Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ғинуар 2019, 16:13

Фермер Хәсән Иҙиәтуллин хужалығында айыуҙар аҫрай

Иглин районының Оло Теләк ауылы фермеры Хәсән Иҙиәтуллин районда билдәле кеше. Ул ныҡлы хужалыҡ тота: төрлөнән-төрлө культуралар үҫтерә һәм күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, мал йәнле хужа хатта йәнлектәр ҙә үрсетә.

Хужа – йылҡысылыҡ менән мауыға, бында меңәрләгән ат бар. Үҙе әйтеһенсә, бер нисә йылдан тоҡомло аттарҙың һаны 5-6 меңгә етеүе ихтимал. Бынан тыш, хужалыҡта күркә-павлин, күгәрсендәр, абердин-ангус тоҡомло һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр һәм башҡа төрлө хайуандар бар. Улар араһында ябай булмағандары ла етерлек, мәҫәлән, айыу балалары. Хәйер, улар ҙур инде. Урындағы һунарсылары инә айыуҙы атҡандан һуң, уның балаларын Хәсән Сәғитйән улына алып килә. Һөтһөҙ был йән эйәләре харап булырҙар ине моғайын, ә фермерҙа һөткә ҡытлыҡ юҡ.

Айыу балалары бәләкәй саҡта үҙҙәрен иркен тота, асыҡ һауала йөрөй, Хәсән Сәғитйән улы йыш ҡына улар менән уйнай. Хәүефһеҙлек йәһәтенән хәҙер улар ситлектә тотола, айырыуса хужалыҡта сит-яттар булғанда. Ә кешеләр булмағанда хужа уларҙы иркендә йөрөтә. Ҡарап торошҡа тыныс күренһәләр ҙә, тайыш табандар үҙҙәре ситлеккә инәме икән һуң?

- Юҡ, - ти фермер. – уларҙы әүрәтергә тура килә. Улар бал, шәкәр, кәнфит, печенье-перәник кеүек баллы ризыҡтар ярата. Ә малдың эс-ҡарыны өсөн әллә нимә эшләргә әҙерҙәр. Шулай алдаштырып ябып ҡуябыҙ.

Айыу балалары үҫкән ваҡытта фермаға йыш ҡына билдәле фотограф Фаил Әбсаттаров килә. Матур һәм илгәҙәк айыу балаларын фотоға төшөрөү уғата мауыҡтырғыс була. Әммә ваҡыт үтеү менән улар көслө януарға әйләнә. Бер ваҡыт, сираттағы килеүендә, ул фермер менән килешеп, айыуҙарҙы урманда төшөрөргә уйлай. Әле ҡасан ғына барыһы менән дә кинәнеп уйнаған дүрт аяҡлы дуҫтар инде ысын урман хужаһы кеүек ғәләмәт ҙур януарға әйләнгән. Фотограф уларҙы төшөргән ваҡытта бер айыу аңғармаҫтан, Фаилде килеп ҡосаҡлай. “Ғәйрәтле айыу шул тиклем ҡыҫты, мин саҡ-саҡ тын ала алдым. Айыу зыян итмәһен өсөн ҡулымдағы фотоаппаратты юғары күтәрҙем. Ярай әле шул саҡ хужа килеп сыҡты һәм йүгереп килеп, айыу менән икебеҙҙең араға таяҡ тығып, беҙҙе айырҙы”.

Хәҙер Хәсән Сәғитйән улы үҙенең биләмәһенә аяҡ баҫҡандарҙы айыуҙар ситлегенә яҡын килмәүҙәрен үтенә.

Улар иҫ киткес һиҙгер һәм етеҙ хәрәкәтле, - ти хужа кеше. – Айыу – йыртҡыс, унан йәшенеп һәм йүгереп кенә ҡотолоп булмай. Ағасҡа ул йәһәт менеп етә – тоҫмаллай һәм йәһәт кенә өҫкә һикерә.

Күптәр, хужанан йәнлектәрҙе ниңә урманға ебәрмәүе менән ҡыҙыҡһына.

Улар бәләкәйҙән үк бында үҫтеләр. Бер нисә тапҡыр урманға ебәрергә тырышып ҡараныҡ, әммә улар беҙгә өйрәнгән һәм һәр ваҡыт әйләнеп ҡайталар, - тип яуаплай Хәсән Сәғитйән улы. – Хәҙер инде уларҙы үлтереп кенә, ҡотолоп була. Ниңә инде үҙеңә шундай гонаһ алырға? Беҙ уларҙы яратабыҙ, әйҙә йәшәһендәр...

Башинформ.
Читайте нас: