Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2019, 12:22

Оҫталыҡҡа уҡыу – һәр саҡ кәрәк

Бәйләү, тегеү, декорациялаy, кулинария — Олеся Андреева алып барған фәндең төп йүнәлештәре

Олеся Андреева Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбендә тормошҡа иң яҡын фән — технология уҡытыусыһы булып эшләй. Ул бишенсенән алып ун беренсе класс ҡыҙҙарына көндәлек тормошта кәрәкле белем hәм һөнәри оҫталыҡ бирә.

— Технология дәрестәрендә беҙ ҡул эштәре менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, мәктәп баҡсаһында сәскәләр ҙә үҫтерәбеҙ, — тип һөйләй Олеся Юрьевна. — Балаларға матурлыҡҡа мөхәббәт тәрбиәләргә, уларҙың ижади потенциалын асырға, артабан яҡшы хужабикәләр булһын өсөн хеҙмәт һөйөүсәлектәрен үҫтерергә тырышам.

Ҡул эштәре өсөн класта барыһы ла бар — 15 тегеү машинаһы, өс епле оверлок, үтек, үтекләү таҡтаһы, туҡыма киҫеү өсөн өҫтәл, манекен. Уҡыусы ҡыҙҙар кулинария менән шөғөлләнә алырҙай айырым кабинет йыhазландырылған.

Мәктәп өсөн әйбер тегеү буйынса теләһә ниндәй үтенес менән тегеү оҫтаханаһына мөрәжәғәт итәләр. Мәктәптең акттар залында hәм кластарҙа тәҙрә ҡорғандары ҡыҙҙарҙың һәм уҡыусыларҙың уңған ҡулдары менән тегелгән. Уҡыусыларҙың оригиналь эштәрен педагогик күргәҙмәләрҙә, ата-әсәләр йыйылыштарында күрергә мөмкин. Уҡытыусы уҡыусылар менән төрлө ижади конкурстарҙа даими ҡатнашып килә. Йыл һайын байрамдарҙа йәш оҫталар уҡыусыларҙы, ветерандарҙы ҡотлау өсөн үҙ ҡулдары менән бына тигән әйберҙәр яһай. Мәктәпт киләһе юбилейы уңайынан уҡыусылар күңелле сюрприздар әҙерләйәсәк.

Өс йыл элек уҡыусыларҙың тегеү менән ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында Олеся Андреева етәкселегендәге «Оҫта ҡул» өҫтәмә белем биреү берләшмәһе барлыҡҡа килгән. Түңәрәк ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр өсөн мәктәп дәресе генә түгел, мауығыуы ла булған ҡыҙҙарҙы берләштергән. Ата-әсәләр йыйылыштарында һәм күргәҙмәләргә ҡуйылған эштәр тора-бара ҙур һорау менән файҙалана башлаған. Түңәрәктә ҡатнашыусы 10 «б» класс уҡыусыһы Регина Булатова «Халыҡ ҡулланышы тоуарҙарын мәктәп етештереү бизнес-планы» проекты менән А.С. Макаренко исемендәге Халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, еңеүсе булды. Ул түңәрәк оҫталарының һөлгө, бейәләй, алъяпҡыс, урын-ер кәрәк-ярағы, хужалыҡта кейә торған бейәләй, ҡайнар һауыт өсөн аҫлыҡ, сәйнүк йылытҡысы кеүек кoнкүрештә кәрәк булған ҡиммәт булмаған тауар етештереүҙе үҙ эсенә алған проект эшләгән. Проектты йыл дауамында тормошҡа ашырғандар. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Илдус Ғүмәров уларға сеймал һатып алыуға иғәнә ярҙамы күрһәткән. Мәктәп тегеү оҫтаханаһы оҫталарының әйберҙәрен тиҙ арала алып бөтөргәндәр. Һатыуҙан алынған аҡса яңы материал hәм теген фурнитураһы һатып алыуға тотонолған.

— Беҙҙә ҡалдыҡтар булмай. Барыһын да ҡулланабыҙ, — тип, ҡорама техникаһы менән тегелгән юрғанды hәм һөйкөмлө амулет ҡурсаҡтарҙы күрһәтә Олеся Юрьевна.

Технология уҡытыусыһының эше ҡыҙыҡлы hәм бер төлөлөктө ҡабул итмәй. Олеся Юрьевна дәрестәрҙә ҡыҙҙарға үҙ ҡулдары менән нимә булһа ла ижад итеү ҡыҙыҡлы булһын өсөн яңы идеялар менән яна. .

Киләсәктә технология дәрестәрендә алынған белем hәм күнекмәләр багажы ҡыҙҙарға тулыһынса кәрәк булыуы мөмкин: оригиналь кейем, йорт интерьеры предметтары булдырыу, үҙ тормоштарын нисек тә булһа биҙәү, ә кемгәлер аҡса эшләү мөмкинлеге бирәсәк.

Ирина Михайлова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: