Муллағәлиевтар ғаилә календарында иҫтәлекле даталар араһында айырыуса үҙенсәлеклеһе – Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнө, сөнки ғаилә башлығы Ғаяз Мәхмүт улы һуғыш утында янған Афғанстанда хеҙмәт иткән. Айыл ауылы егете, хәрби хеҙмәткә саҡырылғанда, уға шундай һынау эләгер тип башына ла килтермәгән. Ғаяз тәүҙә Пенза ҡалаһына хәрби частҡа эләгә. Унан һуң йәш һалдаттарҙы Советтар Союзының иң көньяҡ нөктәһе – Кушка ҡалаһына ебәрәләр. Ярты йылдан механик-машина йөрөтөүсе һөнәрен үҙләштергәс, Афғанстандың Шиндад ҡалаһына ебәрәләр. Ғаяз Муллағәлиев 40-сы армия 5-се дивизияһының 177-се айырым ремонт-тергеҙеү батальонына эләгә.
Афған ерендә Ғаяз Муллағәлиев үҙен ниндәйҙер ғәҙәттән тыш көс һаҡлауын һәр ваҡыт һиҙә. Мәҫәлән, бер хәлде генә алайыҡ, ул үҙенең автомобилендә барғанда, осраҡлы туҡталыш ғүмерен һаҡлап ҡала. Туҡтау сәбәбен һорарға килгән саперҙарҙың эте ниндәйҙер күңелһеҙлек һиҙеп, өрөргә тотона. Автомобиль тәгәрмәсе яртылаш мина өҫтөнә менгән, тағын бер нисә секунд, һәм ҡотолғоһоҙ шартлау яңғырар ине. “Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуғанһың”, - тиҙәр уға. Һәр бындай осраҡтар бер нисә тапҡыр була.
- Беҙ Ғаяз менән 1991 йылдың аҙағында, мин педагогия институтынан һуң Айыт ауылында хеҙмәт юлымды башлап ебәргәндә таныштыҡ, - тип әңгәмәне дауам итә Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы. – Ә ул армиянан һуң, ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Айыт кирбес заводында эшләп йөрөй ине. Дуҫлашып оҙаҡ йөрөмәнек, тиҙҙән өйләнештек. Шундай егеткә кейәүгә сығыум менән бик ғорурландым, бөгөн дә уның менән ғорурланам, иҫән-имен ҡайтыуына шатланам.
Тау һырттары артында ҡалған аяуһыҙ һуғыш тураһында иҫтәлектәр ғаилә, эш, киләсәккә пландар төҙөү менән алмашына башлай – тыныс тормош үҙенекен итә. Ғаиләлә балалар – Илнур менән Илзидә тыуа. Әлбиттә, теләһә ниндәй һуғыш кеүек үк, Афғанстандан да Ғаяз өсөн эҙһеҙ үтмәгән. Беренсе йылдарҙа ҡот осҡос ваҡиғалар, атышыуҙар уның төштәренә йыш инә торғайны. Мин һәр ваҡыт уның хәленә индем, - ти тормош иптәше.
Афған һуғышы ир-атты ҡаты бәғерлегә әйләндермәгән. Ғаяз Мәхмүт улы ғаиләһен бик ярата. Улар өсөн барыһын да эшләй. Атаһы улы өсөн һәр саҡ өлгө булып тора. Ә ҡыҙына ҡарата атаһының мөғәләмәһе күпкә йомшағыраҡ. Ғаилә башлығы балаларын тәрбиәләүҙә лә тормошсан алмдар ҡуллана.
Бер ваҡыт бәләкәй сағында Илнур улыбыҙ нимәнәндер ҡурҡып, уянып китте. Илай башланы, - тип иҫкә ала Зөлфиҙә Муллағәлиева. – Ғаяз үҙенең миҙалдарын алды, уның мендәре аҫтына һалды, һәм: “Бер ниндәй ҡурҡыныс та әйбер юҡ, уға бер ҡасан да насар төштәр кермәһен , - тине. Улыбыҙға был бик көслө тәьҫир итте, ул тынысланды, бик тиҙ йоҡлап китте һәм башҡа бер нәмәнән дә ҡуҡманы”.
Ир менән ҡатындың төп өҫтөнлөгө – ғәҙел, намыҫлы, үҙ Ватанын, ғаиләһен яратыусы, башҡаларҙы хөрмәт итеүсе, шәхестәрҙең баһаһын белеүселәрҙе тәрбиәләү. Муллағәлиевтар әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса тейешле һөҙөмтәләргә ирешә. Улдары Илнур армияла хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан.
Ғаиләлә Афғанстан менән бәйле әйберҙәр ҡәҙерләп һаҡлана. Ғаяз Мәхмүт улы һуғыштан кейеп ҡайтҡан һалдат формаһы, күкрәк билдәһе, фотһүрәттәре, хеҙмәттәштәренең адресы яҙылған блокнот, ручка, ата-әсәһенә алып ҡайтҡан сувенирҙар.
Муллағәлиевтар ижади, музыкаль ғаилә. Ғаяз менән Зөлфиҙә танышҡанда, гитара менән башҡарған беренсе йырҙары афған йырҙары була. Хәҙер был йырҙарҙы бар ғаилә яттан белә, ҡайһы берҙәре әле лә ғаилә репертуарында. Муллағәлиевтарҙың барлыҡ концерттарныда афған һуғышына бағышланған блок бар. Марсель Кашаповҡа арналған “Башҡортостан” ДТРК төшөргән клип БСТ каналында трансляциялана, район сараларында йыш ҡулланыла. Йыр “Минең йәшлегем тирәктәре” тип атала.
Беҙҙә патриотизм һәр ваҡыт беренсе урында булды. Балалар менән патриотик темаға бағышланған конкурстарҙа бик теләп ҡатнашабыҙ. Беҙ “Опаленные строки” республика патриотик йыр конкурсы еңеүселәре, лауреаттары, призерҙары, “Шәжәрә” республика бәйгеһе еңеүселәре, ғаиләлә патриотик тәрбиә биреү буйынса еңеүселәр. Быйыл беҙҙең ғаиләбеҙ артты, киленебеҙ Яҙгөл өҫтәлде. Йәйгеһен бар ғаиләбеҙ менән “Опаленные строки” патриотик йыр фестиваленә барырға план ҡорабыҙ, - тип уй-ниәттәре менән уртаҡлаша Ғаяз Мәхмүт улы.
Иҫтәлекле дата яҡынайыу менән Муллағәлиевтар Афғанстан тураһында фильмдар, әлеге темаға ҡағылышлы тапшырыуҙар ҡарай, фекер алыша, Ғаяз Мәхмүт улына һорауҙар бирә. Ул үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша, Афғанстан тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй, хеҙмәттәштәрен иҫкә ала.
Ғаяз менән Зөлфиҙә Муллағәлиевтар балалары һәм ейәндәре үҙ ғаиләһенең тарихын белһен өсөн, ғаилә тормошоноң иҫтәлекле даталарын иҫтә тоторға, ғаилә традицияларын һаҡларға кәрәк икәнлегенә ышана.