Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2019, 18:54

Бишбүләктә “Яҡшығолов уҡыуҙары” үтте

Йыл башында мең ырыуы вәкилдәре шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Сафуан Яҡшығоловтың тормошон һәм уның ижадын ныҡлап өйрәнеү маҡсатында конкурс иғлан иткәйне. Шуға ярашлы, беҙҙең Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә “Яҡшығолов уҡыуҙары” тигән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе булып үтте. Унда Айыт, Дим, Ҡаныҡай, Йылбулаҡтамаҡ, Бишбүләк, Уҫаҡ-Кисеү, Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.

Әле сара башланғансы уҡ, байрамса биҙәлгән залдың теге йәки был мөйәшөндә, малай һәм ҡыҙҙарҙың уҡытыусы апайҙары менән тулҡынланып, ятлаған шиғырҙарын ҡабатлай ине. Араларында башҡорт милли кейемендәге уҡыусылар ҙа күренә ине.

Йыйылыусыларҙы дөйөм мәғариф үҫешенең секторы мөдире Урал Риза улы Ғатауллин сәләмләп үткәндән һуң, һүҙ 2-се класс уҡыусыларына бирелде, улар артынса, башҡа уҡыусылар ҙа бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелеп, ятлаған шиғырҙарын тантаналы рәүештә һөйләп төштө. Баһалама ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Маһира Мөфтәхова, Вельмира Ғатауллина, Раушания Тихонова, Сөмбөл Әсфәндиәрова һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, интонация, башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше, сәхнә оҫталығы кеүек критерийҙар буйынса баһаланылар. Уҡыусыларҙың оҫталығын баһалаған жюри составында билдәле шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, яҡташыбыҙ Алфред Шәймәрҙәнов та бар ине.

Уҡытыусыларҙың бар көсөн, тырышлығын һалып әҙерләүе бушҡа китмәгән, балалар Сафуан Яҡшығоловтың тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарын илһамланып, яратып һөйләне. Шағирҙың “Дим буйы”, “Ағымһыуға ҡарап”, “Һағынам”, “Таң ата” кеүек әҫәрҙәре айырыуса ҡат-ҡат яңғыраны. Конкурста ҡатнашҡандарҙың күбеһе Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды, шулай уҡ уларға китаптар ҙа бүләк ителде. Бынан тыш, жюри тарафынан төрлө номинациялар ҙа булдырылғайны. Мәҫәлән, артислыҡ һәләте буйынса берәү һәм “Өмөт” номинацияһы буйынса 5 уҡыусы билдәләнде.

Балаларҙы мең ырыуының арҙаҡлы шәхесе Сафуан Яҡшығоловтың тормошо, ижады менән яҡындан таныштырыу, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уҡыусыларҙы ғилми хеҙмәткә йәлеп итеү - төп маҡсат булып торған сара бер тында үтеп тә китте.

- Балалар шиғыр һөйләүгә етди әҙерләнгән, беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беҙҙеке улай булманы. Һеҙҙең барығыҙҙың алдында ла бер бурыс – яҡшы уҡырға. Артабан да уңыштар, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләп ҡалабыҙ, - тип уҡыусыларға үҙ теләктәрен еткерҙе шағирә Лариса Хашим ҡыҙы.

Баһалама ағзалары тарафынан башланғыс класс уҡыусылары араһында, шиғри әҫәрҙе оҫта итеп бәйән итеүселәрҙе барлауға килгәндә, Сәфәрғәлиева Радмила баһалама ағзалары тарафынан бер тауыштан еңеүсе тип танылды, шулай уҡ Ҡаныҡай урта мәктәбе уҡыусыларынан, Батраев Байрас 2-се урын һәм Исламов Нияз 3-сө урын алды. 5-8 кластарҙан Ишмөхәмәтова Камилла 1-се, Ҡасимов Ильяс 2-се, Әхмәтшина Азалия 3-сө урынға сыҡты (Ҡаныҡай урта мәктәбе).

Ғилми-тикшенеү эше алып барған 11-се класс уҡыусыһы Йосопова Гөлсәсәктең (Дим урта мәктәбе) эше айырым билдәләнде

“1871 йылда Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған Сафуан Яҡшығолов йәш сағынан уҡ заманының алдынғы шәхесе булып һанала. Ул Дәүләкән ауылындағы мәҙрәсәлә уҡығанда дин дәрестәре менән бергә донъяуи фәндәрҙе лә өйрәнә: тарих, география, урыҫ теле, көнсығыш әҙәбиәтен үҙләштерә. Яңы Яппарҙа үҙе асҡан мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

Уның ҡәләм осонан тамған шиғырҙарында башҡорт ерҙәрен талауға һәм колониялаштырыуға ҡаршы протест белдерә, ябай халыҡты белемгә әйҙәй”.

Мәғрифәтсе-шағирҙың тормош юлын һәм шәжәрәһен ентекле өйрәнгән Гөлсәсәк Йосопова апрель айында Дәүләкән ҡалаһында уҙасаҡ төбәк-ара “Яҡшығолов уҡыуҙары”нда ла үҙ эшен яҡлаясаҡ.

Шиғырҙы тасуири һөйләп, барыһын да һоҡландырған Ҡаныҡай урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыһы Сәфәрғәлиева Радмила һәм Бишбүләк 1-се урта мәктәбенән Сәйетгәрәева Әлиә лә “Яҡшығолов уҡыуҙары”на һайлап алынды.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.
Читайте нас: