Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2019, 22:32

“Мин бары тормошто яратам”

Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе. Беҙҙең районда оло кешеләр хаҡында онотмайҙар, был кеше халыҡ араһында абруйлы булһа, бигерәк тә ҡәҙере ҙур. Күптән түгел үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Саиб Әхмәтовты күркәм юбилейы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, ветерандар Советы рәйесе Вәлиулла Булатов ҡотларға килде.

Алыҫ 1929 йылда Фатима менән Мәхмүт Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып Саиб исемле малай тыуа. Ул башҡа балалар менән менән бергә бәлкәйҙән үк кәрәҫтиән тормошона өйрәнеп үҫә.

- Минең тыуғандан алып бөтә ғүмерем Исаҡайҙа үтте, - тип хәтер ебен тағата Саиб Мәхмүт улы. – Беҙҙең быуындың йәшлеге бик ҡыҫҡа булды. Ҡәһәрле һуғыш барлыҡ яҡты хыялдарҙы емерҙе. Шул быуын балалары кеүек, миңә лә уҡыу форсаты теймәне, шуға күрә 7-се класты тамамлау менән генә сикләндем. Артабан тиҫтерҙәрем менән баҫыуҙа бил яҙмай эшләнек. Икмәк үҫтерҙек, әммә уны үҙебеҙ ашаманыҡ. Һуғыш тамамланды,уға ҡарап тормош тиҙ генә еңеләймәне. Бар халыҡ элекке кеүек үк, астан үлмәҫ өсөн тырышты, илде ҡабат аяҡҡа баҫтырыуҙа йәше-ҡарты көс һалды.

- 1948 йылда Әҡсән Зиннәтуллин менән мине Бишбүләккә бригадирҙар курсына ебәрҙеләр. Ун көнлөк уҡыуҙан һуң, “Исаҡай” колхозына ҡайтып, беҙ эшкә тотондоҡ, ул 1-се бригадала, ә мин 2-cелә, – тип иҫкә ала ул хеҙмәт йылдарын.

Ләкин ул бында бригадир булып бер йыл ғына эшләп ҡала: 1949 йылда 20 йәш тула һәм уға Ватан алдындағы бурысын үтәргә китә. Белоруссияла сапер-понтонер булып хеҙмәт итә. Отделение командиры була.

Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, йәш механизатор тыуған яҡ баҫыуҙарын иңләй, бригадир йөгөн дә уға йөкмәтәләр. Саиб Әхмәтов ауылда беренсе трактор барлыҡҡа килеүен, “полуторка”ны нисек итеп тимер юлы буйлап алып ҡайтыуҙарын әлегеләй хәтерләй. Ә уның үҙенә тракторҙың барлыҡ төрҙәрендә лә: МТЗ-2 (кабинаһыҙ), МТЗ-80, Т-150-та эшләргә тура килә.

- Һуңыраҡ мине 4-се бүлексәгә управляющий итеп ҡуйҙылар. Ул йылдарҙа баҫыу эштәре менән бергә төҙөлөш тә алып барыла ине. Шул ваҡытта район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Илдар Ғимаев беҙгә төҙөлөшкә барырҙай ағас бүлеп бирҙе. Хужалыҡ етәкселәре техника менән тәьмин итте, һәм беҙ Абдуллиндан кәрәкле материалдар алып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта эш көнө нормаға һалынмағайны. Ҡояш сыҡтымы - эшкә бараһың, ҡояш батҡас – өйгә. Шулай булһа ла, ул йылдар яҡшы яҡтан ғына хәтерҙә ҡалған. Эшләгәнгә күрә, ауыл халҡы лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алды, иген дә ҡиммәт түгел ине.

90-сы йылдарҙан алып Саиб Әхмәтов ауылдың ветерандар Советын етәкләй. Тынғыһыҙ ир-уҙаман ауылда мәсет төҙөтөүҙә башлап йөрөй. Бер нисә йылдан, күмәк көс менән ауылға йәм биреп торған мәсет барлыҡҡа килә.

Бөгөнгө көндә күп кенә пенсионерҙарҙың тормошо туғандар, балалар менән аралашыуға ғына ҡайтып ҡалһа, Саиб бабай тураһында быны әйтеп булмай. Төрлө йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы, тирә-йүнгә битараф булмаған, теләһә ниндәй эште лә оҫта ойоштора белеүсе Саиб Мәхмүт улы үҙенең принциптарына һәр саҡ тоғро ҡала. Ул оҙаҡ йылдар Һайлау кампанияһы составында эшләне, ауылдың архив материалдары менән ҡыҙыҡһына, әле булһа район гәзитенә мәҡәләләр яҙа, байрамдар, һабантуйҙар, өмәләр ойоштороуҙа ҡатнаша, шулай уҡ ауылдаштарын һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатыусы ла ул...

- Ҡыҙғаныс, ауыл элгәре кеүек түгел инде, - тип яманһыулап ҡуя ул. Бар ғүмере ошонда үткән, хеҙмәт йылдары ошо ергә бәйле булған кеше булараҡ, ауылдың бөгөнгө торошо өсөн йәне әрней.

Ваҡыт ағышын һис кенә лә туҡтатып булмай, кем әйтмешләй, йылдар бер-бер артлы йүгереп уҙа. Ҡатыны Вәсиләне ерләгәндән һуң, ун өс йыл инде яңғыҙы донъя көтә. Бала ҡайғылары ла урап үтмәй уны: биш балаһының өсәүһе баҡыйлыҡҡа күскән. Өлкән улы Фуаттың химия заводында эшләгәндә һаулығына зыян килә - бөгөн ул Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнә. Бәләбәйҙә йәшәүсе ҡыҙы Вәсимә күптән хаҡлы ялда, ул атаһының төп ярҙамсыһы. Ейәндәре лә ташламай, бүлә-бүләсәләре лә уңыштары менән һөйөндөрә.

Олпат йәштәге хеҙмәт ветераны бөгөн дә көндәлек мәшәҡәттәр менән йәшәй, ҡулдан килгәнсә һәммәһен дә күңелен биреп эшләй. Был йәмәғәт эштәренә лә, өй эштәренә лә ҡағыла.

- Мин ауыл хужалығында эшләнем, шуның өсөн ер эше күңелгә яҡын, баҡсала тәртип булыуын теләйем. Йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. Әлбиттә, был эштәрҙе йрыып сығырға балалар ярҙамлаша, бер үҙемдең генә ҡулдан килмәҫ ине, - ти ул.

Өйҙөң һәр ерендә орлоҡтар һалынған бәләкәй тартмалар күренә, ул уларҙы таныштарына һәм ауылдаштарына ла тарата. Өҫтәл өҫтөндә - гәзит һәм журналдар өйөмө.

- Алты төрлө баҫма алдырам, шул иҫәптән район гәзитен дә. 40 йыл элек тә, һәм бөгөн дә уның биттәренән халыҡтың нисек йәшәүен, ниндәй яңылыҡтар барлығын белеп торам, - ти район гәзитенең тоғро дуҫы.

Үҙенең 90 йәшендә лә Саиб Мәхмүт улы әңгәмә ҡорорға, күңелендәге хәтирәләре менән уртаҡлашырға ярата. Унан оҙон ғүмеренең сере нимәлә булыуы менән ҡыҙыҡһынам. Ул былай тип яуап бирә:

- Мин бары тормошто яратам. Моғайын, гендар ҙа үҙ ролен уйнай торғандыр. Өләсәйем 96 йәшкә, ә әсәйем 94 йәшкә етте, сөнки Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерҙе оҙонайтып та, ҡыҫҡартып та булмай.

Ләйлә Ғүмәрова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: