Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2019, 18:29

Бал ҡорттары менән нисек килешергә?

Уңайлы тәбиғиғәт-климат шарттары, төрлө үҫемлектәргә һәм урманға, бихисап шишмәгә бай Башҡортостан элек-электән хуш еҫле, шифалы бал етештереү менән дан тотҡан.

XX быуаттың 30-сы йылдарында Бишбүләк районында 117 ауыл иҫәпләнгән, һәр йәшәү пунктында тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Былар хәлле крәҫтиән булған: кемдең өҫтәлендә бал булған, ул бер ҡасан да мохтажлыҡта йәшәмәгән. Умарта балы һәр саҡ кәрәкле продукт һәм ҡиммәтле тауар булған.

Ермолкин ауылынан Андрей Туймуков (1968 йылда тыуған) ата-бабаларының кәсебен дауам итә. – Пыл Энтри бар тирә-яҡта дан тотҡан. Ул йыл һайын яңы бал айыртҡандан һуң, ауыл балалары өсөн ысын байрам ойошторған. Уларҙың ҡатыны Мария менән ике ул һәм ете ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалар умарталыҡта үҫкән, кесе йәштән үк атаһына ярҙам иткән, ә һуңынан үҙ ғаиләләрен ҡорғас та бал ҡорттарынан айырылмаған. Умартасы төтөнө менән эшләүҙән бик һирәк файҙаланған. 1974 йылда Константин Туймуков Республика умартасылары конкурсында ҡатнашып, икенсе урын яулай. Умартасынан уңышының һәм яҡшы күрһәткестәренең сере нимәлә тип һорағас, яуап ҡыҫҡа була: бал ҡорттары менән нисек килешә алаһың инде. Хәҙер Туймуковтарҙың нәҫелдән килгән шөғөлөн улдары Георгий менән Владимир дауам итә. Һәр ҡайһыһының үҙҙәренең айырым ҙур умарталығы бар.

Колхоз-совхоз төҙөлөшө осоронда районда ун колхоз һәм өс совхоз бар ире һәм барыһының үҙ умарталығы булған. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа һәр айырым бригада умарталыҡ тотҡан. Шуға ла тауар балы складтарҙа булыу сәбәпле, уны әллә ни ҡиммәт булмаған хаҡҡа халыҡҡа һатҡандар, сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында хужалыҡ ашханаларында табынға ҡуйғандар. Ауыл хужалығы идараһында умартасылыҡ буйынса инспекторҙың махсус штаты булған, ул райлнда был тармаҡ үҫешенә кураторлыҡ иткән. Йыл һайын колхоз һәм совхоз умарталыҡтарын бал ҡорттары ғаиләһенең күсеүенә һәм бал етештереүгә яҙғы һәм көҙгө тикшереү үткәргәндәр. Умарталарҙы ҡышҡа әҙерлеген дә тикшергәндәр. Районда йыл һайын иң яҡшы умартасыларға конкурстар үткәрелгән, умартасыларҙы квалификация күтәреү курстарына ебәргәндәр. Ҡушйылға урта мәктәбендә “йәш умартасы” курсының махсус программаһы буйынса технология дәрестәрендә буласаҡ умартасылар әҙерләгәндәр. Мәктәптең үҙенең 25 умартаһы булған.

Үҙгәртеп ҡороу осоронда колхоз-совхоздар тарҡала. Улар урынына районда милектең төрлө формаһы булған ҡырҡҡа яҡын ауыл хужалығы предприятиеһы ойошторола. Мобиль элемтә барлыҡҡа килә. күп йыллыҡ үләндәр. Ҡарабойҙай һәм көнбағыш сәсеү полантацияларында минераль ашлама һәм гербицид ҡулланыу арта. Һәм был умарталыҡтың дөйөм һанының кәмеүенә тағы ла бер сәбәп була. Умартасылыҡ менән 21 хужалыҡта шөғөлләнгәндәр. Киров исемендәге кооператив, “Дуҫлыҡ”, Ленин исемендәге “Канаш”, “Марс”, “Марс”, “Восток”, “Заветы Ильича” ауыл хужалығы предприятиеларының һәм башҡа ваҡ-төйәк хужалыҡтарҙың бал ҡорттары булмай. Район буйынса бал ҡортары ғаиләһенең дөйөм һаны 1013 дана тәшкил итә. Йыл һайын умартасылар ун тоннанан ашыу бал йыя.

