Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2019, 16:15

Ер шарының картаһында бер япраҡ саҡлы ғына

Республикабыҙ 100-йыллыҡ юбилейын ил, дөнъяүи юғарылыҡта яңы тарихи биттәр менән башлай.

1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларынан һуң, Башҡортстанда эшсе, крәҫтиән һәм милли хәрәкәт киң йәйелә. Башҡорт халҡының төрлө ҡатламдары уларҙың үҙаллылығы хоҡуғын таныуҙы талап итә. 1917 йылдың ноябрендә Башҡорт өлкә шураһы Рәсәй республикаһы составында Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Шул уҡ йылдың декабрь айында Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Кесе Башҡортостан автономияһы (туғыҙ көнсығыш кантоны) раҫлана һәм башҡорт Хөкүмәте ойошторола, уның етәкселегендә башҡорт милли-азатлығы хәрәкәте лидеры, шәреҡ белгесе-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди була.


Башҡортостан ҡарамағына йәмәғәт именлеген тәьмин итеү, һалымдар йыйыу һәм тәфтиш, Ҡораллы Көстәр, халыҡ мәғарифы, капитал, ер, ер аҫты байлыҡтары, урмандар, республика һыуҙары менән эш итеү индерелә. Граждандар һуғышының башланғыс осоронда большевиктар менән ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә Башҡорт Хөкүмәтен һәм ул төҙөгән башҡорт корпусын Самарала үткән ойоштороу йыйылышы әғзалары комитеты хуплай. Әммә оҙаҡламай, Омскиҙа Колчак диктатураһы урынлашкандан һуң, Башҡортостан автономияһын етәкләгән Әхмәтзәки Вәлиди Хөкүмәте Совет власы яғына күсә.

1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында башҡорт полктары вәкилдәре съездында Башҡортостандың ваҡытлы хөкүмәте-хәрби-революция комитеты төҙөлә, ә инде шул йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостандың Совет Автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Автономиялы республика Кесе Башҡортостан сиктәрендә төҙөлә һәм Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш өлештәрен үҙ эсенә ала.

* 1920 йылдың 19 майында Бөтә рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының Дәүләт төҙөлөшө тураһында ҡарар ҡабул итә, унда республика һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдарының үҙ-ара эш итеү даирәһе билдәләнә. Ҡарар финанс, аҙыҡ-түлек, халыҡ хужалығы, хәрби комиссариат, почта һәм телеграф наркоматтары үҙәгенә туранан-тура бойоноуҙы нығыта. РКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты был ҡарарҙы хуплай, ләкин Башревком автономиялы республика идараһының киҫкен үҙәкләштерелеүенә ҡаршы сыға. Протест йөҙөнән, уның барлыҡ ағзалары ла тиерлек 15 июнь көндө үҙ посынан китә һәм Баш

ревком власть органы булараҡ йәшәүҙән туҡтай. 1920 йылдың 26 июнендә Ревкомдың яңы составы республика менән идарә итә башлай, ә бер айҙан үткән I съезда республикала БашЦИК һәм Халыҡ Комиссарҙары Советтары төҙөлә.

* Граждандар һуғышы һәм дөйөм емереклектәр Башҡортостанға ла ҡағыла. 1921-22 йылдарҙа аслыҡ һөҙөмтәһендә республика халҡы — 22 процентҡа, сәсеү майҙандары һаны ике тапҡыр кәмей. 1928 йылда ваҡ кустарь сәнәғәте һуғышҡа тиклемге дәрәжәгә үҫешә. Дөйөм алғанда, Башҡортостан әле аграр төбәк булып ҡала.

Сәнәғәт етештереүҙең үҫеше 20-30-сы йылдарҙа, ауылда тотош коллективлашыуҙан һуң башланды. Беренсе биш йыл эсендә Башҡортостанда юғары сифатлы ҡорос етештереү буйынса илдең иң эре предприятиеларына әүерелгән Белорет заводтарын реконструкциялау тормошҡа ашырыла, 35 яңы завод, фабрика һәм электр станциялары, бер нисә эре предприятие төҙөлә. Беренсе биш йыллыҡ аҙағына республика аграр-индустриаль төбәккә әүерелә. Икенсе һәм өсөнсө биш йыллыҡтарҙа 70-тән ашыу эре предприятие төҙөлә.

* Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан эвакуацияланған предприятиелар һәм халыҡты ҡабул итеү, фронтты ҡоралландырыу, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса

иң эре төбәктәрҙең береһенә әүерелә. 1941-42 йылдарҙа республика йөҙгә яҡын эвакуацияланған завод һәм фабрика, тиҫтәләгән госпиталь, ҡайһы бер үҙәк дәүләт һәм хужалыҡ ойошмалары, 278 мең ҡасаҡты ҡабул итә һәм урынлаштыра. 1941-42 йылдарҙа, уртаҡ хәрби формированиеларҙан тыш, республикала Башҡорт кавалерия дивизиялары (112-се һәм 113-се) ойошторола. Һуғыш йылдарында республиканан фронтҡа 700 меңгә яҡын һуғышсы китә. Яу ҡырында батырлыҡ күрһәткән өсөн 261 кешегә Советтар Союзы Геройы (шул иҫәптән М.Гәрәевҡа ике тапҡыр) исеме бирелә, 36 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Һуғыштың башынан сәнәғәт һәм кооперация хәрби продукция етештереүгә күсерелә. Оборона сәнәғәте өсөн һирәк осрай торған металл сығарыу күләме арта.

1943 йыл аҙағында Ишембай ҡалаһы янындағы Кинйәбулат нефть ятҡылығы асыла. Һуғыш йылдарында барлығы 5 миллион тоннанан ашыу нефть сығарыла, ә уны эшкәртеү 1,5 тапҡыр арта. Сәнәғәттә хеҙмәт етештереүсәнлеге — ике, машиналар эшләүҙә өс тапҡыр арта.

* Республика халыҡ хужалығының һуғыштан һуң тыныс төҙөлөшкә күсеүе 1946 йыл аҙағына теүәлләнә. Туймазы, Шкапово һәм Арлан ятҡылыҡтарында нефть сығарыу арта, шуның һөҙөмтәһендә Башкорто

стан илдең иң эре нефть сәнәғәте үҙәгенә әүерелә. Нефть сығарыу менән бергә нефть эшкәртеү ҙә үҫә. Әйтәйек, 50-се йылдар башында республика СССР-ҙа нефть сығарыу буйынса – икенсе, эшкәртеү буйынса – беренсе урында була. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әйләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа сәнәғәттең нефть, тау-мәғҙән, машина төҙөлөшө тармаҡтары шаҡтай үсеш ала. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү актив бара. Полиэтилен, пластмасса, карбамид, гербицидтар, каучук, ашламалар, кальцийлаштырылған сода етештереү үҙләштерелә. Химия сәнәғәте республика халыҡ хужалығының алдынғы тармаҡтарының береһенә әүерелә.

* Совет власы йылдарында республика ике тапҡыр Ленин (1935, 1957 еллар), Октябрь Революцияһы (1969 йыл), Халыҡтар Дуҫлығы ордендары (1972 ел) менән бүләкләнә.

* 1966-80 йылдарҙа республикала 832 предприятие сафҡа индерелә. 1985 йылда сәнәғәттә төп етештереү фондтары 1970 йыл менән сағыштырғанда — 2,8 тапҡыр, продукция сығарыу 2,4 тапҡыр арта.

* 1978 йылдың майында республиканың яңы Конституцияһы ҡабул ителә, ул СССР һәм РСФСР Конституцияһының барлыҡ төп закондарын ҡабатлай.

* 1990 йылдың 11 октябрендә республиканың Югары Советы тарафынан дәүләт үҙаллылығы тураһында декларация ҡабул ителде.


Башҡортостандың мәйҙаны 143 мең квадрат километр йәки илдең дөйөм майҙанының 0,8 процентын тәшкил итә. Республика Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса етенсе урында тора – 4 миллион 051,6 мең кеше йәшәй, халыҡ тығыҙлығы – бер квадрат километр территориягә 28,3 кеше туры килә. Рәсәй буйынса уртаса – 8,3 кеше.

Башҡортостан башҡалаһы Өфө ҡалаһында 1 миллион 100 мең кеше йәшәй. Республикала 54 муниципаль район, 9 ҡала округы, 14 ҡала биләмәһе, 818 ауыл биләмәһе бар. Иң эре ҡалалар – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский.

Башҡортостан — йөҙҙән ашыу халыҡ вәкилдәре төйәк иткән күп милләтле төбәк. Этник составы буйынса республика халҡының 36,3 % - урыҫтар, 29,8 % — башҡорттар, 24,1 % татарҙар тәшкил итә. Республикала, шулай уҡ, сыуаштар, мариҙар, украиндар, мордвалар, немецтар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй.

Республикала иң юғары вазифа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Юғары закондар сығарыу һәм вәкиллекле орган — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай. Башҡарма власының юғары органы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

1992 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары һәм ирекле республикаларҙың власть органдары араһында вәкаләттәр һәм эштәр бүлешеү тураһында Федератив килешеүгә һәм Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы мөнәсәбәттәренең килешеү характерын билдәләгән уға ҡушымтаға ҡул ҡуйылды.

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация кабул итү уның яңы рәсми атрибуттарын – Дәүләт флагын, гербын һәм гимнын ҡабул итеү зарурлығын билдәләне. 1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ы Юғары Советы респуб-ликаның исемен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте һәм, уға ярашлы, ул Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелде, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫланды.

* Башҡортостан Дәүләт флагын рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина эшләнеләр. Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәрҙәге горизонталь тигеҙ буйлы полосалар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.

Ул республиканан ситтә лә билдәле – илдең төрлө төбәктәрендәге Башҡортостан вәкиллектәре биналарында елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә барыусы рәсми делегацияларыбыҙҙың юлдашы булып тора.

* 1993 йылдың 12 октябрендә иҫтәлекле ваҡиға булды — Башҡортостан Республикаһының дәүләт Гимны һәм Гербы ҡабул ителде. Гимн республиканың суверенлығын, уның халыҡтарының бер-ҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндерә, Герб хоҡуҡи дәүләтселек билдәһе булып тора.

12 октябрҙә республиканың Дәүләт гимны тураһында Закон ҡабул ителде. Фәрит Идрисовтың “Республика” тантаналы көйө Башҡортостандың дәүләт гимны булып тора, текст авторҙары — Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр.

1993 йылдың 12 декабрендә Юғары Совет Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында Закон ҡабул итә. Республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән проектты “Китап” нәшриәте рәссамы Фазлетдин Ислахов яһай.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербында милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә сығып килеүсе ҡояш фонында милли батыр Салават Юлаев һәйкәле һурәтләнә. Түбәндә – ҡурай тажы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөнә буялған һәм “Башҡортостан” тип яҙылған таҫма. Геральдика ҡағиҙәләре буйынса, гербтарҙа анык шәхесте һүрәтләргә ярамай. Әммә, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың портреты һаҡланмаған, һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсенең дөйөмләштерелгән образын кәүҙәләндерә.

* 1993 йылда республика Юғары Советы Башҡортостан Республикасыһының яңы Конституцияһы проектын әҙерләне. 1993 йылдың 24 декабрендә Конституция Башҡортостан Юғары Советының чсраттағы сессияһында ҡабул ителде.

Республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында Эштәр бүлешеү һәм үҙ-ара вәкаләттәр алмашыу тураһындағы килешеүгә 1994 йылдың 3 авгусында ҡул ҡуйылды. Әлеге килешеү Башҡортостан Республикаһының яңы дәүләт-хоҡуҡи статусын раҫланы. Уның тексын төҙөгәндә 1993 йылдың 25 апрелендәге республика референдумы һөҙөмтәләре иҫәпкә алынды, унда граждандарҙың күпселеге (75,5 проценты) республиканың иҡтисади суверенитеты һәм уның Рәсәй менән килешеү мөнәсәбәттәре өсөн тауыш бирҙе. Яңы Конституция нигеҙендә Башҡортостанда ике палаталы парламент – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай формалаштырылды. Республиканың яңы парламентына депутаттар һайлау 1995 йылдың 5 мартында уҙҙы.

Реформалар барышында республика органдары компетенцияһы һиҙелерлек артты: улар Башҡортостандың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешенең төп мәсьәләләрен һөҙөмтәлерәк хәл итә башланы. 90-сы йылдар башынан республикала төрлө сәйәси партиялар, ижтимағи хәрәкәттәр, үҙәктәр, ассоциациялар эшләй башланы.

* 2002 йылдың 3 декабрендә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” закон ҡабул итеү менән конституция реформаһы тамамланды. Башҡортостан Конституцияһы редакцияһы федераль үҙәк менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе киләсәктә гармониялы үҫтереүгә, республика эсендә дәүләт

төҙөлөшөн оптимальләштереүгә, власть тармаҡтары һәм уларҙың дәүләт органдары араһында вәкаләттәрҙе теүәл бүлеүгә йүнәл-

телгән бер нисә принципиаль нигеҙләмәне үҙ эсенә ала.

* Башҡортостан үҙенең 100 йыллыҡ оло юбилейын ҡаршылай. Республикабыҙҙың үткәне – данлы, киләсәге – яҡты! Бөгөн Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының һәр яҡлап алға киткән субъекттарының береһе. Республикабыҙ ил үҫешенә ҙур өлөш индерә.

“Ҡыҙыл таң” гәзитенән.
Читайте нас: