Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 13:21

Ҡарттар йортона нисек урынлашырға?

Беҙҙә өлкәндәрҙе ҡарттар йортона илтеп тапшырыуҙы бик өнәп бетөрмәйҙәр. Бигерәк тә, балалары, ейәндәре булғанда, быны бәғерһеҙлеккә тиң­ләйҙәр. Тик өлкән йәштәге кешенең балаһы йәиһә яҡын туғандары булмаһа, ул яңғыҙлыҡтан яфа сикһә, ни эшләр­гә? Бына был осраҡта ҡарттар йортона урынлашыу нескә­лектәрен белергә кәрәк тә инде.

Кемдәр ундай хоҡуҡҡа эйә?

Үҙ-үҙен ҡарай алмаған, яңғыҙлыҡтан интеккән өлкән яйәштәгеләр.

Һуғыш ветерандары, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтар.

Ирҙәр — 60, ҡатындар 55 йәштән үткән булырға тейеш.

Ниндәй төрҙәре була?

Дәүләт социаль учреждениелары:

Инвалидтар һәм өлкәндәр өсөн интернат-йорттар, инвалидтарҙы һәм өлкән йәштәге кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү бүлектәре.

Психоневрология интернаттары.

Шәхси пансионаттар.

Ғаризаны нисек яҙырға?

Ғаризаны яҙма йәки электрон төрҙә биреп була. Уны өлкән кеше үҙе йәиһә уның законлы вәкиле йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлегенә, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүсе төбәк-ара үҙәккә тапшыра ала.

Ғаризаны дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр аша ла бирергә мөмкин.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә йәиһә төбәк-ара үҙәктәргә.

Кәрәкле документтар

Ҡарттар йортона урынлашыусының һаулығы тураһында медицина белешмәһе. Уның медицина картаһы.

паспорты, пенсионер таныклығы күсермәһе.

ИНН, СНИЛС, медицина полисы.

Инвалидлыҡ булыуын раҫлаусы белешмә (булған осраҡта).

Торлағы булыу тураһында БТИ-ҙан белешмә.

Никах тураһында таныҡлыктың күсермәһе (булған осраҡта).

Балалары йәки туғандарынан (улар булған хәлдә) ҡарт кешегә тейешле тәрбиә бирә алмау сәбәптәрен күрһәтеп яҙылған ғариза.

Барлыҡ документтарҙы тапшырғас, йүнәлтмә алырға кәрәк буласаҡ.

Күпме түләргә?

Ҡарттар йортонда йәшәү өсөн пенсионер үҙ пенсияһынан түләй. Пенсияның 75 проценты уны ҡарау өсөн тотола, ҡалған 25 проценты ҡулына бирелә.

Шәхси пансионатта йәшәү өсөн хаҡтар ҡиммәтерәк, был осраҡта өлкәндәр өсөн яҡындары түләй.

Паспортын юғалтҡан кешене алалармы?

Кирәкле документлар исемлегендә паспорт булу мәҗбүри.

Паспортны юллау өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының урындағы миграция мәсьәләләре буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ыңғай яҡтары

Аралашыу өсөн янда һәр ваҡыт кеше бар.

Өлкән кешеләргә, ауырыуҙарға тейешле тәрбиә күрһәтелә.

Медицина хезмәткәрҙәре контролдә тота.

Көнөнә 4 тапҡыр туҡланыу ҡаралған.

Өлкәндәр үҙҙәрен кәрәкле кеше итеп тоя.

Шәхси пансионаттар нимә менән айырыла?

Өлкәндәргә яҡшы тәрбиә күрһәтелә.

Йәшәү шарттары юғары дәрәжәлә.

Юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.

йәшәү өсөн түләү хаҡтары күпкә ҡиммәтерәк.

Пенсионерҙың милке кемгә ҡала?

Әгәр ҙә өлкән кешенең балалары йәки яҡын туғандары булһа, милкенә хужа булырға уларҙың хоҡуғы бар.

Әгәр пенсионерҙың бер кеме лә юҡ икән, ул милкен ҡарттар йортона яҙҙыра ала.

Әгәр ул милкен бер кемгә лә яҙҙырмай икән, был осраҡта ул дәүләткә ҡала.

Республиканың 32 ҡала һәм районында инвалидтарҙы һәм өлкән йәштәге кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү бүлектәре бар:

Баймаҡ, Бөрө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Баймаҡ, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Борай,Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Тәтешле, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарында һәм, шулай уҡ, Өфөнөң Дим, Киров, Орджоникидзе райондарында.

Республикала 16 психоневрология интернаты хеҙмәт күрһәтә.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: