Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 14:21

Сүп-сарҙы контейнерҙарға һалабыҙ

Район үҙәгендә йәшәүселәрҙең күбеһе урамдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар барлыҡҡа килеүен билдәләп үтте. Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Анатолий Кожаев Бишбүләк ауылында контейнерҙар урынлаштырыу буйынса эш барышы тураһында һөйләй:

— Ғинуар аҙағына ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан 54 контейнер ҡуйылды. Ошо көндәрҙә тағын 30-ға яҡын контейнер әҙер буласаҡ. 167 контейнер урынлаштырыу планлаштырылған, ләкин кәрeк булһа, һанын арттырасаҡбыҙ. Контейнерҙар Бишбүләктә етештерелә, тағын Таганрог ҡалаһынан килтерәләр, тип көтөлe. Йыл дауамында барлыҡ Бишбүләк урамдарында ла, ауыл биләмәһе ауылдарында ла контейнерҙар урынлаштырыласаҡ. Контейнерҙар өсөн урындар улар янына килеү уңайлығын, кешеләр өсөн яйлы булыуҙы иҫәпкә алып, электр тапшырыу линияларынан алыҫыраҡ ер һайлап алына. Киләсәктә контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар төҙөкләндереләсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу аҙнаһына ике тапҡыр - дүшәмбе hәм шишәмбе көндәрендә башҡарыла. Сүп пакеттарын иртәнән башлап эш көнө башланғансы, график буйынса сығарырға кәрeк. Контейнерҙарға сүп пакеттарын йәшәү адресына ҡарамайынса һәр кем һала ала. Ҙур күләмле әйберҙәрҙе контейнерға һалмағыҙ. Контейнерҙар урынлаштырылған урамдарҙа йәшәүселәр тоҡтарын йорт янында түгел, яҡындағы контейнерға һалһын ине. Ағымдағы йылдың сентябренә барлыҡ сүплектәрҙе лә бөтөрәсәктәр.

Әйҙәгеҙ, сүп-сар мәсьәләһенә етди ҡарайыҡ. Беҙ реформаны нисек кенә ауырлыҡ менән ҡабул итһәк тә, проблема барлығын инҡар итмәйек. Теләһә ҡайһы урманға барып, быға ышанмау мөмкин түгел: ул нисек кенә алыҫ булмаһын, унда кеше булғанлығын күрәһең — ҡайҙа ла йорт сүп-сары аунап ята. Символик рәсемдәр төшөрөлгән сағыу контейнерҙар, тыуған йортобоҙ кеүек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында иҫкә төшөрһөн ине.

Ирина Михайлова.
Читайте нас: