Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2019, 13:57

Батыр үлмәй, даны һүнмәй

Гвардия рядовойы Александр Матросов үҙенең үлемһеҙ батырлығын ҡылған иҫтәлекле утлы көнгә 76 йыл тула.

Легендар геройҙың биографияһына байҡау яһайыҡ.

Александр Матвеевич Матросов 1924 йылда Днепропетровск ҡалаһында тыуған. Бәләкәйҙән етем ҡалып, 1935-1940 йылдарҙа Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылындағы балалар йортонда, унан һуң 1941 йылдың апреленән Өфө балалар хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнгән. 1942 йылдың сентябрендә ошо уҡ колониянан Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырылып, Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына ебәрелгән. Бер айҙан һуң курсанттарҙың марш ротаһы составында уҡсы-автоматсы Александр Матросов үҙ теләге менән фронтҡа киткән.

Сталинград янында ҙур еңеүҙән һуң Ҡыҙыл Армия илбаҫарҙарҙы юҡ итеүен һәм көнбайышҡа ҡыҫырыҡлауын дауам иткән. Хәрюби операциялар Баренц диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә тиклем алып барылған. Калинин фронтының бер участогында Псков янындағы бәләкәй генә Чернушка ауылы фашисттарҙың терәк пунктына әйләнгән. Разведка мәғлүмәттәре буйынса ул һаҡланыу ҡоролмалары менән уратып алынған “ҡаты сәсләүек” була. Алда ҡотосҡос ауыр алыш көтә.

Ошо һөжүм алдынан уҡсылар батальоны яугирҙәре махсус йыйылыш үткәрә. Унда алда торған хәрби бурысты мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтәү мәсьәләһе ҡуйыла. Чернушка ауылын алғандан һуң иҫән ҡалған яугирҙәрҙең күңелендә Александр Матросовтың “Ҡулдарым ҡорал тотҡанда, йөрәгем типкәндә фашисттар менән һуғышасаҡмын”, тигән һүҙҙәре уйылып ҡалған.

Ул үҙенең антына тоғролоғон һаҡлаған.

...Чернушка ауылы өсөн алыш йә тынып торған, йә яңы көс менән күтәрелгән. Гвардиясылар дошмандың бер нисә дзотын ҡаплаған. Әммә иң хәйләкәрҙәре, ҡалҡыулыҡ артында күренеп торған Чернушка ауылын ярым түңәрәк итеп уратып алғандары ғына ҡала.

Ниһәйәт, автоматсылар төркөмө алғы планда торған дзоттарға гранаталар атып күбеһен сафтан сығара. Шулай ҙа дошмандың үҙәк ут нөктәһе амбразураһынан пулемет батальон флангтарын утҡа тотоуын дауам итә.

Командир дзотты баҫтырыу өсөн иң яҡшы алты автоматсыны билдәләй, ләкин улар барып етә алмай — пулемет уты уларҙы аяҡтан йыға.

— Миңә рөхсәт итегеҙ, — ти Матросов. Тиҫтәләрсә яугир уның артынан эйәрә. Бына тағын пулемет ут яуҙыра. Матросов ергә һыйынып хәрәкәтләнеүен дауам итә. Дошмандың ут нөктәһе яҡында ғына. Шул саҡ Александр теҙләнә лә, бер-бер артлы ике гранатаһын пулемет амбразураһына ташлай. Тынлыҡ урынлаша. Бер нисә секунд эсендә Матросов алға бер нисә аҙым яһарға өлгөрә. Бына амбразураның үлемесле “ауыҙы”. Ул яңынан ут сәсә башлағас, гвардеец Матросов ерҙән күтәрелә лә ут бөркөп торған пулемет дзотын күкрәге менән ҡаплай.

Яу яланында “Ура!” ауаздары яңғырай. Бына шулай Александрҙың хәрби иптәштәре хәл иткес һөжүмгә күсә. Ләкин Александр уларҙы күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә инде. Яуҙаштары батыр яугир янына килеп аны һаҡлыҡ менән генә ҡар өҫтөнә ҡуялар. Уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлеге хеҙмәткәре капитан И. Ноздрачев ергә теҙләнеп Матросовтың гимнастерка кеҫәһенән комсомол билетын ала. уны асып эре хәрефтәр менән: ”Дошмандың ут нөктәһен ҡапланы. Батырлыҡ күрһәтте” тип яҙып ҡуя.

Геройға ни бары 19 йәш була. Ул 1943 йылдың 23 февралендә, Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығы көнөндә һәләк була.

1943 йылдың 19 июнендә Александр Матросовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. И. В. Сталин приказы нигеҙендә ҡыйыу һалдат 254-се гвардия полкының беренсе ротаһы исемлегенә мәңгегә яҙыла. Был полк батыр яугирҙың исеме менән атала.

“Иптәш Матросовтың бөйөк батырлығы Ҡыҙыл Армияның барлыҡ яугирҙәре өсөн дә хәрби фиҙаҡәрлек өлгөһө булып хеҙмәт итергә тейеш”, тип билдәләнә был приказда.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 300-гә яҡын яугир Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлаған. Миәкә районы егете Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин Ҡыҙыл Армия офицерҙарынан беренсе булып амбразураға ҡаплана.

Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың батырлығы хөрмәтенә Ағиҙел йылғаһының бейек ярында Еңеү паркында яҡташтарыбыҙҙың ауыр һуғыш йылдарындағы батырлығын кәүҙәләндергән һәйкәл ҡуйылған. Батырҙар үлмәй, халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй.


Читайте нас: