Бишбүләк урта мәктәбенең 8-се класны тамамлағандан һуң, район хәрби комиссариаты йүнәлтмәһе менән буйынса Бәләбәй ҡалаһында һөнәри-техник училище тамамланым, водитель-механикка уҡып сыҡтым, - тип иҫкә ала үткәндәрҙе Юрий Михайлович. Ул быйыл йәйгеһен 60 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына.
1978 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылдым. Воронеж өлкәһенең Острогожск ҡалаһына эләктем. Бында сылбырлы машиналарҙың кесе командирҙарын, практик йөрөтөү инструкторҙарын әҙерләүсе уҡыу часы була. Миңә ҡалһа, армияла алғандарымдың бөгөнгәсә кәрәге тейҙе, әлбиттә, ул ваҡытта тормоштоң башланғыс пункты булды.
Уҡыуҙы уңышлы тамамлаған кесе сержант Тимофеев тәүҙә Калининградта артиллерия полкында хеҙмәт итә. Яңы йыл алдынан часта хәрби тревога иғлан ителә. Ашығыс рәүештә хәрби техника һәм һалдаттарҙан дивизион формалаштырып, эшелон менән Ашхабадҡа ебәрәләр. Бына шулай беҙҙең яҡташыбыҙ өсөн Афғанстанда бер кемгә лә билдәле булмаған һуғыш башлана.
Ашхабадҡа ун көнләп барҙыҡ, - - тип иҫкә ала ветеран. – Бында көсәйтелгән бригада формалаштырҙылар һәм платформала Термез йүнәлешенә киттек. Һуғыш инде бишенсе ай бара ине. Хәрби техника менән понтон күпере аша дәүләт сиген уҙҙыҡ һәм йәйәүләп колонна менән Саланг тауына таба йүнәлдек. Унан һуң Баграмдан 12 һәм Ҡабулдан 22 километр алыҫлыҡта Чарикар ҡалаһына килеп еттек. Дембелгә тиклем ошо ҡалала хеҙмәт иттем һәм хәрби хәрәкәттәр ваҡытында тау үҙәнендә әлеге стратегик мө?им узелды һаҡланыҡ.
Һүҙ бергә хеҙмәт иткән Башҡортостан егеттәре тураһында башланғас, ҡарт һалдат күҙҙәрен аҫҡа төшөрә. Запасҡа китер алдынан ғына ул ике йыл буйы эс-серҙәрен бүлешкән хеҙмәттәш дуҫын юғалта. Операция үҙ ваҡытнда яһалмағанлыҡтан, Йәрмәкәй районы егете Наил Ноғоманов вафат була. Был юғалтыу уның өсөн ҙур ҡайғы була.
Армиянан ҡайтҡас, бишбүләк ауыл хужалығы техникаһы ойошмаһында эшләй башланым, әммә бер йылдан дуҫтарым Төньяҡҡа Стрежевой ҡалаһына саҡырҙылар. – ти Юрий Михайлович. – Ялға ҡайтҡас, Галинаны осраттым һәм беҙ өйләнештек. Пландарыбыҙ ҡапыл үҙгәрҙе: Тыва Республикаһына киттек, унда һигеҙ йыл йәшәнек. 1990 йылда ситтә йөрөү туйҙарҙы, һәм беҙ тыуған яҡҡа ҡайтырға булдыҡ. Йорт һалдыҡ, Галина Исааковна менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Хәҙер өс ейәнебеҙ үҫеп килә. Беҙ икебеҙ ҙә хаҡлы ялда инде.