Ире бик иртә үлеп китте, донъяның рәхәтен тойоп ҡына йәшәй башлағайнылар. Йорт-ере етеш, ҡапҡа-ҡоймаһы төҙөк, һарайы, мунсаһы ти¬гәндәй – барыһы ла бар, мал-тыуар ҙа аҫранылар. Аҙыҡ-түлек үҙҙәренә етеп барҙы. Хәлимә әбейҙең берҙән бер улы Хәлил дә, унынсы класты тамамлап, ҡалаға уҡырға китте. Шул китеүенән ауылға ҡайтманы. Уҡыған йылдарында аҙна һайын ҡайтып йөрөнө, ите-бәрәңгеһе, аҡсаһы ла кәрәк булды. Уҡып бөтөп, эшкә урынлашҡас, ҡайтып йөрөүҙәре кәмене. Хәлилдең тормошо яйланды, ҡала ҡыҙы Сөмбөлгә өйләнеп тә ебәрҙе. Ә Сөмбөл авылды бөтөнләй яратманы. Ҡала ҡыҙының муйыны ауыл яғына таба боролмай башланы. Йылына бер тапҡыр ҡайтып, хәл-әхүәл һорашалар ҙа китеп тә баралар. Хәлил, дәрәҗәле урынға ултырғас, ауылды бөтөнләй онотто. Икешәр ерҙә коттедж һалып ҡуйҙы, ҡала үҙәгендә дүрт бүлмәле фатир алды. Донъяның артына тибеп, икһеҙ-сикһеҙ байлыҡ эсенә сумып, сит илдән сит илгә йө¬рөп, рәхәтләнеп йәшәй бирҙеләр. Әсәһенең, яңғыҙы тилмереп, берҙән-бер балаһын көтөп, ташламаҫтар әле тип, өмөтләнеп йәшәүен белмәне һәм белергә лә теләмәне Хә¬лил. Улай аҡса-маҙар е¬бәреп тә мәшәҡәтләнмә¬не¬ләр. “Пенсияһы бар, бер тамаҡҡа күпме кәрәк?!” – тип уйланылар, ахыры. Дәрәжәле урын, байлыҡ, күп аҡса әҙәм балаларын бәғерһеҙгә, иманһыҙға әүерелдерә икән.
Хәлимә әбейҙең күҙҙәре йәшләнде: “Өметһөҙ шайтан ғына була, өмөтөмдө юғалт¬майым әле, ғәзиз балам бит, аңына килер, ҡайтыр, ташламаҫ әле, Аллаһы бойорһа!” – ¬тине. Әкрен генә урынынан торҙо, юрған-мендәрҙәрен йыйыштырып ҡуйҙы. Бисмиллаһын әйтеп, сәйнүгенә һыу һалды, уны газ плитәһына ултыртты. Тауыҡ-себештәрен ашатырға тип, ишеген асты, баҫҡысҡа сыҡты. Унда уны Тәмлетамаҡ көтөп ултыра ине. Уны ла өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Ни етте әйберҙәрҙе ашамай әле ул: уға йә һөт, йә тәмле һурпа, ит, балыҡ бир! Бесәй аҫрағас, ҡарамай ҙа булмай шул. “Миңә рәнйей күрмәһен, бигерәктәр күҙемә ҡарап тора бит”, – тип, Хәлимә әбей ҡарт бесәйе Тәмле¬тамаҡты һәр саҡ ашатып, тәрбиәләп торҙо.
Иртәнге сәйҙән һуң Хә¬лимә әбей тәҙрәзәгә күҙ һалды. Урамда кеше-ҡара күре¬нмәй. “Иртәләргә Саҗидә лә килер инде, пенсия алыу көнө килеп етте. Алдан планлаштырып, иҫәп-хисап яһап ҡуймаһаң, һис еткереп булмай аҡсаны. Хаҡтарҙың көн һайын артып тороуын уйлаһаң, ҡурҡып ҡуяһың. Шәкәре лә аҙ ғына ҡалған, тоҙо ла бөткән, ите-майы, туҡмасы – барыһы ла кәрәк. 7 мең һум пенсияны нимәгә генә еткерәһең? Утҡа-һыуға, газға ла хаҡтар гел үҫеп тора. Телефонға бер генә көн түләмәһәң дә, хәҙер өҙөп ҡуялар, телевизорынала тү¬ләр¬гә кәрәк. Ул арала налогы килеп төшә. Барыһы ла аҡса һорай, биреп кенә өлгөр. Дарыуха¬нанан да иң осһоҙ дарыуҙарҙы ғына алырға тырыша. Көн һайын 6-7 төрлө дарыу кәрәк. Бер көндө ауыл фельдшеры: “Хәлимә әбей, район үҙәгенә барып, йөрәгеңде тикшертеп ҡайт әле. Поликлиникала сират була, түләүле табипҡа бар, бер күренеп сығыу – 500 һум, анализдар ҙа бирһәң, тағын 500 һум кәрәк булыр”, – ти. Бына һиңә мә! Район үҙәгенә барыу өсөн таксиға 200 һум түләһәң, кеҫә төбөңдә тиндәр генә ҡалмаҫ тимә.
Беҙҙең быуынға ауыр ваҡыт тура килде: иртәнән кискә тиклем бил бөгөп эшләһәк тә, хеҙмәт хаҡын йүнләп түләмәнеләр. Шуға пенсияһы ла балыҡ күҙе ҡәҙәр генә. Ниңә хөкүмәт шуларҙы белмәй икән? Ана хәҙерге түрәләр, етәкселәр, депутаттар 400-500 мең һум хеҙмәт хаҡы алып эшләйҙәр ти, уларҙың пенсияһы ла 6-7 мең генә булмаҫ. Шуға күрә, пенсияға сығып, ялға китергә лә уйламайҙар. Беҙҙең кеүек ватылып эшләмәй бит улар. Ауыл кешеһе әле лә 10-12 мең һумға эшләй, уларға ниндәй пенсия түләрҙәр икән? Хәйер, ауылда ғына түгел, заманында завод-фабрика¬лар¬ҙа эшләгән ҡала халҡы ла маҡтанырлыҡ пенсия алмай. Гәзит биттәрендә гел зарланып яҙалар, байлыҡта йәшәһә¬ләр, зарланмаҫтар ине. Әле беҙҙең ауыл ерендә үҙ баҡсабыҙ бар. Бәрәңгеһен, кишерен, һуғанын ултыртабыҙ. Күр¬шеләр һәйбәт, ярҙам итеп торалар...”
Барыһын да уйлай торғас, Хәлимә әбей арыны. Аҙыраҡ ял итеп алырға уйланы. Шул ҡыҫҡа ғына ваҡытта төш тә күреп алды. Имеш, почта ташыусы Сажиҙә уға пенсия килтер¬гән, бер тоҡ аҡса һуҙа. “Хәлимә әбей, пенсияң артҡан, 70 мең һум булған, ҡулыңды ҡуй ҙа һанап ал, рәхәтләнеп тотонорһоң”, – тип, бер тоҡ аҡсаны өҫтәлгә бушатты. Барыһы ла 1 меңлектәр. 7 мең аҡсаны етегә тиклем генә һанайһы, ә 70 меңде нисек һанап бөтмәк кәрәк? Һанай-һанай буталып бөттө, өҫтәлдәге аҡсалар иҙәнгә, урындыҡҡа сәселде. “Сажиҙә, үҙең генә йыйып бир инде”, – тип ялынды Хәлимә әбей. Сажиҙә аҡсаларҙы кире тоҡҡа тултырып бирҙе лә сығып китте. Хәлимә әбей бер яҡтан һөйөнһә, икенсе яҡтан ҡурҡыуға ҡалды. Тиҙ генә ишекте бикләп килде. Уйлай-уйлай, башы ҡатты, ҡайҙа ғына йәшерһәм дә, табырҙар ҙа таларҙар, тип ҡурҡты. Ә, бәлки, үлтереп үк китерҙәр. Хәлимә әбей, шыбыр тиргә батып, ҡото осоп уянып китте. “Йә, Аллам, төш кенә икән! Йөрәгем ярылып, үлә яҙҙым бит. Әҙ аҡсам булһын, тиҙ үлемем. Бындай аҡса кәрәк түгел, йән тыныслығы кәрәк. Нисек булһа ла йәшәрмен әле, пенсиямды ғына бөтөрмәһендәр. Аллаһы Тәғәләм, оҙон ғүмерҙәр биреп, булған байлыҡтарыбыҙҙың изгелеген күреп, аҙ пенсия¬ларыбыҙҙы, иҫән-һау килеш, үҙебеҙ тотоп йәшәргә яҙһын!” Был – Хәлимә әбейҙең берҙән бер теләге ине.
Ул, ҡулдарын күтәреп, Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙы: “И, Аллам! Улымды аҡса ҡоло булыуҙан туҡтап, үҙеңдең ҡолоң ит! Йөрәгенә миһырбанлылыҡ, изгелек орлыклары сал, әсәһенә ҡарата шәф-ҡәтлелек, мәрхәмәтлелек хистәре уят. Мин бит – уны тыуҙырған, үҫтергән, тәрбиәләп оло тормошҡа оҙатҡан әсәһе!”
"Ватаным Татарстан" гәзитенән.