Ҡатын-ҡыҙ көнөнә уртаса 20 меңгә яҡын, йәғни ир-егеттәргә ҡарағанда 13 меңгә күберәк, һүҙ әйтә.
Донъялағы иң бай 20 ҡатын-ҡыҙ, Ҡытайҙан У Яцзюндән тыш, байлыҡты иренән йәки атаһынан мираҫ итеп алған.
Ғалимдарға ышанһаң, яңы тыуған сабыйҙың еҫе ҡатын-ҡыҙға наркоман наркотиктан алғанға тиң ләззәт килтерә.
Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙың уртаса 19 пар туфлийы бар.
Рәсәйҙә гүзәл заттар ир-егеттәргә ҡарағанда туғыҙ миллионға күберәк.
АҠШ-та сабыйҙарҙың 40 проценты никахҡа инмәгән ҡатындарҙан тыуа.
Ҡатын-ҡыҙ ғүмеренең уртаса бер йылын “Нимә кейергә?” тип уйланып үткәрә.
Ҡатын-ҡыҙ йылына яҡынса 30 – 64 тапҡыр илай, ә ирҙәр – ни бары 6 – 17 тапҡыр.
Ҡатын-ҡыҙ серҙе уртаса 47 сәғәт 15 минут самаһы һаҡлай.
Ир-егеттәр көнөнә алты тапҡыр алдай, йәғни ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
Тәү башлап бейек үксәле туфлиҙы 1600 йылдарҙа ир-егеттәр кейә башлаған.
Израиль – донъяла гүзәл заттар хәрби хеҙмәткә саҡырылған берҙән-бер дәүләт.
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-егеттекенә ҡарағанда шәберәк тибә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа тәмде һиҙеү һәләте көслө заттарға ҡарағанда юғарыраҡ.
Тикшеренеүҙәргә күҙ һалһаҡ, буйсан ҡатындар яман шеш менән йышыраҡ сирләй.
Бөйөк Британияла ҡатын-ҡыҙҙың ғүмер буйы уртаса 111 сумкаһы була.
Бер ҡатындың иң күбе 69 балаһы булыуы мәғлүм.