Башҡорт балы – илдә һәм сит илдәрҙә иң танылған республика бренды. Шуға күрә, 2000 йылда инде яңынан тергеҙелгән тәүге республика умартасылары конкурсы булды. Беҙҙең умартасылар йыл һайын үткәрелә торған конкурстарҙа ҡатнашты. 2013 йылдың 23-24 авгусында Баймаҡ ҡалаһында 13-сө Республика умартасылары конкурсы һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында “Йәш умартасылар” етенсе Республика конкурсы уҙҙы. Беҙҙең районды өлкәндәр араһында Михайловка ауылынан 30 йыллыҡ эш стажы булған умартасы Юрий Иванов тәҡдим итте һәм республиканың иң яҡшы умартасылары исемлегенә керә алды. “Йәш умартасы” конкрусында Уҫаҡ-Кисеү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Раил Шиһапов ҡатнашты һәм республика буйынса өсөнсө урынды алды. Әлеге ярыштар һәр ваҡыт өй эшен әҙерләүҙән башлана, унда умартасылар үҙҙәренең бал ҡорттарын үрсетеү, умартасылыҡ продукцияһын етештереү һәм эшкәртеүҙең уникаль технологияһын тәҡдим итә. Практик өлөштө иһә улар бал ҡорттарын умарта тирәләй беренсе яҙғы осоуға һәм умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй, ҡорт ауырыуҙарына ҡаршы профилактик саралар үткәрә.

Бөгөн Айыт, Ҡыңғыр-Мәнәүез һәм Ҡушйылға урта мәктәптәрендә “Умартасылыҡ” курсы буйынса технология дәрестәрендә уҡыусылар өсөн уҡыуҙар үткәрелә.

Районда Салауат Юлаев исемендәге кооперативта ғына кооператив умартаһы бар. Хәҙер умартасылыҡ менән уға күптән тотонған умартасылар ғына шөғөлләнә. Кесе Сиҙәк ауылында йәшәүсе һәр икенсе кеше үҙен умартасы, тип һанай. Ауыл гербында юҡҡа ғына бал ҡорто һүрәтләнмәгән.

Николай Ульянов дүртенсе быуын умартасы булып тора. Ике улы бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнә. Ульяновтар үҙ балы менән Америка контингентын яулған. Был хаҡта республика дөйөм мәғлүмәт саралары яҙҙы. Ете йыл элек Бәләбәй ҡалаһындағы бер ханым АҠШ-ҡа, Филадельфия ҡалаһына балалары янына ҡунаҡҡа бара. Ул унда ғәҙәт буйынса табынға ҡуйырға тип хуш еҫле бал һатып алырға була һәм матур төргәктәге “Башҡорт балы” тигән бренд күреп ҡала. Гәрбәләй бал банкаһында етештереүсенең адресы: Башҡортостан Республикаһы, Бишбүләк районы, Кесе Сиҙәк ауылы, Ульянов Николай Александрович умарталығының паспорт мәғлүмәттәре һәм теркәү номеры күрһәтелгән була.

Райондың Ырымбур өлкәһе менән сиктәш көньяҡ-көнбайыш өлөшө умартасылыҡ менән шөғөлләнеү һәм был кәсепте үҫтереү өсөн айырыуса ҡулай, сифатлы тауар балы алыуға ярҙам итә. Каменка ауылынан дүртенсе быуын умартасы Петр Миронов 2017 йылда 130 умарта күсенән 2 тонна 130 килограмм бал алған. Хатта насар һәм ҡоро 2018 йылда Петр Павловтың һөҙөмтәләре шаҡтай яҡшы була – бер тоннанан ашыу бал. Ә бына Исаҡай ауылынан үҙ хужалығында 430 баш умарта тотоусы ирле-ҡатынлы Гөлнара һәм Дамир Ғабдуллиндар 2017 йылда 27 тонна 300 килограмм бал йыйып алған. Уҙған йыл күрһәткестәре бер ҡайтышыраҡ булған – 17 тонна 300 килограмм.

Йылбулаҡтамаҡ һәм Ҡасҡын ауылының оптимистик рухлы умартасылары былтыр “Медовй вкус” ауыл хужалығы коопеартивына берләште. Улар барлыҡ санитар нормаларға һәм заманса сауҙа ҡағиҙәләренә яуап бирә торған махсус төргәктә балдан әҙер продукция етештерергә һәм һатырға йыйына. Тиҙҙән әлеге бренд район һәм республиканан ситтә лә сауҙа супермаркеттары кәштәләрендә урын алыуы бар. Үҙ оҫталығын быуындан-быуынға тапшырыусы беҙҙең тырыш умартасыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Владимир Смолов.
Читайте нас: