Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2019, 18:46

Стоматолог — үҙенсәлекле табип

Район үҙәк дауаханаһының хирург-стоматологы Флорид Абдуллин яратҡан hөнәренән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай

— Утыҙ йыл элек Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетын тамамланым. Врач-стоматолог булараҡ, бер йыл Өфөнөң бер дауаханаһында интернатурала эшләнем. Унан һуң йүнәлтмә буйынса Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына килдем, — тип һөйләй район үҙәк дауаханаһының стоматология бүлеге мөдире хирург-стоматолог Флорид Абдуллин.

Флорид Зиннәт улы Йәрмәкәй ауылында тыуған. Уның ата-әсәһенең йорто район дауаханаһы янында урынлашҡан. Уларҙың күршеләре — врач-стоматологтар булып эшләгән hәм эшләүен дауам итеүсе иҫ киткес кешеләр. Улар йәш егеткә буласаҡ hөнәр һайлауға йоғонто яһағандыр, мoғайын.

— Урта белем алғандан һуң, мин әле hөнәр һайламағайным. Мине хәрби хеҙмәткә сағырҙылар, — тип дауам итә Флорид Абдуллин. — Балтик буйы сик ғәскәрҙәренә эләктем. Рядовойҙан алып старшина званиеһына ҡәҙәр хеҙмәт иттем. Миңә оҙаҡ срокка хеҙмәт итeргә hәм профессиональ хәрби булырға тәҡдим иттеләр. Әмма яҙмыш үҙенсә хәл итте. Мин өйгә ҡайттым. Минең ҡулымда өләсәйем Бәҙәр вафат булғас, врач булырға тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Медицина институтының рабфагына уҡырға индем. Һайлап алыу бик кырыҫ ине: ярты йыллыҡ уҡыуҙан һуң, институтта беренсе курсҡа 30 абитуриенттан ни бары ике кандидатты һайлап алдылар.

Ҡыҙыҡлы eңгәмәләшем дауаханала эшләй башлаған йылдарын иҫкә ала. Белгестәр булмау сәбәпле, бүлектә терапевт, ортопед hәм хирург эшен бергә алып барырға тура килә. Аппаратура механик привод менән, туҙған hәм иҫкергән була, трактор кеүек шау-гөр килеп эшләй. Кешеләр хатта киҫкен теш ауыртыуы менән дә стоматология кабинетына яҡын килергә ҡурҡа.

— Хәҙер әлеге айырманы «ер менән күк араһы» кеүек сағыштырырға мөмкин, — тип йылмая Флорид Абдуллин. — Заманса аппаратура барыһын да тамырҙан үҙгәртте. Процедуралар тәбиғи һыуына торған турбиналы ослоҡтар арҡаһында ауыртыуһыҙ үткәрелә башланы. Пациенттарға кабинеттарҙа тештәрен дауалау һәм алыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, ә кәрәк булғанда, ауырыуҙы баҫыр өсөн заманса анастетиктарҙан файдаҙанырға мөмкин.

Беҙҙең эш көнөбөҙ, дауахананың барлыҡ табиптарыныҡы кеүек кк, иртәнге 8.30 сәғәттә башлана. Башта оперативка, ә унан һуң пациенттар ҡабул ителә. 1993 йылдан бирле мин мөдир булған стоматология бүлегендә минән башҡа тағы ла дүррт врач эшләй, береһе декрет ялында. Тештәрен дауаларға hәм алдырырға халыҡ бик күп килә. Кадрҙар етмәү сәбәпле, ҙур көсөргәнеш килеп сыға. Беҙ, врач-стоматологлар, һигеҙ — ундан да кәмерәк булырға тейеш түгел, шул саҡта ҡабул итеү менән проблемалар булмаҫ ине. Оптималләштереү, кадрҙар булмау hәм ҡиммәтле стоматология gиhаздары булмау арҡаһында Айыт, Дим, Михайловка hәм Сухоречка ауылдарында теш дауалау кабинеттары ябылды hәм эшләмәй.

Һүҙебеҙ район йәшәү пункттары буйынса тештәренең сәләмәтлеге торошона даими мониторинг үткәреүгә лә ҡағыла. Иң яҡшы hәм һау-сәләмәт тештәр Дүсән ауылы халҡыныҡы икән. Әлеге феномендың сәбәбе — шишмә һыуында теш сәләмәтлеге өсөн бик мөhим элемент фтор булыуы. Был фторға бай шишмә тап бына әлеге ауыл уртаһынан аға. Башҡа йәшәү пункттарында фторҙың күләме бер литрга 0,20 миллиграмм сиктәрендә тирбәлә, был ап-аҡ тешле йылмайыу өсөн кәрәкле норманан биш тапҡырға кәмерәк.

— Даими көсөргәнеш арҡаһында эшем ауыр тиергә була, — тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлаша ул. — Эштәге арығанлыҡты йәй айҙарында еләк-емеш, бәшмәй йыйыу, балыҡҡа йөрөү, ә ҡышҡыһын саңғы шыуыу менән бөтөрөргә тырышам. Был йәһәттән үҙемдең йорт алдындағы бик яҡшы баҡсам да ысын ял итеү мөмкинлеге бирә. Унда төрлө сортлы ете алмағас, ике груша, өс сортлы виноград, ирга, сейә, слива, ҡара hәм ҡыҙыл муйыл h.б. үҫә. Мин ҡыҙыл миләште бик яратам. Йорт шарттарында каштан ағасын бер метрҙан артыҡ үҫтерә алдым.

Ирле-ҡатынлы Флорид hәм Гөлфиә Абдуллиндар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл атаһы юлынан киткән hәм стоматологҡа уҡып, Өфө медицина университетын, артабан Башҡорт дәүләт хеҙмәте hәм идара академияһында юридик факультетты тамамлаған. Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаһында табип стоматолог-ортодонт булып эшләй. Икенсе ҡыҙҙары Ләйсән дә табип һөнәрен үҙләштергән. Ул Әлмәт ҡалаһында бүлексә терапевты булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары Гөлназ да инде ҙур, Бишбүләк 1-се урта мәктәптең 10-сы класында белем ала. Ул әлегә буласаҡ hөнәрен һайламаған.

Владимир Смолов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: