Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2019, 18:06

«Кинолентаның таныш кадрҙарын тағын кyрәсәкмен»

Иттихат ауылынан Радик Фәйрушин Герат провинцияһында разведка батальонда хеҙмәт иткән

Армия хеҙмәтенең ике йылы ғүмеренең теләһә ҡайһы өлөшөнән өҫтөнөрәк, тип һанай запастағы сержант, разведчик, 1987—1989 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткән Радик Фәйрушин.

— Яңы Васильевка урта мәктәбен тeмамлағандан һуң, ғәҙәттәгесә хеҙмәткә саҡырылдым, — тип һөйләй Радик Нурфаиз улы. — Республика саҡырылыш пунктынан 11 яҡташ менән бергә Ашхабад ҡалаһына өс айлыҡ уҡыу үҙәгенә оҙатылдыҡ. Унан мине Новосибирск ҡалаһына, ә ике аҙнанан Афғанстанға ебәрҙеләр. Беҙҙе Кандагарға алып килделeр. Өс көнлөк күнекмәләрҙән һуң, 60 кешенең етеһен, шул иҫәптән мине лә, Герат провинцияһына разведка батальонына ебәрҙеләр.

Афған һуғышы аҙағына яҡынлаша. Совет ғәскәрҙәре әкренләп Афғанстандан сығарыла башлай. 101 разведка полкын да сығаралар, тик Радик Фәйрушинды башҡа разведчиктар менән бергә уттан һаҡлау өсөн ҡалдыралар.

— Унда мин яҡташым Ауырғазы районының Мостафа ауылынан Рим Ғәлиевты осраттым. Беҙ уның менән әлегәсә дуҫ, — тип дауам итә Радик Нурфаиз улы. — Ул минең бүлектә снайпер ине. Беҙ колонналарҙы оҙата барҙыҡ, Кандагарға 1989 йылдың февраленә тиклем торҙоҡ. БТР-ҙаа бергә Афғанстандан Кушкуҙағы атаҡлы күпер аша сыҡтыҡ. Быны профессиональ кинематографистар документаль кинолентаға төшөрҙө. Совет гәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнөндә әлеге кинолентаның кадрҙарында үҙебеҙҙең йәш сағыбыҙҙы яңынан күрәсәкбеҙ. Ватаныбыҙға иҫән-һау hәм сәләмәт килеш әйләнеп ҡайтыуыбыҙ менән беҙ бәхетле инек. Бар 40-сы армия Афғанстандан китте. Беҙҙе Союз буйынса төрлө урындарға тараттылар. Мин Ленинград хәрби округына Карелияға фин сигенә эләктем. Хеҙмәт буйынса бер нисә тапҡыр Мурманск ҡалаһында булдым. Армия сафтарында кисергәндәрем башҡалар менән сағыштырырлыҡ та түгел.

Армиянан һуң, запастағы сержант машина йөрөтөүсегә уҡып, «Коммуна» колхозында шофер булып, алты йыл райондың ауыл хужалығы химияһында эшләй. Оҙаҡ йылдар Радик Файрушин т Алығ төньякта, унан һуң республика баш ҡалаһында эшләгән. Хәҙер ул Усаҡ-Кисеү ауылында Ямалетдинов Крәҫтиән-фермер хужалығында хеҙмәт итә.

Владимир Смолов.

Фото ғаилә архивынан
Читайте нас: