Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 15:04

Шылтыратыуҙар — ялған, эвакуациялаy реаль булды

Террорсылыҡ акты тураһында хәбәр итеп, һеҙ ижтимағи хәүефһеҙлеккә ҡул һуҙаһығыҙ

Ағымдағы йылдың ғинуар айында Рәсәй буйынса дәүләт учреждениелары, мәктәптәр, дауаханалар, сауҙа үҙәктәрендә h.б. «мина ҡуйылыу» тураһында ялған хәбәрҙәр булып уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһын да урап уҙманы. 29-31 ғинуар көндәрендә Өфөлә шул сәбәпле бер нисә мәктәп, дауалау учреждениеһы, сауҙа үҙәктәре эвакуацияланды. Барлыҡ осраҡтарҙа ла тиерлек хәбәр электрон почта аша ебәрелгән. Дөйөм мәғлүмәт сараларына ҡарағанда, 29 ғинуарҙа республика-быҙҙың бер район хакимиәте бинаһында шартлатыу ҡоролмаһы ҡуйылыуы тураһында аноним хәбәр килгән, ул шулай уҡ ялған булып сыҡҡан.

Быға оҡшаш хәл бер йылдан элек булғайны. Ул ваҡытта учреждениелар hәм сауҙа үҙәктәренә «мина ҡуйылыу» тураһында дөйөм шылтыратыуҙар 2017 йылдың 11 сентябрендә башланғайны. Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, аноним шылтыратыуҙар тулҡыны Рәсәйҙең 85 төбәгенән 75-ен үҙ эсенә алған. Барлығы меңләгән сауҙа үҙәктәренән, вокзалдарҙан hәм бөтә ил буйынса башҡа объекттарҙан 2 миллионға яҡын кеше эвакуацияланған. Бер генә осраҡта ла шартлау хәүефе раҫланмаған.

Ҡайһы бер дөйөм мәғлүмәт саралары буйынса, хәбәрҙәр сит ил IP-адрестарынан килә, Украина территорияһынан булыуы ла мөмкин. Барлыҡ осраҡтарҙа ла кешеләрҙе эвакуацияланылар, әммә тикшереү янауҙарҙың ялған булуын күрһәтә. Хәҙерге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары РФ Енәйәт Кодексының 207 статьяһы («Террорсылыҡ акты тураһында белә тороп ялған хәбәр») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы мәсьәләне хәл итә. Әгәр хоҡуҡ боҙоусы табылһа, уға биш йылға тиклем ирегенән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы мина ҡуйылыу тураһында ялған хәбәрҙәргә ҡарата фекерен белдерҙе:

— Был асыуҙы килтерерлек. Был беҙҙең илебеҙгә маҡсатсан һөжүм. Был тап шулай атала ла. Был осраҡта түҙемлек күрһәтергә hәм баш менән уйларға ғына кәрәк.

Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, республика хакимиәте hәр айырым осраҡта теге йәки был учреждение етәкселегенә нимә эшләргә тигән, сигнал бирә.

Хакимиәт органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе киҫәтеү өсөн ялған тигән шик булһа ла, hәр шалтыратыуға яуап бирә.

Террорсылыҡ акты тураһында хәбәр итеп, һеҙ ижтимағи хәүефһеҙлеккә ҡул һуҙаһығыҙ, шуға бәйле рәүештә учреждениеларҙың нормаль эшсәнлеге боҙола, хоҡуҡ һаҡлау органдарының күп көс һәм саралары ситкә йүнәлтелә, конкрет граждандарҙың эшенә зыян килә.

Һеҙҙең ҡылыҡтарығыҙҙың мотивы теләһә ниндәй булырға мөмкин: хулиганлыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшенең «сифатын hәм тиҙлеген» тикшереү, ниндәй ҙә булһа ойошмаларҙың ябай эш тәртибен боҙоу теләге.

Әлеге енәйәтте ҡылған өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән башлана. Ул кеше РФ гражданинымы икәне, ғөмүмән, уның ниндәй ҙә булһа гражданлығы булыуы мөhим түгел.

Енәйәт яуаплылығынан тыш, террорсылыҡ тураһында ялған хәбәр иткән өсөн хөкөм ителгән гражданлыҡ яуаплылығына ла йәлеп ителә — әйтәйек, ғәйепле затҡа һаулыҡҡа килтерелгән зыянды ҡаплатыу, матди hәм мораль зыянды hәм дәүләт сығымдарын ҡайтарыу тураһында дәғүәләр ҙә күрһәтелергә мөмкин. Әгәр ҙә эш буйынса бәлиғ булмаған бала ғәйепле, тип табылһа, уның ата-әсәһенә йәки законлы вәкилдәренә ҡарата дәғүә талаптары ҡуйыла.

Виталий Сергеев,

Райондың террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы секретары.
Читайте нас: