Совет Армияһында хеҙмәт итеү йылдары яҡты эҙ ҡалдырған hәм утыҙҙан ашыу йыл үткәндән һуң да бик йылы итеп иҫкә алына. Тап бына армия ауыл егеттәренә СССР исемле ҙур илде, хәрби техниканың көсөн hәм ҡеүәтен күреү hәм ир-аттар дуҫлығының ҡәҙерен белеү мөмкинлеген биргән.
— Мин тыумышым менән Хомутовканан. Беҙҙең ғаиләлә ике бала үҫтек: мин hәм һеңлем Татьяна, — тип һөйләй Андрей Булахтин. — Дим урта мәктәбен тамамлағас, мине башҡа егеттәр төркөмө менән район хәрби комиссариаты Октябрьский ҡалаһы автомәктәбенә ебәрҙе. Шуға күрә буласаҡ hөнәрҙе һайларға тура килмәне.
1987 йылдың ноябрь уртаһында йәш егетте армияға алалар. Башҡортстандан башҡа яҡташтары менән Андрей Төньяҡ Осетия Орджоникидзе ҡалаһының әҙерлек-уҡытыу батальонына хеҙмәт итеүгә эләгә. Бында 1988 йылдың 14 июненә тиклем 39595-се хәрби частә уларҙы бронетранспортер йөрөтөүселәр булараҡ, таулы ерҙәрҙә һуғыш күнекмәләренә өйрәтәләр. Ә өйрәтелгән төркөмдө Афғанстанға Төньяҡ Кундуста урынлашҡан хәрби частҡа ебәрәләр. Беҙҙең яҡташыбыҙ артиллерия полкына эләгә. Ул Мәскәү менән 40-сы армия командованиеһы өсөн үтә ҡеүәтле радиостанция hәм радиоаппаратура менән йыhазландырылған яңы КамАЗ автомобилен йөрөтөүсе була.
— Минең йылдағылар интернациональ бурыстарын үтәгән, матур тау илендә булырға тура килгән саҡырылыш булды, — тип дауам итә Андрей Леонтьевич. — Тәбиғәт менән артыҡ һоҡланырға тура килмәне. Дошмандар менән ҙур булмаған бeрәлештәр әленән-әле булғылап торҙо. Тап бына шунда совет хәрби вертолет, артиллерия, бронетранспорт, радиотехника техникаһының яңы төрҙәре һыналды. Бында иҫән ҡалыу мәктәбен кешеләр генә түгел, ә ул осор буйынса яңы КамАЗ автомобилдәре лә уҙҙы. Афғанстанда пуля һыҙғырыуы, снарядтар менән миналар шартлауы аҫтында тыуған, хәҙер армия туғанлығына әүерелгән һалдат дуҫлығын мин бер нимә менән дә сағыштыра алмайым. Бишбүләк ауылында тыуып-үҫкән Сергей Орелкин hәм Андрей Яковлев менән өй, туғандарыбыҙ менән тиҙҙән осрашасағыбыҙ хаҡында һөйләшкәнебеҙҙе һис ҡасан да онотмаясаҡмын. Командирҙар теҙелер алдынан барыһына ла «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалдарын тапшырҙы…
Афған һуғышы осоро Андрей Булахтиндың ҡыҫҡа була, сөнки был илдән совет ғәскәрҙәрен инде этаплап сығарыу бара. 1988 йылдың 15 авгусынан алып 1989 йылдың 22 октябрендә запасҡа киткәнсе, Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, ул машина йөрөтөүсе hөнәренә тоғро ҡала. Икмәк заводында РайПОла, тыуған «Южный» совхозында КамАЗ автомобилендә эшләй.
Андрей ситтә бәхет эҙләмәй. Кесе ватаны Хомутовка уға бейек йортло ҙур ҡалаға ҡарағанда яҡыныраҡ. 10 февралдә барлыҡ туғандары менән үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын, унан һуң хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуҙы билдәләп үтeргә йыйына. Уның ҙур хужалығы hәм ишек алды тулы мал-тыуары, үҙ автомобиле бар. Тормош иптәше Алена Федоровна Дим урта мeктәбендә уҡыта. Ирле-ҡатынлы улар Екатерина исемле ҡыҙ тәрбиәләй.