Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 19:45

Балаға ярҙам итеп, ғаиләләргә ярҙам итәләр

Ата-әсә вазифаһын тейешенсә башҡармаған ата-әсәләр бар: үҙ балаларының һаулығы, физик һәм рухи үҫеше тураһында ҡайғыртырға теләмәйҙәр. Балалар тормошона һәм һаулығына реаль ҡурҡыныс янаған ҡайһы бер осраҡтарҙа, уларҙы тартып алыу, ысынлап та, кәрәкле сара булып тора. Һәр ата-әсә хыялланған сәләмәт, аҡыллы, маутр балалар социаль учреждениеға эләгә.

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют 2005 йылда асылған. Асылғандан бирле, приют 1000-гә яҡын бала баланы үҙенә һыйындырған. Бында эләккән һәр баланың үҙ тарихы бар, әммә улар барыһы ла оҡшаш.

Бүлексә ваҡытлыса һыйыныр уны тәҡдим итеү, социаль хеҙмәтләндереү һәм ауыр хәлдә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу менән шөғөлләнә, - тип һөйләй Бишбүләк районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе мөдире Ләйсән Миңлеғәли ҡыҙы Латипова. – Уҙған йылда социаль приютта 93 бала тәрбиәләнде. Приют беҙҙең һәм яҡын-тирә Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан балаларҙы ҡабул итә.

Хәҙер күпме бала, һәм улар беҙгә нисек килеп эләгә?

Хәҙерге ваҡытта беҙҙә 14 бала тәрбиәләнә, приют 25 бала ҡабул итә ала. Беҙгә ауыр тормош шарттарында көн иткән ғаиләнән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы урынлаштыралар. Кемделер эсеүгә һабышҡан атай һәм әсәйҙән тартып алырға тура килә. Ә икенселәрҙең коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнмәгәнгә, өйҙәрендә электр йәки йылылыҡты өҙгәндәр. Беҙгә балаларҙы опека һәм попечителлек органдары хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм үҫмерҙәр хоҡуҡтарын яҡлау инспекторҙары алып килә, уларҙы “имен булмаған утраусыҡтары”нан йолҡоп алалар, тиһәң дә була.

Беҙ баланың йәиһә ат-әсәһенең шәхси мөрәжәғәте буйынса ҡабул итә алабыҙ.

Социаль учреждениеға имен булмаған ғаиләләрҙәге балалар ғына эләгә аламы?

Хәҙер приюттың тәғәйенләнеше үҙгәрҙе, беҙ социаль хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ: социаль-психологик, социаль-педагогик, социаль-медицина, социаль-хоҡуҡи һәм социаль-көнкүреш хеҙмәттәре.

Мәҫәлән, яңғыҙ әсә дауаланырға йәки сессияға барырға йыйынһа, ул балаһын билдәле бер ваҡытҡа балаһын беҙгә ҡалдыра ала. Әлеге хеҙмәт бушлай. Беҙ килешеү төҙөйбөҙ. Һәм ул балаһының ҡараулы икәнлеген белеп, тыныс ҡына үҙ эштәрен башҡара ала. Беҙгә эләккәс, балалар уҡыуҙан айырылып тормай, улар мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләне ҡайһы берҙә бындай аҙымға мохтажлыҡ этәрә. Беҙҙә коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстарын бөтөрөү өсөн финанс мәсьәләләрен хәл иткән ата-әсәләрҙең балалары ла йәшәп ала.

Тәртипһеҙ атә-әсәләрҙең балаларының күңеленә нисек асҡыс яратаһығыҙ?

Беҙҙең коллективта ҙур эш тәжрибәһе булған, юғары белемле педагогтар күп. Улар приют асылғандың тәүге көндәренән үк эшләй.

Педагогтар һәм тәрбиәселәр һәр балаға индивидуаль ҡараш тыуҙыра ала. Кемделер яратырға, ә кемгәлер ҡырыҫ булырға кәрәк. Ваҡыт уҙыу менән улар ғәҙәти булмаған хәл-тороштан айырыла һәм берҙәм ҙур ғаилә булып йәшәй башлай. Бында балалар өҫтәмә дөйөм белем биреү программалары буйынса шөғөлләнә, төрлө яҡлап ял итеүҙе ойошторабыҙ, байрамдарҙы даими уҙғарабыҙ. Уйын бүлмәһендә теннис өҫтәле бар, күптән түгел бокс грушаһы һәм волейбол селтәре бүләк иттеләр. Яҙғыһын ихатала волейбол майҙансығы булдырырға ниәтләйбеҙ. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәбеҙ, хәҙерге йәмғиәттә үҙ урынын табырға әҙерләйбеҙ. Беҙҙең үҙебеҙҙең йәшелсә баҡсабыҙ бар, ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләүҙә ярҙамлаша. Беҙҙең балалар республика күләмендәге, дөйөм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Айыт, Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәптәре беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә. Социаль приют коллективы балалар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙыра, балаларҙың хатта өйҙәренә ҡайтырға теләмәгән саҡтары ла була.

Ата-әсәләре аҡылға килеп, балаларын ҡабат ҡайтарырға теләмәйме?

Балалар беҙҙә ярты йылға тиклем була ала, был ваҡыт үткәндән һуң, махсус комиссия ҡарары буйынса, ата-әсәләр тәртипкә килеп, бала тормошона һәм һаулығына хәүеф тыуҙырмай икән, уны ҡабат ғаиләгә ҡайтарырға мөмкин. Ә инде киреһенсә булһа, уларҙы ғаиләләргә опекаға йәки тәрбиәгә бирергә, балалар йорттарына ебәрергә тура килә. Балалар тыуған йорттарына ҡайтһын өсөн тырышабыҙ. Балалар беҙҙә булғанда, ғаиләлә ыңғай климат тыуҙырыу буйынса ата-әсәләр менән эш алып барыла. Эсеүсе ата-әсәләр дауаланыу үтә. Әгәр эшһеҙҙәр эшкә урынлашһа, коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылған бурысын түләй. Ата-әсәләрҙең күбеһе дауалана һәм насар ғәҙәттәренән арына, шуға бәйле тормошҡа ҡараштарын үҙгәртә, ғаилә ҡиммәттәрен аңлай башлай. Был эштә уларға райондың профилактика системаһы органдарының берҙәм эше ярҙам итә. Бала ҡабат ҡайтарылғас, беҙ ғаиләне билдәле бер ваҡыт дауамында күҙәтеп торабыҙ.

Балалар приютында йәшәргә тура килгән балаларҙың ата-әсәләренә нимә әйтер инегеҙ?

Балаларҙы яратырға, улар тураһында ҡайғыртырға, тормошобоҙҙа иң мөһиме ул – беҙҙең балаларыбыҙ.

Социаль приютҡа йыш ҡына ирекмәндәр, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре,

“Вектор” Йәштәр үҙәге белгестәре һәм изге күңелле кешеләр йөрөй. Балалар проблемаларына битараф булмаған кешеләр күпме ?

Күптәр ярҙам итә: кем дә булһа нимә менәндер. Беҙ үҙ ваҡыттарын ҡыҙғанмаусы ирекмәндәргә шат. Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр ҙә, матди яҡтан тәьмин итеүселәр ҙә бар. 2018 йылда республика халҡы 350 мең һумдан ашыу финанс ярҙам күрһәтте. Хәйриә аҡсаларына күп нәмә – йыһаз, көнкүреш техникаһы, сантехника, канцелярия тауарҙары һатып алынды, күптәр кейем-һалым һәм аяҡ кейемдәре менән ярҙам итә. Ирекмәндәр йылында әбейҙәр балаларға ойоҡбаш һәм бейәләй бәйләп бүләк итте. Туймазы нефть идараһының “Шкапово” нефть ҡыуҙырыу станцияһы коллективы, “Нерал” компаниялар төркөмө, “Спасение” БМСК, шәхси эшҡыуар Р,Ф.Ихсанов, “Сова” шәхси һаҡ предприятиеһы даими ярҙам итә. Шулай уҡ социаль приютты Өфөнән “Һеҙ яңғыҙ түгел”, “Йөрәк ҡушыуы буйынса”, “Яңы көн” хәйриә төркөмдәре шефлыҡҡа алды. Даими бауыусыбыҙ шәхси эшҡыуар С.К.Михайлов ярҙамы менән тәрбиәләнеүселәр араһында үткәрелгән “Күңелле старттар – ГТО-ға бер аҙым” республика спартакиадаһында ҡатнашты. Беҙ ярҙам иткән һәм теләктәшлек күрһәткән һәр кемгә рәхмәтле.

Проблемаларығыҙ бармы?

Теләһә ҡайһы йорттағы кеүек, приюттың хужалыҡ-көнкүреш проблемалары бар. Карауат һәм матрастарҙы алыштырыр ваҡыт етте, улар менән объект асылғандан бирле файҙаланыбыҙ. Йылыта башлау менән, мунсаны ремонтларға уйлайбыҙ. Ҙур ғаиләнең тормошо күп көнкүреш проблемаларынан тора, уларҙы көн һайын хәл итергә кәрәк.

Оло тормошта балаларҙың яҙмышы нисек формалаша?

Ундай иҫәп алып барылмай. Әммә педагогтар һәм тәрбиәселәр менән бәйлнештә тороусылар бар, ҡайһы берҙәре хәл белергә килә.

Ирина Михайлова әңгәмәште.
Читайте нас: