Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 17:53

Нәҫел ептәрен барлап...

Өфөлә Башҡортстан Республикаһында иң яҡшы ғаилә шәжәрәһе проектына «Һәр ғаиләлә патриотлыҡ. Минең шәжәрәм» өсөнсө республика конкурсының финалы булды. Бишбүләктәрҙең ике эше финалға сығыусылар исемлегендә: Бишбүләк ауылынан Зөлфиҙә Муллағәлиева менән Урал hәм Сәлимә Ғатауллиндар ғаиләһе.

«Yҙеңдең үткәндәреңде белмәйенсә, яҡты киләсәк булмаясаҡ»

Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы «Ғаиләлә патриотик тәрбиә биреүҙә шәжәрә. Мультимедиа эше» проекты менән беренсе урын hәм I дәрәжә диплом, конкурс миҙалы, «Мин Патриот» билдәһе hәм ҡиммәтле бүләктәр алды.

— Конкурс тураһында белгәс, шунда уҡ ҡатнашырға булдым, сөнки беҙҙең ғаиләбеҙҙә патриотлыҡ хисе ныҡ үҫешкән. Беҙҙә лә бик күп материал тупланды. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә патриотик аң ата-бабаларыбыҙҙың өлгөһөнә нигеҙләнгән hәм быуындан-быуынға тапшырыла килә. Муллағәлиевтарҙың нәҫел һыҙығы буйынса беҙ белгән hәм хәтерләгән барлыҡ кеше Ватаныбыҙ алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән. Олатайыбыҙ Ғабдрахман Муллағәлиев өс һуғыш: фин, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның улдары — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар. Уларҙың береһе — Ғәбдрәхим фронтҡа эләгеү өсөн, үҙенең йәшен «арттырған». Әммә ун ете йәшлек егет оҙаҡ һуғыша алмаған, ете айҙан һуң hәләк булған, — тип һөйләй Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы. — Тормош иптәшем Ғаяздың өлөшөнә Афған һуғышы тура килгән, улыбыҙ Илнур ҙа гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәне — армияла хеҙмәт итеп ҡайтты.

Муллағәлиевтар — патриотик йүнәлештәге сараларҙа күп тапҡырҙар ҡатнашыусылар. Музыкаль яҡтан һәләтле ғаилә район hәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша, Ватанды яратыу тураһында йырҙар яҙа. Муллағәлиевтар «Опаленные строки» Халыҡ-ара хәрби-патриотик hәм авторлыҡ йырҙары фестивале лауреаттары, еңеүселәре.

— Ҡуйылған шарттар буйынса видеоматериал өс минуттан да артмаҫҡа тейеш, был ваҡыт эсендә барыһын да күрһәтеп, барыһын да һөйләп бөтөп булмай, ләкин беҙ ғаиләбеҙҙәге патриотик тәрбиә биреүҙә шәжәрә тураһында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе видеороликка урынлаштырырға тырыштыҡ hәм яҡташыбыҙ, патриот Фәтих Кәрим тураһында ла онотманыҡ, — тип дауам итә Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы. — Видеоны «Yҙеңдең үткәнеңде белмәйенсә, яҡты киләсәк булмаясаҡ» тигән һүҙҙәр менән тамамланыҡ. Беҙ балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләсәләребеҙ ата-бабаларыбыҙҙы хәтерләһен, белһен, онотмаһын, ололаһын hәм уны быуындан-быуынға тапшырһын өсөн артабан да ғаиләбеҙҙә патриотик тәрбиәне дауам итәсәкбеҙ.

Муллағәлиевтарҙың видеоһын конкурс финалистарына лайыҡлы үрнәк булараҡ күрһәткәндәр.

Иҫәндәрҙе иҫкә алғанда, хәтер юғалмай

Бишбүләктән Урал hәм Сәлимә Ғатауллиндар ғаиләһе «Беҙҙең ғаиләбеҙҙең шәжәрә китабы. Тикшеренеү эше» проекты менән ғаилә (коллектив) категорияһында дипломант булды. Ғатауллиндар икенсе йыл әлеге конкурста ҡатнашып, финалға сыҡты. Улар нәҫел шәжәрәләрен өйрәнеү буйынса бик ҙур эш башҡара, ул быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Шәжәрә китабы 134 биттә яҙылған һәм бер нисә нәҫел тарихын үҙ эсенә ала.

— Ата-бабаларыбыҙ тураһында күберәк белеү теләге күптән тыуғайны, һуңғы биш йылда нәҫел ағасын өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ, уның һөҙөмтәһе — ошо китап. Китап өсөн барлыҡ мәғлүмәтте 5-сенән алып 10-ға ҡәҙәр ревизские сказки сығанаҡтарынан алдыҡ, улар республика архивында һаҡлана. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Казан ханлығында йәшәгән. Казан Яуыз Иван тарафынан яулап алынғандан һуң, улар әлеге Башҡортостан ерҙәренә күсеп ултырған. 1795 йылғы ревизские сказки мәғлүмәттәре буйынса Ғатауллиндарҙың нәҫел дауамы Өфө наместничествоһы Бәләбәй өйәҙенең Әбделкәрим ауылында (әлеге Йәрмәкәй районы) йәшәгән. Әбделкәрим ауылында ата-бабаларыбыҙҙың дүрт быуыны — Юлыҡ, Байрам, Сәлим, Фәтҡулла көн иткән. Артабан тарих Дүсән ауылы менән бәйле, Фәтҡулла Сәлимов яңы урынға күсенә, — тип һөйләй Урал Риза улы. — Беҙҙең бурысыбыҙ — Мәскәү hәм Санкт-Петербург архивтарында булған 1-се hәм 4-се ревизские сказки менән эшләү, был беҙгә быуындар бәйләнеше хаҡында тағы ла тәрәнерәк белергә мөмкинлек бирәсәк. Тағын бер тикшерелмәгән арауыҡ — һуңғы тапҡыр халыҡ һаны алынған 1859 йылдан алып дәүләт менән ваҡытлы хөкүмәт идара итә башлаған 1917 йылдар. Әлеге осорҙа халыҡ иҫәбе муллалар тарафынан метрика ҡағыҙҙарында иҫке төрки телдә ғәрәп графикаһы менән алып барылған, был уҡыу өсөн ауырлыҡ тыуҙыра, белгестәрҙең ярҙамы кәрәк.

Туғанлыҡ сылбырын бергә ялғау, нәҫелеңдең тамырҙары менән яҡындан танышыу ул — бик ҡыҙыҡлы hәм мауыҡтырғыс шөғөл.

Ирина Михайлова.

Фото Муллағәлиевтар hәм Ғатауллиндарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: