Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2019, 18:01

Паника булырға тейеш түгел

Видеоселектор кәңәшмәһендә һүҙ ҡош киҙеүе тураһында барҙы

Ашығыс кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һәм һатыуҙарға кураторлыҡ итеү буйынса урынбаҫарҙары, район ветеренария станцияһы начальнигы, райондың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рйесе һәм дөйөм мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнашты. Башҡортсотан Республикаһы территорияһында ҡош киҙеүе барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса ғәҙәттән тыш комиссияның сираттан тыш ултырышын БР ветеренария адараһы начальнигы Азат Йыһаншин алып барҙы.

22 февралдә Силәбе өлкәһе территорияһында “Магнитогорс ҡошсолоҡ комплексы” йәмғиәте һәм “Нуғәйбәк ҡошсолоҡ комплексы” йәмғиәтендә (H9 субтибы) тибындағы ҡош киҙеүе вирусының генетик материалы асыҡланған. Азат Салауат билдәләп үтеүенсә, әлеге сир менән ҡошсолар йыл һайын осраша. Уҙған йыл Татарстанда, Удмуртияла, Сыуашстанда һәм башҡа төбәктәрҙә ауырыу арҡаһында, ҡоштар һаны миллиондан ашыуға кәмегән. Беҙҙең республиканың 11 сауҙа нөктәләрендә күркә ите аланған, шул рәүешле ҡош киҙеүе вирусының ваҡытында таралыуына юл ҡуйылмаған. Хәҙер ҡошсолоҡ тармағы өсөн яңы һынау барлыҡҡак килгән. Бар ерҙә локалләштереү һәм уны контролгә алыу буйынса маҡсатлы профилактик эш башлана. Махсус комиссиялар тарафынан 17 районда сауҙа селтәре аша һатыуға ҡош ите продукцияһы тикшерелегән. Урал арты райондарында, Баймаҡ, Кушнаренко, Борай һәм Дәүләкән райондарында ҙур партиялар менән индерелгән ун тоннанан ашыу хәүефле продукция асыҡланған. Паника булырға тейеш түгел. Хәлде республиканың ғәҙәттән тыш комиссияһы даими рәүештә тикшереп тора. Ҡош киҙеүе вирусы кеше өсөн хәүефле түгел, сөнки бешергәндән һуң, ул тулыһынса нейтралләшә. Ҡоштарға ашатырҙай, уларҙың сей ҡалдыҡтары хәүефле. Тиҙҙәпн ауыл халҡы себеш, бәпкә һатып ала башлаясаҡ. Барлыҡ төр ҡоштар киҙеү менән ауырый, үлем осрағы 97 проценттан артыҡ тәшкил итә. Бөгөн республикала төрлө милек формаһындағы хужалыҡтарҙа ҡоштарҙың 12 миллион тирәһе иҫәпләнә.

Тәү сиратта, район комиссияларына тере ҡош һәм ҡош ите менән сауҙа итеүҙең теүәл урындарын билдәләргә кәрәк. Башҡа төбәктәрҙән тере ҡоштар индереүҙе сикләргә һәм баҙарҙы үҙ продукциябыҙ менән тәьмин итергә тыршырға, һис шикһеҙ, хәлде тикшереп, гәзит аша аңлатмалар бирергә кәрәк.

Владимир Смолов.
Читайте нас: