Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 17:49

Вакыт ағышын кирегә бороп

Дим ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе hәм тарих уҡытыусыһы Владимир Чернов яҡташтары, атаҡлы совхоз, тыуған мәктәбе hәм үҙенең мауығыуҙар дoнъяһы тураһында китап баҫтырып сығарҙы

Дим ауылы урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе hәм йәмәғәт эшмәкәре Владимир Чернов өсөн 2018 йыл төрлө ваҡиғаларға бай булды. Владимир Анатольевич йыл башында ауыр киң инфаркт кисереп, мөғжизә менән иҫән ҡалды. Көслө ихтыярлы, үҙ эшенә ныҡ бирелгән кеше етди ауырыуҙы еңә алды. Һәм был уға унынсы тапҡыр яҙ башында «9 рота» эҙләнеүселәр отряды менән Башҡортостан Республикаһының йыйылма эҙләнеү отряды составында Ленинград өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышының хәбәрһеҙ юғалған геройҙарының ҡөалдыҡтарын ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашырға ҡамасауламаны. Эшкә тоғролоҡ һәм балаларға бирелгән вәғәҙәләрe уны алға әйҙәне. Ул бер нисә тапҡыр республика хәрби-патриотик сараларында ҡатнаша, Калуга өлкәһенә маршал Георгий Константинович Жуковтың тыуған яғына реконструкция яһауға барып ҡайта, унда фельдмаршал Михаил Кутузов командалығында рус гәскәрҙәренең Наполеон Бонапарттың франция армияһы беренсе тапҡыр тар-мар ителгән.

Ә уҙғган йыл аҙағында Владимир Анатольевич күптән көтөлгән хыялын тормощҡа ашырҙы: Мәскәү ҡалаһында күп һанлы фоторәсемдәр менән тулы форматлы «Демский — ваҡыт призмаһы аша» китабын ҡаты тышлы итеп сығарҙы.

326 биттән торған китаптың авторы үҙенең кесе ватанының ярты быуаттан ашыу үткәнен, бихисап билдәле шәхестәрен бөгөнгө көндә иҫән hәм буласаҡ быуындар уларҙың яҡты биографиялы кешеләрҙе хәтерләһен, өлгө алһын өсөн ынтылған. Китап ябай, тере hәм аңлайышлы тел менән яҙылған. Унда ауылдың ябай хеҙмәтсәндәре тураһында 90 очерк йыйылған.

«Демский — вакыт призмаһы аша» — үҙенә күрә үҙ ҡулдары менән республикала танылған совхоз данын булдырыусылар, тылда hәм фронтта Бөйөк Еңеүгә ирешеүселәр, унан һуң социализм төҙөүселәр тураһында Хәтер китабы.

Әлеге китаптың материалдары шартлы рәүештә өс бүлеккә бүленгән. Беренсеһе — «Йөрәккә яҡын гүзәл мөйөш» «Демский» совхозының барлыҡҡа килеү, аяҡҡа баҫыу hәм сәскә атыу тарихы тураһында тәфсирләп һөйләй торған архив материалдары нигеҙендә яҙылған кескәй очерктарҙан тора. Автор совхоздың партия тормошон хеҙмәт эшсәнлеге менән бергә алып барылған агитация, пропаганда эшен яҡтыртыуға ҙур иғтибар биргән. Икенсе бүлектә Дим урта мәктәбе тарихы тураһында материалдар урынлаштырылған. Был яҙыусының үҙ даирәһе, ул педагог hөнәрен тәрән аңлап, мәктәп менән бәйле ваҡиғаларҙы һүрәтләгән. Бында һуғышҡа ҡәҙәр, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәп директорҙары, уҡытыусылары hәм уҡыусылары исемлеге hәм мәктәптең үҙенең бөгөнгө көнгә ҡәҙәр тормошо. Китап уҡыусы әлеге уҡыу йортоноң бөгөн нисек йәшәүе, кемдәрҙе үҫтереүе hәм әҙерләүе тураһында белә. Өсөнсө бүлектә «9 рота» эҙләнеүселәр отрядының эҙләнеү эше hәм Бородино баталияһын реконструкциялауҙа Владимир Черновтың үҙенең ҡатнашыуы тураһында ентекле материалдар бирә.

Китап авторының «Яҡты юлдан» биттәрендә яҙмалары күп. Владимир Чернов әйтеүенсә, тап бына ул яратҡан район гәзите китап яҙыу өсөн башланғыс пункты булған. Сөнки ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан барлыҡ материалдар «Демский — ваҡыт призмаһы аша» тигән китапҡа индерелгән. Әлеге ҡыҙыҡлы китапты ҡулға алған кеше уны һүрелмәҫ ҡыҙыҡһыныу менән уҡыясаҡ.

Владимир Смолов

Роза Иванова фотоһы.
Читайте нас: