыусы, шат күңелле кешеләр менән аралашабыҙ. Быға ҡәҙәр беҙҙә шул ҡәҙәр йәштәр спорт менән шөғөлләнгәнен белмәй инем. Бассейн булыуға бик шатбыҙ, Бишбүләкте юҡҡа ғына «Порт ҡалаһы» тип атамайҙар. Беҙҙә бындай матур комплекс төҙөүҙәренә ҡәнәғәтбеҙ.

Дауалауға ҡарағанда, һауыҡтырыу менән шөғөлләнеү яҡшыраҡ.

Александр Семенов, йәштәр менән эшләү hәм спорт комитеты рәйесе:

— Хәл шундай, халыҡтың күп өлөшө ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙең хәрәкәтләнеү аҙыраҡ булған төрҙәрен һайлай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда еңnелерәк икәнен белгән кешеләр генә һаулыҡтарын иғтибар бирә, физкультура менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланыуҙы һайлай. Беҙ барыбыҙ ҙа дарыуҙар менән, һауыҡтыру физкультурасынан башҡа ғына һау-сәләмәт булып булмағанлығын беләбеҙ. Быны аңлаған кешеләр — хәҙер физкультура-һауыҡтырыу комплексына даими килеүселәр. Улар араһында бассейнға, спорт залына, тренажерҙарға, йогаға даими йөрөүсе кешеләр араһында өлкән йәштәгеләрҙе күреү бик күңелле. Хәрәкәттең йәшәйеш икәнлеген аңлаған халыҡ скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнә. Күптәр киске яҡта йөрөй. Ҡараңғы төшкәс, йыш ҡына ғаилә парҙарын осратырға була, улар даими рәүештә йөрөргә сығалар. Кешеләр үҙ һаулыҡтары тураһында уйланырға тейеш: улар быны ни ҡәҙәр алданыраҡ эшләһә, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, бөр ғаилә ағзалары, балалар менән бергә спорт менән шөғөлләнергә кәрәк. Дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Организмға еңелерәк, ә һаулыҡ ныҡлыраҡ буласаҡ.

Ойошмаларҙа спортҡа ҡарата мөнәсәбәткә килгәндә, күп нимә лидер, етәксегә бәйле. Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге физик әҙерлеккә битараф булмаған лидерҙарҙың береһе. Күрәһең, был эшсәнлек үҙенсәлегенә бәйлелер. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары спорт менән дуҫ. Полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн физик әҙерлек менән шөғөлләнергә тренажерҙар залын арендаға ала. Беҙҙең әле ярыштарҙа сығыш яһарға ышаныс hәм лидер етмәгән ойошмалар күп, бәлки улар ярыштарҙа сығыш яһарға ҡурҡа торғандыр. Уларға башҡа ойошмалар менән үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарарға кәрәк. Бындай ойошмаларға бер-береһе араһында уҙғарылған спартакиадала үҙ көстәрен баһалау мөмкинлеге бирәбеҙ. Унан һуң уларға еңелерәк буласаҡ, ышаныс барлыҡҡа киләсәк. Бәлки, унан һуң улар тренажер залына, бассейнға йөрөр.

Миҫал өсөн

Беҙ, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, аҙна һайын шаршамбы көндө спорт залын арендаға алабыҙ hәм волейбол уйнайбыҙ. Шаршамбыны түҙемһеҙлек менән көтөп алыусылар барлыҡҡа килде. Кемдер әле сезон башында волейбол уйнай белмәй ине, ә хәҙер ул торған һайын яҡшыраҡ уйнай. Спартакиаданың бурысы — үҙ-үҙеңә, үҙеңдең көсөнә ышанысы булмаған кешеләрҙе спортҡа йәлеп итеү. Спартакиада ГТО элементтарын үҙ эсенә ала. Һәр кем үҙенең физик мөмкинлектәрен баһалай ала. Кем аңлай, шул теләһә ҡайһы ваҡытта шөғөлләнергә килә ала. Эйе, өйҙә лә шөғөл табып була, әммә үҙ өҫтөңдә лә эшләргә кәрәк.
Читайте нас: