“Былар – устав капиталы түбән, штат һаны һәм фондтары минималь булған төбәк операторҙары, – ти Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының башҡарма комитет етәксеһе Михаил Развожаев. – Законда был тыйылмай... Әммә ағымдағы йылда түләүҙәр менән проблемалар килеп сыҡһа, улар үҙ бурыстары буйынса яуап бирә алмаясағын аңлайбыҙ”. Шуға фронт төбәк етәкселәренә шикле операторҙарҙың эшсәнлеген айырым иғтибарға алырға, йә улар менән контракттарын өҙөп, яңынан конкурс үткәреү ихтималын ҡарарға кәрәк тип мөрәжәғәт итте.
“Тоноҡ” компаниялар исемлегенә Башҡортостанда эшләүселәр ҙә эләккән. Улар – “Дюртюлимелиоводстрой” һәм “Эко-сити” йәмғиәттәре. Уларҙың устав капиталы – 10 меңдән 20 мең һумға тиклем, штатта хеҙмәткәрҙәр юҡ һәм 2017 йыл өсөн табыштары нулгә тигеҙ (анализ 2017 йыл күрһәткестәре буйынса яһалған, сөнки 2018 йыл өсөн әлегә тулы мәғлүмәт юҡ).
Михаил Развожаев әйтеүенсә, “тоноҡ” фирмалар “сүп реформаһы” өсөн төҙөлгәндәр. Улар подрядтар менән килешеп эшләй. “Ләкин тәҗрибә, хезмәткәрҙәр булмай тороп улар нисек эшләй ала, кешеләр менән нисек аралаша – аңлашылмай. Беҙ быға шикләнеп ҡарайбыҙ”, – ти ул.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына 1 ай эсендә 4 мең шылтыратыу булған. “Кешеләрҙе иң ныҡ борсоған темалар икәү, – ти Развожаев. – Береһе – контейнер майҙандарының насар хәлдә булыуы. Беҙ был майҙандар өсөн яуаплылыҡты төбәк операторҙарына бирергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Ул саҡта операторҙар менән идарасы компаниялар араһында кем йыйыштырырға тейеш тигән һорау килеп тыумаҫ. Икенсеһе – ауыл ерендә сүп сығарыу. Унда эшкәртеү талап ителгән ҡалдыҡтар аҙ. Шуға ауыл халҡы тарифтарҙы сығарылған сүп күләменән сығып иҫәпләү кәрәклеге тураһында әйтә. Эйе, был шаҡтай сетерекле мәсьәлә, әммә уны эшләргә кәрәк. Сөнки бөгөн ауыл ере өсөн трифтар ғәҙел түгел”.
Башҡортостанға килгәндә, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн сүпкә түләү – 70 һумдан, ә ауыл халҡы өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш тип билдәләнде.