Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2019, 13:59

Яҡташтарыбыҙ ҙа тос өлөш индерә

Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград һуғышы – иң оҙайлы һәм фажиғәле алыштарҙың береһе. Ул 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февралендә тамамлана. Дон һәм Волга йылғалары ярҙарында 400-ҙән алып 850 километр арауыҡҡа һуҙылған фронт һыҙығында 200 көн һәм төн буйы ҡаты яуҙар дауам итә.

Сталинград өсөн һуғышта бөтәһе 2,1 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша, ә күләме һәм көсөргәнеше буйынса ул донъя тарихындағы бөтә алыштарҙы ла уҙып китә. Был фронт һыҙығында еңеү яулау совет ғәскәренең дөйөм уңышына хәл иткес өлөш индерә. Германияның сигенеүе иһә уның союздаштарының ышанысын юғалтыуға килтерә, ә Европа илдәрендә фашизмға ҡаршы тороу хәрәкәтен әүҙемләштерә. Япония һәм Төркиә СССР-ға ҡаршы әүҙем эшмә­кәрлек планынан баш тартырға мәжбүр була.

Сталинградтағы еңеү совет ғәскәренең рухи ныҡлығы, ҡыйыулығы һәм батыр­лығы һөҙөмтәһе була. Был алышта хәрби фиҙакәрлек өсөн 44 берләшмә һәм часҡа почетлы исемдәр бирелә, 55-е ордендар менән наградлана, 183-ө гвардия итеп үҙгәртелә. Унар меңләп һалдат һәм офицер дәүләт наградаларына лайыҡ була, ә 112 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ҡаланы батырҙарса һаҡлау хөрмәтенә Совет Хөкүмәте 1942 йылдың 22 декабрендә “Сталинградты обороналау өсөн” миҙалын булдыра. Был награда ошо алышта ҡатнашҡан 700 меңдән ашыу кешегә тапшырыла. 1945 йылдың 1 майында Юғары командующий бойороғо менән Сталинградҡа герой-ҡала исеме бирелә, ә 1965 йылдың 8 майында совет халҡының фашизмды еңеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ҡалаға Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырыла.

Дошманды тар-мар итеүгә Башҡортостан яугирҙәре лә тос өлөш индерә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап Сталинградтан башлана. Был яуҙарҙа 700 меңдән ашыу һалдат һәләк була.

“8-се кавалерия корпусын Сталинград далаларына күсергән осорҙа уның командиры итеп гвардия генерал-майоры М.Д. Борисов (1942 йыл, 26 октябрь), урынбаҫары итеп М.М. Шайморатов (1942 йыл, 11 ноябрь) тәғәйенләнә. Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡамауға алғанда 21-се тау-кавалерия һәм 55-се кавалерия дивизиялары хәрби бурыстарҙы үтәү маҡсатында йыш ҡына башҡа хәрби берләшмәләр ҡарамағына тапшырылған, ә 112-се дивизия иһә һәр саҡ кавалерия корпусы ҡарамағында ҡалып, уның нигеҙен тәшкил итер булған.

Ҡыҙыл Армия яугирҙәренең ҡаһарманлыҡ символы “Сталинград һуғышы” монумент-һәйкәлен төҙөгәндә СССР-ҙың хәрби тарихсылары хәрби берләшмәләрҙең Паулюстың 6-сы армияһын ҡыйратыуға индергән өлөшөн объектив баһалау йәһәтенән ҙур эш башҡара. “Тыуған ил-Әсә саҡыра!” статуяһы алдында Волга киңлектәрен кәүҙәләндергән яһалма һыу ятҡылығы бар. Мамай ҡурғанына килеүселәр уны урап үтеп, плитәләр янына килә. Һул яҡтағы икенсеһендә “Һуғыштарҙа П.И. Батовтың, М.Д. Борисовтың ... ғәскәрҙәре ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтте” тигән һүҙҙәр уйып яҙылған. Сталинград янында дошман ғәскәрҙәрен ҡулсаға алыуҙа ҡатнашҡан өс (3-сө гвардия, 4-се һәм 8-се) кавалерия корпусы араһынан М.Д. Борисов етәкселегендәге 8-се корпус ҡына ошо плитәлә телгә алынған. Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов Борисовтың уң ҡулы булған, кавалерия корпусының хәрби бурыстарын билдәләүҙә, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан”, – тип яҙғайны тарихсы Борис Малородов.

Автор: Р. МУСИНА әҙерләне
Читайте нас: