1930 йылда, район һаулыҡ һаҡлау бүлеге төҙөлөү менән, Бишбүләк ауылында 30 урынлыҡ дауахана файҙаланыуға тапшырыла. 2009 йылдың октябрендә 23 төрҙәге белгеслек буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса киң профилле дауахана асыла.
Әлеге ваҡытта Бишбүләк район үҙәк дауаханаһы 23 меңдән ашыу кешегә дауалау-консультация ярҙамы күрһәтә, hәм үҙ структураһына 85 урынға иҫәпләнгән стационар, ике сменала эшләүсе, 42 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарға 250 кеше йөрөй алырлыҡ поликлиниканы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ структураға Айыт hәм Михайловка ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 50 кешегә иҫәпләнгән ете урынлыҡ көндөҙгө стационар, Дим дөйөм практика табыплыҡ үҙәге hәм 36 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә.
Yҙәк район дауаханаһы составында терапия, педиатрия, йоғошло ауырыуҙар, хирургия бүлектәре, паллиатив ярҙам бүлеге, өс ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы эшләй. Стационарҙа йыл һайын 3000-гә яҡын кеше дауалана, 500-ҙән ашыу операция яһала. Поликлиникала 15 белгеслек буйынса табиптар ҡабул итә.
2015 йылдың июненән алып райондың һаулыҡ һаҡлау системаһын «БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы», РФ Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Андриян Михайлович Павлов етәкләй.
Учреждениеның эш сифаты тәү сиратта белгестәрҙең квалификацияһына бәйле. Бөгөнгө көндә халыҡҡа 48 табип hәм 200 урта медицина хеҙмәткәре персоналы медицина ярҙамы күрһәтә. Табиптар — 39,6%, урта медицина хеҙмәткәрҙәре — 63,0% аттестация үткән. Табиптар — 98%, урта медицина хеҙмәткәрҙәре — 96,5% сертификацияланған. Коллективта «БР-ҙың атҡаҙанған врачы» тигән мактаулы исемгә эйә булған өс табип эшләй, улар араһынан берәүһе «РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән, бер шәфҡәт туташы «БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһенә лайыҡ булған, бер акушер «БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре», 11 табип hәм 11 урта медицина хеҙмәткәре «БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.
Һуңғы йылдарҙа амбулатор-поликлиника звеноһы берҙәм электрон селтәргә индерелде. Регистратура берҙәм электрон системала эшләй, Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаны файҙаланып, hәм мәғлүмәти киоск (инфомат) аша табиптарға электрон яҙылыу индерелде. Ауырыуҙарға электрон медицина карталары асылган. Тәҡдим ителгән критерийҙар hәм шаблондар нигеҙендә «Әҙәпле регистратура» проекты индерелә.
Уҙған йылда «Земский доктор» программаһы буйынса районға ике йәш табип килде. Коллективта 11 белгес эшләй, уларға уңайлыҡтары булған фатир бирелгән.
2018 йылдың декабрендә hәм 2019 йылдың февралендә автомобиль паркы «А» класлы ГАЗ-3221, УАЗ-39623 ашығыс медицина ярҙамы машиналары менән тулыладырылған.
Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға бара hәм медицина хеҙмәткәрҙәре алдында ла яңы бурыстар ҡуя. Беҙҙең төп маҡсат — медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, демографик хәлде яҡшыртыу, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем дәрәжәһен кәметеү, кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон арттырыу, планлы диспансерлаштырыу үткәреү тора.
Район үҙәк дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге.