Аҡ стеналар, бейек ҡайындар, иҫке ағас ҡойма менән уратып алынған бәләкәй генә баҡса, балалар шат тауыштары, иҫке спорт залы һәм ҙур тәҙрәле иркен, яҡты кластар. Бәләкәй, уңайлы бина, тулы ҡанлы тормош, бына ниндәй ине ул минең башланғыс мәктәбем! Изгелекле һәм зирәк уҡытыусылар араһында уҙған тәүге мәктәп йылдарынмды һәр ваҡыт ҙур ихтирам һәм шатлыҡ менән иҫкә алам. Һәм бына инде үҙемдең яратҡан яҡты класыма инеүем беренсе тапҡыр ғына минең төшөмә инмәй...
Бина юҡ инде. Әммә башланғыс мәктәп рухы һәм иң мөһимдәре әлеге банала оҙаҡ йылдар эшләгән һәм был һөнәргә үҙҙәрен яңы ғына бағышлаған педагогтар күңелендә һаҡлана. Минең беренсе уҡытыусым Зоя Никаноровна Федорова булды, тик күп йылдар уҙғас ҡына, “ Ни өсөн ул педагог һөнәрен һайлаған?” – тигән һорау тыуҙы. Минең был кешеләр, иҫ киткес ҙур һәм асыҡ йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һөйләгем килә. Һәм ни өсөн улар был һөнәрҙе һайлаған, тигән һорауға яуап табырға теләйем. Уларҙың тормошонда иң яҡты һәм иҫтә ҡалырлыҡ нимә булған? Кем өлгө күрһәткән, нимә сәбәп булған? Һорауҙар күп, яуаптары ла күп. Әммә барлыҡ педагогтарҙы ла бер нәмә берләштерә – улар үҙ һөнәрен күңел ҡушыуы буйынса һайлаған!
Людмила Александровна Борисова: “Һөнәр һайлауыма беренсе уҡытыусым ҙур йоғонто яһаны. Блы һөнәр миңә мәңгелек күңел йәшлеге һәм хатта 60 йәштә лә бала саҡ тойғолары бирҙе. Үҙемдең ғаиләмде яратам, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡыусыларымды һәм эшемде яратам. Буш ваҡытымда шиғырҙар ижад итергә һәм шаяртырға яратам”.
Зоя Никоноровна Федорова: “Һөнәр һайлауыма тәүге уҡытыусыма мөхәббәт, уның матур почеркы, аҡбур менән таҡтаға яҙыуы йоғонто яһаны. Диктанттар тикшерергә, журналға уҡыусылар исемлеген яҙырға, математиканы уҡытырға яратам. Һөнәр миңә үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙыра, мин белем бирә алыуыма һәм ғорурлыҡ менән Педагог исемен йөрөтә алыуыма шатмын”.
Тамара Викторовна Иванова: “Был һөнәрҙе шуға ла һайланым, сөнки бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Әсәйем яғынан нәҫелебеҙҙә 39 уҡытыусы. Эшемдән бик ҡәнәғәтмен һәм үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Мин уның менән йәшәйем. Тәбиғәттә ҡоштар һайрауын тыңларға яратам”.
Любовь Леонидовна Степанова: “Мин бала саҡтан уҡ уҡытыусы булыуҙың нимә икәнен белә инем инде. Быға артырарлыҡ та түгел, мин бит бишенсе быуын уҡытыусы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, призлы урындар алырға, балалар менән байрамдар үткәрергә, сәскәләр үҫтерергә, хикәйәләр, әкиәтттәр, эссе яҙырға яратам. Ә миңә ғүмеремде яңынан башларға тура килһә, ошо уҡ тормош юлымды ҡабаттан үтер инем. Уҡытыусы булыр инем!”.
Тамара Серафимовна Федотова: “Уҡытыусыларым миндә педагог һәләтен күреп, уҡырға ебәрҙе. Һөнәрем уңышлылыҡ, ышаныс бирҙе. Ғаиләмде, үҙ ауылымды бик яратам, турғайҙарҙың сырҡылдашыуын ҡарарға, йөҙөгән болоттарҙы күҙәтергә, шишмәнең күҙәтергә, шишмәнең сылтырап ағыуын тыңларға яратам, һәм шул саҡта табиғәт миңә изгелек орлоҡтарны сәсеү өсөн йәнә көс бирә”.
Надежда Александровна Чернова: “Мин педагогтар ғаиләһендә тыуып-үҫтем. Тәүге уҡытыусым – минең атайым. Атайым мәктәп директоры булып эшләне. Минең тирә-яғымда гел уҡытыусылар ине. Йыш ҡына ҡыҙҙар менән “мәктәпле” уйнаныҡ. Минең һөнәрем кешеләрҙе аңлау, балалар күңеленең нескә тойомларҙай психолог булырға, кешеләрҙең кәйефен һәм холҡон белергә өйрәтте. Үҙ эшемде, балалар, хеҙмәттәштәрем менән эшләргә яратам”.
Айгөл Рәбис ҡыҙы Фәридунова: “Уҡытыусылар династияһын дауам итәм. Айырыуса әсәйем минең уҡытыусы булыуымды теләне, документтарҙы педучилищеға тапшырып, ул минең яҙмышымды хәл итте. Был эш барыһына ла һөйөнөргә, донъяға бала күҙлегенән ҡарарға: яратырға һәм һоҡланырға, борсолорға һәм ярҙам ҡулы һуҙырға, сит хаталарға түҙемле булырға, кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәтте. Эш тамамланғандан һуң, тынлыҡта ултырырға яратам. Буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнәм,, һүрәт төшөрәм, “Туған тел” һәм “Юлдаш” радиоһын тыңлайым”.
Зилия Мөхәррәм ҡыҙы Әхмәҙуллина: “Бала саҡтан уҡытыусы булып уйнарға ярата торғайным һәм мин һәр ваҡыт уҡытыусы булдым. Билдәләр ҡуйыу, дәфтәрҙәр тикшереү оҡшай ине. Был минең бала саҡ хыялым! Мәктәптә эшләгәндә, мин икенсе яртым менән таныштым. Беҙҙә әңгәмәләр, фекер алышыуҙар өсөн уртаҡ темалар бар, йыш ҡына бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ, барыһынан да бигерәк үҙемдең ғаиләмде, уҡыусыларымды яратам. Эштә теүәллек, кешенең асыҡлығын, намыҫлылыҡ, ғәҙеллек яратам”.
Ансия Хайсиновна Джураева: “Мин был һөнәрҙе шуға һайланым, сөнки мине иҫ киткес уҡытыусылар әйләндереп алғайны, мин уларға оҡшарға теләнем. Көн һайын уҡыусыларымдың йылмайыуын һәм күҙҙәрендә осҡон күрәм. Уларҙың мине күреүгә шатланыуҙарын күрәм. Һәм мин уларға мине яратырға өйрәткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Мин барыһынан да бигерәк нимә яратам? Иң тәүҙә ғаиләмде, балалармыды, тормошто яратам. Мин был һөнәрҙе һайлауыма шатмын”.
Татьяна Александровна Стрельникова: “Минең әсәйем педагог ине. Уның нисек балалар уҡытыуын ҡарап тороу миңә оҡшай ине. Һәм мин яратҡан уҡытыусыларыма оҡшарға теләнем. Һәр кемдең үҙ юлы. Үҙ һәләте. Мәктәп ул – минең йортом. Мин уға үҙемдең ваҡытым һәм көсөмдө бирәм. Башҡаса йәшәй алайым һәм теләмәйем дә”.
Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Туғанова: “Буласаҡ һөнәремде һайлау бала саҡтан уҡ билдәләнгәндер, күрәһең. Ата-әсәйем уҡытыусылар, атайымдың апаһы – башланғыс кластар уҡытыусыһы ине. Мәктәптә эшләү һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт үҙемә һорауҙар бирергә һәм яуап эҙләргә өйрәндем. Барыһынан да бигерәк тормошто яратам, сөнки беҙҙең барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ, беҙҙең бәхетебеҙ, беҙҙең барлыҡ өмөттәребеҙ шуға бәйле”.
Ноғоманова Динара Ринат ҡыҙы: “Мин тәүге уҡытыусыма булған һөйөүем арҡаһында педагог һөнәрен һайланым. Ул тормошома тәрән эҙ ҡалдырҙы. Был һөнәр миңә күп нәмә бирҙе. Балалар күҙеңә тултырып ҡарап ултырғанда, уларҙы яратмау мөмкин түгел! Мин бөтөнләй таныш булмаған балаларҙы шулай яратырға мөмкиндер тип һис кенә лә күҙ алдына килтермәй инем. Был һөнәр күп уйларға мәжбүр итә һәм ижад итергә ярҙам итә!”.
Бына шундай уҡытыусылар Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең башланғыс звеноһында эшләй. Бәлки, ҡайһы берҙәре менән һеҙ беренсе тапҡыр танышҡанһығыҙҙыр, ә кемдер үҙенең тәүге уҡытыусыһы тураһында нимәлер белгәндер!
Улар тураһында һөйләгәндә, мин үҙемде төш күргән кеүек хис иттем. Мин унда бала, ҡыңғырау сыңлай, уҡытыусы класҡа инә, беҙгә яғымлы күҙҙәре менән ҡарай һәм: “Һаумыһығыҙ, балалар, мин һеҙҙе күреүемә бик шат!” – ти.